Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2020, 11:10

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ТУҢДЫРМА

Ә һеҙ туңдырма яратаһығыҙмы? Сибайҙа етештерелгәнде тәмләп ҡарағанығыҙ бармы? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Сибай ҡалаһында уҙғарылған “Инвестиция сәғәте”нең сираттағыһы эшҡыуар Ғәлимә Марат ҡыҙы Алтыншинаның: “Минең өс балам бар, улар туңдырма ярата”,--тигән һүҙҙәренән башланды.
Эшлекле ханым ярты йыл элек ҡалала ошо тәмлекәсте әҙерләү буйынса цех аса. Ул стартап йүнәлешендәге финанс ярҙам менән кәрәкле ҡорамалдар ала һәм ике кешегә эш урыны булдыра. Әлеге көндә эшҡыуар халыҡҡа 30 төр туңдырма тәҡдим итә. Төрлө емеш-еләк тәме бирелгән тәмлекәсте балалар бик ярата.
Ғәлимә Алтыншина эшен киңерәк йәйелдерергә, продукция ассортиментын күбәйтергә теләй. Бының өсөн, әлбиттә, финанс ярҙам кәрәк.
--Туңдырманың сифатына ҙур иғтибар бүләм. Әммә кәрәкле ингредиенттар республиканан ситтән алына. Башҡортостан етештереүселәре менән эшләргә ине. һатыу нөктәләрен дә күбәйтергә теләйем, --ти ул.
Ултырышта был проект хупланды. Киләсәктә эшҡыуарҙың хыялы тормошҡа ашыр, тип уйлайбыҙ.