Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2016, 22:08

Мебелдәре матур һәм арзан

Хәҙерге заманда йорт йыһаздарының ниндәй генә төрө юҡ. Йәнең теләгәнен оҫталарҙан эшләтеп йәки махсус магазин-салондарҙан һатып алырға була. Үҙебеҙҙең милләттәштәр араһында мебель етештереүсе эшҡыуарҙарҙың күбәйеүе ҡыуандыра.

Күптән түгел Сибай эшҡыуары Радик Хәсәнов Баймаҡ районының Темәс ауылында мебель магазины асып яҡташтарыбыҙҙы һөйөндөрҙө. Магазин «Универмаг» сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Хәҙер эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә матур һәм сифатлы йыһаздарҙы йыраҡҡа йөрөп эҙләмәйәсәк. Алсаҡ йөҙлө һатыусы Лилиә Баймөхәмәтова һатып алыусыларҙы ҡаршы алып, кәрәклеләрен һайларға йәки заказ эшләргә ярҙам итә. Бында мебелдең ниндәй генә төрө юҡ! Дивандарҙың хаҡы 7900 һумдан башлана. Мөйөшлө йомшаҡ дивандар креслоһы менән бергә 17500 һумдан алып 18500 һумға тиклем тора. Шифоньер-купеларҙы һәм кейем-һалым өсөн тәғәйенләнгән шкафтарҙы ла арзан хаҡҡа алырға була. Кухня гарнитуры һеҙгә ни бары 9 мең һумға төшәсәк. Шулай уҡ төрлө ҙурлыҡтағы карауаттарға заказ бирергә мөмкин. Өҫтәл-ултырғыстарҙың да төрлөһөн табырға була. Мәҫәлән, йыйып, ҙурайтып ҡуя торған өҫтәлдәр осһоҙлоғо менән йәлеп итә. Компьютер өҫтәлдәре һәм уҡыусылар өсөн парталар ҙа ҡыйбат түгел. Көҙгөлө тумба-трельяж, бала төрөү өсөн махсус өҫтәл-комод, телевизор аҫтына ҡуймалы тумба, төрлө кәштәләр—быларҙың барыһы ла һеҙҙең уңайлыҡ өсөн эшләнгән. Семәрле һандыҡтар ҙа халыҡта ҙур һорау менән ҡулланыла. Уларҙы ла үҙегеҙ теләгән үлсәмдә һәм төҫтә, төрлө материалдан эшләтергә була.

Алырға теләгән мебелегеҙ һатыуҙа булмағанда ла борсолорға кәрәкмәй. Һеҙҙең һорау буйынса белгестәр өйөгөҙгә килеп үлсәмен һәм эскизын һыҙып алып китә. Заказдар иһә аҙна эсендә әҙер була. Уны үҙҙәре алып килеп тәғәйен урынға ҡороп та ҡуя. Темәстә йәшәүселәр булһынмы йәки күрше ауылдарҙан килһендәрме, мебелде алып ҡайтыу өсөн билдәләнгән хаҡҡа йөк машинаһы бирелә.

Мебель өсөн хаҡты бүлеп түләргә була. Был бик уңайлы. Тәүҙә дөйөм сумманың 30 процентын индерергә кәрәк. Ҡалғанын 2-3 айҙа түләү мөмкинлеге бирелә.

Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ: 1 декабрҙән бөтә йорт йыһаздарына 5-7 процент ташлама ҡаралған. Яңы йылды яңы мебель менән ҡаршыларға теләүселәр Темәс мебель магазинына рәхим итһен!

Магазин дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй. Сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем—төшкө ял. Шәмбе көнөндә һеҙҙе 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем көтөп ҡалалар. Йәкшәмбе—ял.


Һүрәттә: «Беҙҙең мебель сифатлы һәм арзан»,—ти һатыусы Лилиә Баймөхәмәтова.