АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Февраль 2020, 01:00

Яңы яңы инде

Яңы техника заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Эшселәрҙе ташыусы автобустарға ҡышҡы һыуыҡтар ҡурҡыныс тыуҙырмай, сөнки улар өҫтәмә йылытыу системалары менән йыһазландырылған.

Хәйбулла районы биләмәһендә урынлашҡан “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең техника паркы автобустар менән тулыланған. Автобустар предприятие хеҙмәткәрҙәрен вахта ҡаласығынан сәнәғәт майҙансығына йөрөтә.
Предприятиеның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эдуард Мостафин әйтеүенсә, яңы техника заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Эшселәрҙе ташыусы автобустарға ҡышҡы һыуыҡтар ҡурҡыныс тыуҙырмай, сөнки улар өҫтәмә йылытыу системалары менән йыһазландырылған.
--2019 йылдың декабрендә предприятиеға ике УАЗ 9094 автомобилдәре алынғайны. Был биш урынлыҡ автомобилдәр кешеләрҙе йөрөтөүгә лә, ҡоролмалар һәм материалдар ташыуға ла уңайлы,--ти Эдуард Мират улы.