Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Май 2020, 11:55

КҮЛ БУЙҘАРЫН КҮР ӘЛЕ

Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратмаусылар бармы икән ул? Юҡтыр...Тик бына ҡайһы саҡ шарттарҙың булмауы ғына бер аҙ күңелде ҡыра. Шәмсетдин күле ярында глэмпинг ойошторғандар. Был экотуризмдың яңы төрө, йәғни саф һауала ял итәһең, шул уҡ ваҡытта бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған.


Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратмаусылар бармы икән ул? Юҡтыр...Тик бына ҡайһы саҡ шарттарҙың булмауы ғына бер аҙ күңелде ҡыра. Бөрө районында глэмпинг ойошторғандар. Был экотуризмдың яңы төрө, йәғни саф һауала ял итәһең, шул уҡ ваҡытта бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған.
Шәмсетдин күле янында шундай ял итеү зонаһы булдырыу Тимур Пайдиев идеяһы. Ул проект төҙөгәс, Мәскәү инвесторҙары ҡыҙыҡһына. Быйыл март айында районда уҙғарылған "Инвестиция сәғәте"ндә ул проект ҡарала, урындағы власть уны хуплай һәм тиҙ арала төҙөлөш башлана.
--Республикала ял итеү базаларына эш башларға рөхсәт ителеү менән туристарҙы ҡабул итәсәкбеҙ,--ти проект инициаторы Тимур Пайдиев.
Тимәк, бик тиҙҙән күптәр Шәмсетдин күле янында рәхәтләнеп ял итәсәк.