Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Август 2020, 20:00

ПРОГРАММАНЫҢ ФАЙҘАҺЫ ҘУР

2020 йылда 1061 ғариза алынған. Уларҙың 563-ө еңеү яулаған, проекттың дөйөм суммаһы - 589, 5 миллион һум. Ауылдарҙа 385 проект тормошҡа ашырыласаҡ (хаҡы - 382, 6 миллион һум), ҡала округтарында - 178 проект (206,8 миллин һум).

Башҡортостанда йылдан-йыл Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү (ППМИ) программаһында ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйылғы конкурстың процедуралары тамамланыуға бара: объект подрядсылары, эштәрҙе башҡарыусылар билдәләнә.
Башҡортостанда был программа 5 йыл дауамында эшләп килә, уның нигеҙендә Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институты белгестәре тағы унлаған программа булдырған.
Уҙған йылдар менән сағыштырғанда быйыл ғаризалар һаны күп, шуға конкурс та "ҡатыраҡ" булған.
Һөҙөмтәләргә ҡарағанда, ауылдар башлыса юлдарға бәйле проекттар һайлай. Мәҙәниәт учреждениеларын йыһазландырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү ҙә ситтә ҡалмай. Ә ҡала халҡы мәғариф өлкәһенә, юлға һәм балалар майҙансығына иғтибарҙы күберәк йәлеп итә.
БЫЙЫЛҒЫ ҺАНДАР:
2020 йылда 1061 ғариза алынған. Уларҙың 563-ө еңеү яулаған, проекттың дөйөм суммаһы - 589, 5 миллион һум. Ауылдарҙа 385 проект тормошҡа ашырыласаҡ (хаҡы - 382, 6 миллион һум), ҡала округтарында - 178 проект (206,8 миллин һум).
Быйылғы проекттарҙың 137-һе мәғариф өлкәһенән. Икенсе урында--автомобиль юлдары һәм уларға бәйле ҡоролмалар (117 проект). Өсөнсө урында - ихаталарҙы, балалар майҙансығын төҙөкләндереү (93 проект).
Мәғлүмәт, Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәгенән алынды.