Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2016, 22:11

Иң арзаны—«Йәйғор»ҙа!

Сибай ҡалаһының Белов урамында күптән түгел генә эшләй башлаған «Йәйғор» («Радуга») магазинында аҙыҡ-түлекте осһоҙ хаҡҡа һатып алырға була.

Был сауҙа нөктәһен күмәртәләп һатыу базаһы тип атарға ла мөмкин. Сөнки ҡала буйынса алып ҡарағанда, кәштәләргә ҡуйылған бөтә төр продукция ла һеҙгә осһоҙ хаҡҡа төшәсәк. Һатыусылар әйтеүенсә, улар туранан-тура заводтар менән эшләй, шуға күрә тауарҙары арзан. Бында туҡланыу өсөн иң кәрәкле аҙыҡ-түлек һаналған он, шәкәр ҡомо, тоҙ, көнбағыш майы, макарон изделиялары, ярмалар, печенье-кәнфиттәр һәм сәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ. Хатта ҡаланың күмәртәләп һатыу базаларында эшләүсе эшҡыуарҙар ҙа сифатлы һәм арзан хаҡлы продукцияны «Йәйғор»ҙан килеп ала.

Кәбәктең дә иң осһоҙон бында табырға була. Бер тоғо 120 һум тора. Он да арзан, уның ауырлығына, етештереүсеһенә һәм сортына ҡарап һайлап алырға мөмкин. Һатып алыусылар әйтеүенсә, бында шәкәрҙең дә хаҡы бик түбән.

«Йәйғор» магазины Белов урамы, 5 А адресы буйынса, йәғни «Гольфстрим» мебель салоны артында, ихата эсендә урынлашҡан. Бер ҡатлы бинаның эсендә һатып алыусыларҙы яҡты, иркен сауҙа залы көтә. Аҙыҡ-түлек ассортименты бай, уларҙың һәр береһе кәштәләргә матур итеп теҙелгән, эргәһенә хаҡтары яҙып ҡуйылған. Бында һатып алыусы үҙен үҙе хеҙмәтләндерә. Һәр кем теләгән тауарҙы һайлап, ҡарап, яҡындан таныша ала. Аҙыҡ-түлекте тоҡлап йәки йәшникләп алған осраҡта йөк тейәүсе бушлай ярҙам итә, машинаға тейәшә. Бында һатып алыусыға бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.

«Йәйғор» магазины аҙна буйына алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Хатта төшкө ялға ла туҡтамайҙар. Һеҙҙе бында дүшәмбенән шәмбегә ҡәҙәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, ә йәкшәмбе көнө сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем көтәләр. Ҡала буйынса иң арзан аҙыҡ-түлекте һеҙ тик «Йәйғор» магазинында ғына осратырһығыҙ.


Реклама

Читайте нас: