Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Сара барышында стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттарының милли рейтингы мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡшыртып, туғыҙынсы баҫҡысҡа күтәрелеп, беренсе тапҡыр тәүге ун төбәк иҫәбенә инде. Элгәре йыл республикабыҙ 16-сы урынды биләй ине. Тәүге өс урында – Мәскәү, Татарстан һәм Тула өлкәһе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә инвестиция шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән эш алып барылыуын, был йәһәттән федераль үҙәктең әһәмиәтен билдәләп, Владимир Путинға иҡтисадҡа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ яңынан-яңы үҫеш юлдарын эҙләйбеҙ. Әле бизнес менән фәнде берләштереү мәсьәләһе тикшерелә. Евразия ғилми үҙәге ойошторолдо. Ҙур структуралар беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Донъя кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашырға әҙерләнәбеҙ, булышлыҡ итеүегеҙҙе һорайбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
– Мин һеҙҙе ишеттем, был мәсьәлә буйынса уйлашырбыҙ, – тине Владимир Путин.