АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июль 2020, 16:10

ӨФӨЛӘ ФОРУМ БАШЛАНДЫ

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Бизнесты яҡлау: G2В. Хеҙмәттәшлек эволюцияһы” тигән Халыҡ-ара форум эш башланы. Билдәле Рәсәй сәйәсмәндәре, бизнес-омбудсмендар, эшҡыуарлыҡ вәкилдерә илебеҙҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау саралары тураһында һөйләшә.

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Бизнесты яҡлау: G2В. Хеҙмәттәшлек эволюцияһы” тигән Халыҡ-ара форум эш башланы. Билдәле Рәсәй сәйәсмәндәре, бизнес-омбудсмендар, эшҡыуарлыҡ вәкилдерә илебеҙҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау саралары тураһында һөйләшә.
– Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уның өсөн шарттар тыуҙырыу беҙҙә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора, – тине пленар ултырышта беренсе булып сығыш яһаған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ даими рәүештә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткәрәбеҙ, ошо форум алдынан иҫәпләнек: республика Хөкүмәте, райондар һәм ҡалалар кимәлендә был сара 2,5 мең сәғәткә яҡын үткәрелгән. Район һәм ҡала башлығына “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрен мотлаҡ үҙенә уҙғарырға, урынбаҫарына тапшырмаҫҡа ҡушылған, башлыҡтарҙың эшҡыуарлыҡ менән генә шөғөлләнгән махсус урынбаҫары бар, уны башлыҡ эшлекле даирәләр менән кәңәшләшкәс кенә тәғәйенләй. Мин дә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н мотлаҡ үҙем үткәрәм – инвесторҙар быны күреп торорға тейеш.
Форумда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы вәкил Борис Титов “Эшҡыуарҙарға административ баҫым индексы”ның исем туйын уҙғарасаҡ. Был индекс эшҡыуарҙарҙың контроль-күҙәтеү органдарына ялыуҙары нигеҙендә төҙөлгән.
Ә ни өсөн был ҙур форумды Башҡортостанда үткәрергә ҡарар иткәндәр?
Был осраҡлы түгел, әлбиттә. Коронавирус пандемияһына бәйле көрсөк осоро булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең республика үҫеш темптарын арттыра ғына бара. Бынан тыш, ошо административ баҫымдың кәмеүе индексы һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан бер йыл эсендә Рәсәй төбәктәре араһында 38-се урындан 11-сегә күтәрелгән. Борис Титов билдәләп үтеүенсә, республика юғары йоғонтоло социаль һәм иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырҙы һәм бизнес-шерифтар эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса уңышлы тәжрибә тупланы.
– Беҙ Башҡортостанда власть менән эшҡыуарлыҡтың уңышлы хеҙмәттәшлеге буйынса ҙур эш барыуын, эшҡыуарҙар йәмғиәтенә проблемаларҙы хәл итеү буйынса ярҙам күрһәтелеүен күҙәтәбеҙ, – тине ул.
Йыйындың эшлекле өлөшө эксперттарҙың бизнесты яҡлау буйынса тәжрибә уртаҡлашҡан майҙансығына әүереләсәк. Унда шулай уҡ уңышлы кейстар күрһәтеү, ҡырҡыу проблемалар тураһында фекер алышыу, урындағы үҙидара органдарының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса стратегияһын һәм эш стандарттарын күрһәтеп биреү күҙ уңында тотола.
Форумға тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында сит ил белгестәре лә саҡырылған. Улар араһында Һиндостандан Каур Перминдер Джит ханым, Ҡытай эшҡыуарҙарының Рәсәйҙәге союзы президенты Чжоу Лицюнь, “DBA GROUP S.p.A.” компанияһының башҡарыусы директоры Раффаэле Де Беттин һәм Италия сәнәғәтселәренең Рәсәйҙәге ассоциацияһы президенты Эрнесто Ферленги ла бар. Бынан тыш, Форумда ҡатнашырға Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын һәм ҡануни мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса Үзбәкстан президенты ҡарамағындағы вәкил Дилморат Ҡасымов һәм Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең кәңәшсеһе Олег Савеленко саҡырылған.
Йыйын сиктәрендә Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһе һәм республикала Эшҡыуарлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең яңы офисы асыласаҡ.
“Бизнесты яҡлау: G2В. Хеҙмәттәшлек эволюцияһы” халыҡ-ара форумын ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы вәкил, Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил, Башҡортостандың “Офис-төркөм” конгресс-бюроһы.
Был оло йыйын вирус инфецияһы таралыу хәүефе һаҡланған шарттарҙа, “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы булған профилактик сараларҙы күҙәтеп үткәрелә. Шуға күрә ҡатнашыусылар һаны сикләнгән, әммә теләгән бер кеше форумдың эшен biznesivlast.ru сайтындағы онлайн-трансляция аша күҙәтә ала.

Автор: Рәшит Кәлимуллин