Ояһында ни — осҡанында шул
Бикбирҙиндар ғаиләһендә 13 бала үҫә. Йәүҙәт ағай — унынсыһы. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар, әммә барыһы ла бейергә ярата, йыр-моңдо үҙ итә. Рухи ҡөҙрәт йәншишмәләй ырыуынан урғыла, тиҙәр. Сәнғәткә булған һөйөү, әлбиттә, ата-әсәһенән килә. Әсәһе Гөлнур инәйҙең тауышы бик моңло була. Уның фронт яланында ятып ҡалған ағаһы, атаҡлы ҡурайсы һәм бейеүсе Ғәлиастан Шәмсетдинов Башҡорт академия драма театрында эшләгән, һирәк башҡарыла торған байтаҡ халыҡ йырҙарын һеңлеһенә өйрәтеп ҡалдырған. Шуға күрә әсәһе башҡарыуындағы халыҡ ынйылары Йәүҙәт ағайҙың күңелен бала сағынан иркәләй, наҙға, нурға күмә. Аҙаҡ был илаһи моң бейеү һалғанда ҙур ярҙамсы була.
Күрше генә йәшәгәнлектән, бала саҡтан Гөлнур һәм Зәйнулла Бикбирҙиндар менән тығыҙ аралашып, ғаилә ағзалары хаҡында хәбәрҙар булып үҫтем. Бигерәк тә йәй айҙарында өйҙәренә килеп тулған ейән-ейәнсәрҙәрен көтөп ала торғайныҡ. Йәүҙәт ағайҙың ялға ҡайтҡанын белгәс тә, улар йәшәгән йорт яғынан күҙемде алмайым, сөнки төрлө мәҙәктәр тик унан ғына сыға: картуф баҡсаһында эшләп йөрөгәнендә, саң туҙғытып, бейеп китһенме, йә булмаһа, Атүлгән ҡоҙоғона һыуға барғанымда, көйәнтәмде алып, “ошолайыраҡ иткәндә, нисегерәк була әле”, тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә төрлө хәрәкәттәр ҡабатлаһынмы... Ә кисен өйҙәре янына бала-сағаны йыйып, бейеү өйрәтә башлай. Бигерәк тә беҙгә,ауылдаштарыбыҙҙың нисек атлауын, кемгә ниндәй ҡылыҡ-фиғел хас булыуын эләкләп, мәҙәк итеп күрһәтеүе оҡшай торғайны. Бала саҡтың ғәмһеҙ уйҙарынан арынып, бөгөн килеп шуны аңланым: бейеү һалыу еңелдән түгел икән. Йәүҙәт ағай, моғайын да, буласаҡ бейеүҙәренең “инеш башы” итеп үҙ ауылын һайлағандыр. Уның “Күсей зимагорҙары”, “Сонайым” һәм башҡа күп кенә ижад емештәрендә яҡташтарын еңел танырға була.
Бынан бер нисә йыл элек, үҙе иҫән сағында бейеүсенең бер туған ағаһы, Баймаҡ районы Темәс ауылында йәшәүсе Самат Бикбирҙин менән оҙаҡ һөйләшеп ултырып, ғаилә альбомындағы фоторәсемдәр ҡарап, хәтирәләргә бирелдек. Шуныһы ҡыуаныслы: Самат ағайҙа ҡустыһының бер нисә хаты һаҡлана ине. Уларҙа бейеү хаҡында уй-фекерҙәр байтаҡ. Бишенсе класта уҡып йөрөгән сағында Өфө ауыл хужалығы институтында белем алған Самат ағаһына бер концертта үҙенең өс бейеүҙе башҡарғаны тураһында яҙа, “арып бөттөм, ҡат-ҡат һорап сығарҙылар” тип тә өҫтәй. Хат аҙағында “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙылыуы хаҡында ла теркәп ҡуйған. Тимәк, буласаҡ бейеү оҫтаһы бәләкәйҙән киләсәктә үҙенең ниндәй юлды һайлаясағын асыҡ күҙаллаған. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған сағында уҡытыусы Раил Асҡаров (ул да Күсей ауылынан, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарованың атаһы) етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Бала саҡтан хәрәкәтсән, йылдам һәм етеҙ булып үҫкән Йәүҙәт спорт буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған сағында, уны Өфөгә бейеү буйынса уҡырға саҡырып ҡағыҙ ебәргәс, физкультура уҡытыусыһы был хаҡта үҫмергә белдермәүҙе үтенә, буласаҡ ҙур спортсыны юғалтыуҙан ҡурҡа. Үкенескә ҡаршы, Йәүҙәт Бикбирҙинға Өфөгә барып, махсус белем алырға тура килмәй. Әммә сәнғәткә булған ҙур һөйөү егеткә тынғылыҡ бирмәй һәм ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Тап ошонда уҡытыусыһы Салауат Дәүләтбаев ярҙамында тәүге бейеүҙәр һалына, ижад ҡомары асыла.
