Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Февраль 2020, 13:05

ЮҒАРЫ ЭШ ХАҠЫ ВӘҒӘҘӘ ИТӘЛӘР

Бына ниндәй һөнәргә эйә булырға кәрәк булған…

Эш эҙләп, ниндәй генә порталға барып юлыҡмайһың? Бына бер порталда 800 мең һум эш хаҡы вәғәҙәләйҙәр…
“Российская газета” яҙыуынса, Рәсәй вакансияларының 7 проценты ай һайын 100 мең һумдан 800 мең һумғаса вәғәҙә бирә. Был аҡсаға юғары менеджмент белгестәре һәм үҙенсәлекле һәләткә эйә булыусылар өмөтләнә ала.
Шулай итеп, 800 мең һумды Новобирскиҙа генераль директорға һәм нефть эшкәртеү заводындағы баш инженерға түләү ҡаралған. Ә Мәскәүҙә банктар менән эшләүсе генераль директор советнигының эш хаҡы 500 мең һум. Баш ҡалалағы финанс директоры, Чукоткалағы баш геолог 400 мең һумға иҫәп тота ала.
Был мәғлүмәтте күреп: “Ниңә мин геолог та, финанс белгесе лә түгел икән”, - тип уфтанырға ғына ҡала…