АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Май 2020, 12:50

Сармат урамдары асфальтлана

Хәҙер ҡаланың Сармат биҫтәһенең күп кенә урамдарына асфальт түшәләсәк. Урамдағы юлдарҙы ремонтлауға ҡағылышлы тәҡдим ителгән 19 ғаризаның 14-е еңеүсе проекттар исемлегенә ингән. Яуланған проекттарҙың дөйөм суммаһы 24 268 594 һумды тәшкил итә.

Сибай ҡалаһы йыл да Урындағы инициативаларға ярҙам итеп программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйылғы республика конкурсында 43 ғариза уңышлы баһа алып, 40 миллион һумдан ашыу аҡса алыуға өлгәшкән. Еңеүсе проекттар һаны буйынса Сибай, Өфө һәм Салауат ҡалаларынан ҡалышып, өсөнсө урын биләй.
Хәҙер ҡаланың Сармат биҫтәһенең күп кенә урамдарына асфальт түшәләсәк. Урамдағы юлдарҙы ремонтлауға ҡағылышлы тәҡдим ителгән 19 ғаризаның 14-е еңеүсе проекттар исемлегенә ингән. Яуланған проекттарҙың дөйөм суммаһы 24 268 594 һумды тәшкил итә.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә. Афзалов Сармат халҡына, территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Гөлнур Дияроваға рәхмәтен белдерә.