3 февраль “Берҙәм Рәсәй” партияһы Дәүләт Думаһына инициатива йәки “халыҡ” бюджеты тураһында закон проекты тәҡдим итте. Ул урындағы бюджет менән халыҡҡа идара итергә мөмкинлек бирә. Был хаҡта партия советы секретары Андрей Турчак хәбәр итә.
--Урында йәшәүсе халыҡ үҙҙәренең районына, ҡасабаһына, ауылына нимә кәрәклеген яҡшыраҡ белә. Төбәктәрҙә эшләп килгән проект тәжрибәләре күрһәтеүенсә, был тәңгәлдә эш эффектив һөҙөмтә бирә,--ти ул.
Яңы закон проекты асыҡ булып, ул бөтә ил буйынса практикала ҡулланылырға тейеш. Һәр ауылда, муниципалитетта өҫтөнлөклө приоритеттар, төҙөкләндереү һәм башҡа өлкәләге көнүҙәк мәсьәләләр билдәләнәсәк.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһынан белдереүҙәресә, Башҡортостандағы “Берҙәм Рәсәй” депутаттары был тәңгәлдә тәжрибәгә эйә. Быға ҡәҙәр “Аныҡ эштәр” проекты эшләп килде.
--Яңы закон депутаттарға һайлаусыларҙың наказын үтәүгә ярҙам итәсәк. Бүленгән саралар төрлө өлкәгә--торлаҡ, инфраструктура һәм башҡаларына тотонола. Беҙҙә Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы ла уңышлы эшләп килә. Быйылғы йыл республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Әле үҙебеҙҙең проекттар сиктәрендә төҙөкләндереүгә аҡса бүленгән, ә “халыҡ бюджеты” проекты тағы ла ҙурыраҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә, эштәрҙе киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Депутаттар халыҡтан ауылды төҙөкләндереү буйынса күпләп мөрәжәғәт ала. Тимәк, яңы закон проекты үҙ көсөнә инһә, берҙәм хоҡуҡи нигеҙ буласаҡ,--ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты янындағы урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү Советы ултырышында А.Турчак әлеге тәҡдимде еткергәндә, ил етәксеһе В.В.Путин: “Ризамын”,--тип яуаплағайны.
https://vk.com/ataysalgazeta