Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ноябрь 2016, 22:13

Буҙа эскән сырхау белмәй Ғүмерҙәр гөрләп уҙа...

—Буҙа—халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Уның менән ҡунаҡ һыйлау хөрмәт күрһәтеү билдәһе булған. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауыл, ҡалаларҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы—быға асыҡ дәлил,—ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы.—Милли эсемлегебеҙҙе яһау серҙәрен әсәйем Дилә Вәлләм ҡыҙынан өйрәндем. Ул үҙ нәүбәтендә күршеһе Рәйфә Шаһи ҡыҙынан отоп алған. Fөмүмән, был шөғөл беҙҙең ғаилә бизнесы. Ирем Дим Азат улы Азатов һәр яҡлап терәк булһа, атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм дә беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Ике йәшлек улым Инсар, иртәнсәк күҙен асып та өлгөрмәй, буҙа һорай.

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Яҡуповтар ғаиләһендә баш бала булған Гөлназ бәләкәйҙән сауҙаға ынтыла. Иҫәп-хисапҡа шәп ҡыҙҙы ата-әсәһе бухгалтер итеп күрергә теләй. БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультетын тамамлағанда «Башҡорт милли эсемлеге буҙа» бизнес планы буйынса диплом эшен яҡлай. Артабан тырыш ҡыҙға ҡаланың «Урал аръяғының эшлекле донъяһы» бизнес-үҙәгендә ошо юҫыҡта бизнес-проект төҙөшөргә ярҙам итәләр. Быға тиклем ҡабымлыҡтар һатылған киоскыһына яйлап үҙе етештергән буҙаны сығара башлай. Алкоголһеҙ, газһыҙ эсемлектәр етештереүгә сертификат алған эшҡыуар башта көнөнә ике шешә һатһа, әлеге көндә ул литр ярымлыҡ 20 шешәгә милли эсемлек ҡойоп, «Самрау», «Орфей» кафеларына, «Яҙ» сауҙа селтәренә һатыуға сығара.

Буҙаны бөтә Рәсәйгә генә түгел, сит тарафтарға ла танытырға теләгән Гөлназ Фәнис ҡыҙы 1-2 декабрҙә Өфөлә уҙасаҡ ШОС, БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса икенсе Форумында сығыш яһаясаҡ. Киләсәктә йәш эшҡыуар эшен артабан үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы алып, буҙа ҡойоусы линияны сафҡа индерергә хыяллана.

Һүрәттә: Азатовтар ғаиләһе.