“Ҡара тауыҡ” итальяндарҙың һушын алған
Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда тап уның тырышлығы менән данлыҡлы “Ирәндек” бейеү ансамбле төҙөлә. Йәүҙәт Бикбирҙин ҡуйған милли бейеү сәнғәте өлгөләренең иң яҡшылары сәхнәгә сығарыла. Был, әлбиттә, сәнғәт белгестәренең һәм профессиональ бейеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итмәй ҡалмай. Башҡаларҙан айырылып торған үҙенсәлекле бейеүсене конкурстарҙың береһендә күреп ҡалып, филармонияға — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыралар. Унда Йәүҙәт Зәйнулла улы профессиональ оҫталыҡҡа тәрәндән өйрәнә, бейеү серҙәренә ныҡлап төшөнә. Бында ике йыл эшләү осоронда коллектив менән Италия, Франция, Швейцария илдәрендә гастролдә була. Остазы һәм уҡытыусыһы Йәнғәле Вахитов уның өсөн махсус бейеүҙәр һала. Шаян “Ҡара тауыҡ”ты республикабыҙҙың ғына түгел, хатта сит илдәрҙең тамашасылары ла яратып алҡышлай.
“Ҡара тауыҡ”ҡа бәйле бер ҡыҙыҡ хәл тураһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәйзулла Ғөбәйҙуллин былай тип һөйләй: “Ансамбль Италияла гастролдә йөрөгәндә айырыуса коллектив бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирелгән. Итальяндарҙың күңелен асайым, мәрәкә итәйем тип, артистар икенсе бейеү өсөн кейемдәрен алмаштырған ваҡытта, Йәүҙәт сәхнәгә “Ҡара тауыҡ”ты бейергә сыға. Бейеү тамамлана, ә зал тып-тын. Бейеүсе һуңғы хәрәкәттәрҙе ҡабатлай ҙа, сәхнәнең өҫтөнә элеп ҡуйылған Италия флагына ҡарап, башын юғары сөйөп, бармағы менән уға ишаралай. Ә флагта әтәс һүрәте төшөрөлгән: шул саҡ тамашасылар аяғүрә баҫып, дәррәү ҡул сабырға тотона. Тулы зал бер нисә минут дауамында Йәүҙәт ағайҙы алҡышлай”.
Ансамблдә оҙаҡ йылдар эшләгән сәнғәт оҫталары Хисбулла Зөбәйҙуллин, Рим Бакиров, Тәлғәт Урмановтар йәш бейеүсегә сәхнә серҙәрен төшөндөрә, тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлаша. Артабан Йәүҙәт Бикбирҙин Бәхти Ғайсин һәм Кәтүк-Әхәт Уразмәтовтарҙың концерт бригадаһында эшләй. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарының ниндәй генә сәхнәһендә сығыш яһауына ҡарамаҫтан, һәр ерҙә ойоҫҡота баҫып, өҙҙөрөп һәм талпынып бейегән йәш артист бар халыҡты һоҡландыра.
Бикбирҙин бейеүҙәре
Бейеүҙәрҙең дә ниндәйерәк аҫылдары бит әле! Бөтә донъяны, сит ҡитғаларҙы дуҫлыҡ ептәре менән тоташтырыусы ижад ынйылары, Испания, Германия, Италия, Бельгия тамашасыларын таң ҡалдырған “Каруанһарай”, “Игеҙәков”, “Ҡараһаҡал”, “Маршрут”, “Перовский”, “Юлғотло һунарсы”, “Бейеш ҡараҡ”, “Ҡара тауыҡ”, “Кәкүк” һәм башҡа бейеүҙәре сәнғәт тарихында мәңге ҡалырлыҡ. Йәүҙәт Бикбирҙиндың бейеүҙәре халыҡсан, милли колоритлы, эске кисерешкә бай булыуы, сюжетлылығы менән башҡаларҙан айырылып тора.
