Башҡортостанда агросауҙа кластеры булдырыла
Бөгөн, 2 июль, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы "Ауыл сәғәте" онлайн-кәңәшмәһен уҙғарҙы. Унда тармаҡ министрлығы, ведомство эксперттары, тауар етештереүселәр ҡатнашты. Улар агросауҙа кластеры булдырыу мәсьәләһен ҡараны, шулай уҡ урындағы продукцияны сауҙа селтәрҙәре аша һатыуға сығарыу һорауын күтәрҙеләр.
- Бөгөнгө мәсьәлә бик көнүҙәк. Беҙ аграр төбәк, унда йәшәүселәр үтә ныҡ ҡиммәт булмаған хаҡҡа урында етештерелгән продукцияны алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш,--тине Радий Хәбиров.--Ауыл хужалығы министрлығына, Сауҙа дәүләт комитетына Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса үткән тауыш биреү сараһында күләмле йәрминкәләр ойошторғандары өсөн рәхмәт әйткем килә.
Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, Башҡортостанда федераль селтәрҙең 1375 магазины, 883 республика селтәрҙәре магазины, 22,7 мең тирәһе ҙур булмаған сауҙа объекттары бар.
Етәксе әйтеүенсә, урындағы продукцияны һатыу күләменең өлөшө 30 проценттан артмай, бында етештереү ҡеүәтенең аҙ булыуы ла, етештерелгәндәрен һаҡлау проблемаһы ла сәбәп булып тора.
--Сауҙа селтәрҙәре бөгөн конкуренция майҙанында. Беҙ улар менән фермерҙар мөнәсәбәтен көйләргә, улар араһында "баҫыуҙан кәштәгә тиклем" сылбырын булдырырға тырышабыҙ,--тип асыҡлыҡ индерҙе вице-премьер--Башҡортостан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Был өлкәләге мәсьәләне хәл итеү төбәктә агросауҙа кластерын булдырыу мөмкинлеге бирәсәк, ул иһә тауар етештереүселәрҙе, эшкәртеүселәрҙе һәм сауҙа секторын берләштерәсәк. Бынан тыш, республикала берҙәм мәғлүмәт иҫәп системаһы барлыҡҡа киләсәк. Был үҙ сиратында ауыл хужалығын үҫтереүгә, етештереү кимәлен күтәреүгә ҙур аҙым.
Башҡортостанда яңы структура концепцияһы Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамы менән булдырылды. Ғариза документтары Рәсәйҙең сәнәғәт-сауҙа министрлығына ебәрелә. Федераль кимәлдә яҡлау тапһа, Башҡортостандағы агросауҙа кластеры илдә тәүгеһе булып тарихҡа инәсәк.
- Тармаҡ проекттары менән беҙ төбәккә 28 млрд һум тирәһе инвестиция йәлеп итергә уйлайбыҙ, шулай уҡ федераль бюджеттан кластер булдырыуға 5,6 млрд һум аҡса күсәсәк, - тине Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Әлеге эш барышы сиктәрендә беренсе этапта кластерҙың идарасы компанияһын булдырыу кәрәк. Төбәк бренды, сифатлы продукция сертификаты ла мөһим.
Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә кластерҙа ҡатнашыусыларға республиканан ярҙам сараларын ҡарарға ҡушты.
- Төбәк алдында амбициоз бурыс тора. Был инициативаны хупларға әҙермен. Сентябрҙә был мәсьәләгә кире ҡайтып, ошо арауыҡта башҡарылған эштәр һөҙөмтәһен барларға тәҡдим итәм,--тине Радий Хәбиров.--Беҙ юлдың башында, ныҡыш булһаҡ, барыһы ла килеп сығасаҡ.