Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Декабрь 2016, 22:05

Иң мөһиме—ихлас күңелдән!

Байрам уңайынан яҡындарығыҙға ҡайҙан һәм ниндәй бүләктәр алырға тип баш ватаһығыҙмы? Беҙ Сибай ҡалаһының Таусылар проспекты, 9, Баймаҡ ҡалаһының Юбилей урамы, 13 адрестары буйынса урынлашҡан «Ариадна» магазинына барырға кәңәш итер инек.

«Ариадна» магазинында нимә генә юҡ! Төрлө материалдарҙан эшләнгән сифатлы һауыт-һаба, сәғәттәр, сувенирҙар, вазалар, яһалма сәскәләр, люстра, плафондар һәм башҡаһы күңелегеҙгә хуш килер.

— Беҙ был йүнәлештә һигеҙ йыл эшләп киләбеҙ. Баймаҡта 2013 йылда махсус магазин асһаҡ, Сибайҙағы сауҙа нөктәһенә бер йыл булды. Тауарҙарҙы төрлө ерҙән заказ менән алабыҙ. Сифатлы, шул уҡ ваҡытта кеҫәгә һуҡмаҫлыҡтарын һайлайбыҙ. Башлыса Рәсәйҙә етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирәбеҙ,—ти магазин директоры Алексей Георгиевич Аксенов.

Ысынлап та, «Ариадна» бай ассортименты менән үҙенә йәлеп итә. Бында ябай ғына быяла сынаяҡтарҙан алып сынъяһау итеп эшләнгән фаянс, фарфор йыйылмалар ҙа бар. Һауыт-һабаның сағыулығы, төрлөлөгө күҙҙең яуын ала.

Йәнә бүләк өсөн отошло вариант—сәғәт. «Ариадна»ла уның ниндәйе генә юҡ! Ябай стенаға элмәлеләре, балалар, аш бүлмәләре өсөн тәғәйенләнгәндәре, сәғәт-сувенир, фото ҡуйырлыҡ рамка менән бергә эшләнгәндәре... Һуңғы арала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған модулле сәғәт-һүрәттәрҙе арзан ғына хаҡҡа алырға була.

Йорт-фатирҙарын заманса зауыҡ менән биҙәргә теләүселәр бында һәр төрлө йыһаз таба ала. Мәҫәлән, вазалар. Уларҙың ыҡсымдары ла, бүлмә мөйөшөнә йәм бирерҙәй ҙурҙары ла бар.

Люстра-плафондарҙы һайлай башлаһаң—баш әйләнеп китмәле. Ябай плафондар, бра, светильниктар, торшерҙар, күп функциялы итеп эшләнгән пультлы, музыкалы люстралар. Иң һайлансыҡ кешенең дә күңеленә ятырҙайын табырға мөмкин. Әйткәндәй, Яңы йылға тиклем Пенза ҡалаһында етештерелгән кухня плафондарына 20% ташлама ҡаралған.

«Ариадна» магазинында ваҡ сувенирҙарҙың күплеге лә хайран итә. Балалар ҙа, ололар ҙа уларҙы яратып ҡабул итер. Копилка, баҡса сувенирҙары, асҡыс элеү өсөн ҡумталар, барометрҙар—быларҙың барыһы ла бар бында.

Көндәлек ҡулланыу өсөн сәйнүк, табаҡ-кәстрүлдәр, силикон таҡталар, формалар ҙа күп. Fөмүмән алғанда, һәр кем үҙ күңеленә һәм кеҫәһенә ҡарап бүләктәр һайлай ала. Хаҡтары ла «тешләшмәй», арзан булыуы менән йәлеп итә.

Йыл әйләнәһенә һуғыш ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгәндәргә, хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға, Чернобыль аварияһының эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға, «ҡыҙыу нөктәләрҙә» булыусыларға, күп балалы ғаиләләргә, яңы фатирға күсеүселәргә һәм тыуған көндәрен билдәләүселәргә 10% ташлама ҡаралған. Әле «Аҡ ҡыш» акцияһы иғлан ителгән, ул ҡайһы бер тауарҙарға 50 %-ҡа тиклем ташлама бирә.15 декабрҙән алып Яңы йылғаса ҡайһы берҙәренең хаҡы төшөрөлә.

Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк, ти халыҡ әйтеме. Иң мөһиме ул ихлас күңелдән булырға тейеш. Әгәр инде өҫтәүенә файҙалы ла икән—бигерәк тә шәп. Бына ошоларҙы күҙ уңында тотоп эш итә лә инде «Ариадна» магазины хужалары.


Мәҡәлә реклама хоҡуғында баҫылды.