Ағаһы Самат Зәйнулла улы әйтеүенсә, сюжеттар уның күңелендә һис көтмәгән саҡта тыуған. Хатта урамда китеп барғанда башҡаларҙың атлауына ҡарап та ниндәйҙер яңы хәрәкәттәр таба, кеше инеп сыҡҡан арала ла унан ҡабатланмаҫ милли биҙәк отоп ҡалыр булған. “Әмин һәтәүе” тигән шаян бейеүҙе һалған саҡта, аҙналар буйы ошо ауылда йәшәп, геройы тураһында ололарҙан һораша, холоҡ-фиғелен өйрәнә. Бейеүсе Рәфҡәт Юнысовҡа ошо бейеүҙе һалып һис тә яңылышмай, һоҡланғыс, үҙенсәлекле “Әмин һәтәүе” әле лә сәхнәлә “йәшәй”. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Йәүҙәт Зәйнулла улы халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә бәйле бейеү һалыу менән мауыға. Башҡорт халҡының милли-азатлыҡ көрәше тарихын, башҡорт яугирҙәренең походтарын, ихтилал башлыҡтарының тормошон тәрән өйрәнә. Уның үлемһеҙ “Ҡараһаҡал”, “Каруанһарай”, “Игеҙәков”, “Перовский”, “Бөрйән яугирҙәре”, “Ҡаһым түрә” кеүек тарихи бейеүҙәре ана шул шәхестәрҙең яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Шуныһы ғәжәпләндерә: ижад емештәре бер-береһен ҡабатламай, үҙҙәренә генә хас сюжеты, хәрәкәте бар.
Сәхнә оҫтаһын төрлө райондың мәҙәниәт бүлеге етәкселәре саҡырып, бейеү ҡуйҙыра. Бөгөн төрлө тарафтарҙа тап ул һалған бейеүҙәрҙе башҡарып, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урын алыусылар бихисап. Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға үткәрелгән республика хореография конкурсында ул ҡуйған бейеүҙәр менән бер нисә район һәүәҫкәрҙәре ҡатнашҡан. Бәйгеләрҙең береһендә Йәүҙәт Бикбирҙинға “Республиканың иң яҡшы хореографы” тигән исем бирелә. Сәнғәт донъяһының алтын хазинаһына әүерелгән “Каруанһарай” тарихи бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ул башҡорт хореографияһына нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәровтың “Ҡороҡсолар”ы менән бер рәттән телгә алына. Гүзәллек һәм батырлыҡ, нескәлек һәм ҡыйыулыҡ, һөйөү һәм һағыш бергә уҡмашҡан тарихи-хореографик күренеш халҡыбыҙҙың үткәнен сағылдыра. Бөгөн “зәңгәр экран”дарҙан, йә булмаһа, сәхнәләрҙән Йәүҙәт ағайҙың бейеүҙәрен күреп, күңел һыҡтап китә. Үҙең дә һиҙмәҫтән, “эх”, тип ҡуяһың.
Баймаҡтың бейеү сәнғәтен бығаса күрелмәгән оло бейеклектәргә күтәреүсе лә — Йәүҙәт ағай. 1983 йылда уның тырышлығы менән ойошторолған ансамблдең репертуары оҫтаның сәнғәт өлгөләре менән тулыланып, Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй фольклор байрамында, Германияла фольклор коллективтарының йыр һәм бейеү фестивалендә, Италия һәм Бельгияла халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә ҡатнаша. 1988 йылда ижади коллективҡа “халыҡ ансамбле” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Уйлап ҡараһаң, Йәүҙәт Бикбирҙин ижады менән иҫән сағында уҡ үҙенә һәйкәл ҡойҙо. Уның башланғысы менән 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында үткән “Байыҡ” конкурсы хәҙер бик популяр телевизион бәйгегә әүерелде. Бикбирҙин да конкурс өсөн шәхсән бер нисә бейеү һала. “Түңгәүер Байығы”, “Үҫәргән Байығы”, “Тамъян Байығы”, “Ҡыҙҙар Байығы”, “Атайым Байығы”, “Ушан Байығы”, “Кинйә” кеүек бейеүҙәре менән иҫ китмәле тотош бер эпопея тыуҙыра
Әлбиттә, хореограф-балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙиндың халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бигерәк тә башҡорт классик бейеү өлгөләрен үҫтереүҙәге роле ҙур. Әммә беҙ уның ижадын тулыһынса баһалау дәрәжәһенә ирештекме? Юҡтыр, моғайын. Әйткәндәй, был тәңгәлдә әле башҡараһы эштәр бихисап...
Кәримә Усманова.