Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2020, 19:20

АВГУСТА "ЯМАУ" БУЛЫРМЫ?

Хәйерсегә сәләм бирһәң, ямаулыҡ һорай, тигән әйтем бар бит әле... Шул ише, июнь-июль айҙарында ил хөкүмәтенән балаларға бер тапҡыр бирелә торған пособиелар алып, аҙ булһа ла тишек-тошоҡто "ямап" алғайныҡ... Әле барыбыҙ ҙа августҡа ҡарап төбәлгәнбеҙ ҙә, йәнә түләү булмаҫмы тип өмөт итәбеҙ. Шулай бит?

Хәйерсегә сәләм бирһәң, ямаулыҡ һорай, тигән әйтем бар бит әле... Шул ише, июнь-июль айҙарында ил хөкүмәтенән балаларға бер тапҡыр бирелә торған пособиелар алып, аҙ булһа ла тишек-тошоҡто "ямап" алғайныҡ... Әле барыбыҙ ҙа августҡа ҡарап төбәлгәнбеҙ ҙә, йәнә түләү булмаҫмы тип өмөт итәбеҙ. Шулай бит? Әлбиттә, 1 сентябргә--яңы уҡыу йылына балаларҙы мәктәпкә әҙерләү өсөн аҡса бирһәләр, бик ҡулай булыр ине лә ул. Әммә рәсми сығанаҡтарҙа әлегә был хаҡта хәбәр юҡ. Ни бары быға тиклемге түләүҙәрҙе алмағандар өсөн аҡса күсереләсәк. Тик дөрөҫ итеп юллап ҡуйырға онотмағыҙ.
Ә август өсөн айырым аҡса ҡаралырмы? Был, моғайын да, эпидемиологик һәм иҡтисади хәлгә бәйле булыр. Ни булһа ла, әлегә билдәһеҙ.