Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2020, 00:55

БАРЫҺЫ ЛА ТӨБӘК ХӘЛЕНӘ БӘЙЛЕ

ТӨБӘКТӘРҘӘ ХӘЛ ТӨРЛӨСӘ: ҠАЙҘАЛЫР ҠАТЫ СИКЛӘҮҘЕ ДАУАМ ИТЕРГӘ, ҠАЙҘАЛЫР ЯЙЛАП АЛА БАШЛАРҒА МӨМКИН...

Илдә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә бәйле бөгөнгө видеокәңәшмәлә ил Президенты: "Ил Хөкүмәте һәм "Роспотребнадзор" тарафынан үҙ-үҙеңде изоляциялау режимынан сығыуҙың этаптары билдәләнде. Төбәк башлыҡтарына уларға таянып үҙ ҡарарын ҡабул итергә кәрәк. Һәр береһендә хәл төрлөсә: ҡайҙалыр ҡаты сикләүҙе һаҡларға һәм тулыландырырға кәрәк, икенселәрендә, киреһенсә, яйлап ҡына ала башларға ла мөмкин. Бәләкәй генә хата хаҡы – кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмерҙәре", – тип белдерҙе.
Ә "Роспотребнадзор" башлығы Анна Попова сикләү сараларын өс этапта бөтөрөргә тәҡдим итә. 12 майҙан һуңғы осорға бәйле ҡарарҙы һәр төбәк етәксеһе үҙендәге хәлгә ҡарап ҡабул итәсәк. Әгәр хәлдәр тағы насарланып китһә, изоляция режимы кире ҡайтарыла. Был осраҡта талаптар тағы ла ҡатыраҡ булыуы ихтимал.
"Роспотребнадзор" үҙизоляциянан сығыуҙың өс этабын тәҡдим итә. Тәүге этапта ҡайһы бер йәмәғәт урындары асыласаҡ, мәҫәлән, асыҡ спорт майҙансыҡтарында физкультура менән шөғөлләнеү рөхсәт ителәсәк. Ҙур булмаған магазиндар һәм социаль хеҙмәттәр учреждениелары эш башлай. Балалар менән тышҡа сығып йөрөү рөхсәт ителәсәк.
Икенсе этапта бөтә ғаилә ағзаларына тышҡа сығып йөрөп килеү рөхсәт ителәсәк. Кешеләр һанын сикләү шарты менән ҙурыраҡ майҙанлы сауҙа объекттары һәм хеҙмәтләндереү учреждениелары асыласаҡ. Белем биреү ойошмалары – мәктәптәр һәм балалар баҡсалары - эшләй башлай.
Өсөнсө этапта социаль дистанция һаҡлау шарты менән парктар, скверҙар эшләй башлай, кешеләр һанын сикләмәй, һатыу итеү һәм хеҙмәтләндереү тармаҡтары, сауҙа үҙәктәре, барлыҡ белем биреү учреждениелары, ҡунаҡханалар, йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары асыласаҡ.
Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртиптә сираттағы “Сәнәғәт сәғәте”н үткәргән мәлдә аҙыҡ-түлектән тыш бүтән тауарҙар, шул иҫәптән йыһаз һатыу менән шөғөлләнгән магазиндарҙы мөмкин тиклем асыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
"Әле беҙ башҡа төбәктәрҙең практикаһын өйрәнәбеҙ. Үҙебеҙҙәге хәлде лә ҡараясаҡбыҙ. Ҡәтғи санитария талаптарын үтәп, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатылған магазиндарҙы ла асыу срогын тикшерергә кәрәк", – тине республика Башлығы.