Граждандарға һәм иҡтисадҡа ярҙам күрһәтеүҙең яңы саралары (коронавирус мәлендә)
Граждандарға ярҙам кәрәк. Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән яңы саралар күрелә:
* Минималь балалар пособиеһы ике тапҡырға арта.
* Әсәлек капиталына хоҡуғы булмаған, 3 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә лә апрель-июнь айҙары өсөн 5 мең һум бирелә.
* 2020 йылдың 1 июненән 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаһы булған һәр Рәсәй ғаиләһенә бер тапҡыр 10 мең һум бирелә. Справкалар йыйыу кәрәкмәй, 12 майҙан дәүләт хеҙмәте порталы йә иһә Пенсия фонды сайты аша ғариза бирергә кәрәк.
Хеҙмәт баҙарына ярҙам:
* Апрель башы менән сағыштырғанда эшһеҙлек күпкә артҡан. Хөкүмәткә хеҙмәт баҙарына ярҙам итеүҙең яңы сараларын әҙерләргә ҡушылды.
* Предприятиеларҙа 90 % эш урыны һаҡланған икән, апрель-май айҙарына эш хаҡын түләүгә субсиди бүленә.
* 1 июндән предприятиелар өсөн махсус кредит программаһы эшләйәсәк. 7 млн хеҙмәткәр ярҙам ала ала.
* Компания 90 % мәшғүллек кимәлен һаҡлаған икән, уларҙың бөтә кредит һәм проценттары юйыла.
* Зыян күргән предприятиелар быйылғы йылдың икенсе кварталы өсөн һалым түләмәй. Был 1,5 млн кесе һәм урта предприятиеларға ҡағыла.
* Үҙаллы һалым түләү органына теркәлгән үҙмәшғүл граждандарға 2019 йылда килемгә түләгән һалымдары ҡайтарыла.
* Төбәк башлыҡтары медицина хеҙмәткәрҙәренә бүленгән федераль түләүҙәр буйынса тәртип булдырырға тейеш.
* 15 апрелдән 15 июлгә тиклем социаль учреждениеларҙа (мәҫәлән, ҡарттар йортонда) эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә федераль өҫтәлмә түләүҙәр ҡарала.
* 12 майҙан төҙөлөш, сәнәғәт, ауыл хужалығы, элемтә, энергетика, файҙалы ҡаҙылмалар ҡаҙыу тармағанда эшләүселәр ғәҙәти эш шарттарында хеҙмәт башлай.