Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Февраль 2019, 10:28

Алға сығырға!

В.В.Путин ил иҡтисады темпын күтәрергә һәм донъя кимәлендә алға сығырға тәҡдим итте.

В.В.Путин ил иҡтисады темпын күтәрергә һәм донъя кимәлендә алға сығырға тәҡдим итте.
- 2021 йылға илебеҙ иҡ­тисадының үҫеш темпы йылына өс процент тәшкил итергә, ә артабан дөйөм донъя кимәленән алға сығырға тейеш. Бының өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫ­терергә, сеймал булмаған экспорт күләмен алты йылда 1,5 тапҡыр күтәрергә, киләһе йылға уҡ инвес­тиция күләмен алты-ете про­центҡа арттырырға, заманса кадрҙар әҙерләргә, ҡеүәтле матди-технологик база булдырырға кәрәк.
Ил Хөкүмәтенә технологик старт­аптар өсөн шәхси инвес­тицияларға уңайлы шарттар булдырырға, ә парламентарийҙарға яңы, цифрлы иҡтисад өсөн хоҡуҡи мөхит тыуҙырырлыҡ закондар ҡабул итергә ҡушам,--тине Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә.