Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир, драматург, ғалим, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылды.
Ауылдың етерандар советы рәйесе Йәмних Ҡашҡаров әйтеүенсә, әбделкәримдәр Хәбибулла Ғәбитов менән сикһеҙ ғорурлана, уның тураһындағы яҡты хәтирәләрҙе киләһе быуындарға еткереү өсөн ҙур эштәр башҡара. Әйтәйек, 1996 йылда шағирҙың тыуыуына 110 йыл тулыу республика кимәлендә билдәләнгән. Ауылдың үҙәк урамына уның исемен йөрөтә, мәктәптә музей бар. Йәй көнө Ғәбитовтар Шәжәрә байрамын Хәбибулла Ғәбитов иҫтәлегенә арнап ойошторған. Шулай уҡ быйыл Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында үткән Түңгәүер йыйынында ла, район һабантуйында Әбделкәрим ауыл биләмәһе тирмәһен ҡорғанда ла төп урынды Хәбибулла Ғәбитовтың тормош һәм ижад юлы биләгән.
Кем һуң ул Хәбибулла Ғәбитов?
Ул -- иң ярлы ҡатламдан юғары күтәрелгән шәхес, йәмәғәт эшмәкәре. 1886 йылдың 1 майында Әбделкәримдә хеҙмәтсе ғаиләһендә тыуған. Өс йәштә етем ҡалып, Юлыҡта алтын приискылары хужадары Рәмиевтар ғаиләһендә аҫрау бала булып үҫә, шунда башланғыс белем ала. 10-12 йәштәрҙән Таналыҡ станицаһы имам-хатибы Аҡмалетдин Ғәбитов ғаиләһендә тәрбиәләнә. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡып, артабан үҙаллы тормош юлына баҫа, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, матбуғатты үҫтереү юлының башында торған шәхестәребеҙҙең береһенә әйләнә. Ҡыҙғанысҡа күрә, золом сәйәсәтенә эләгеп, яҙмышы аяныслы тамамлана.
Таҡтаташ асыу хоҡуғы тарихсылар Нурислам Ҡалмантаев, Илгиз Байымов, Әбделкәрим ауылы биләмәһе башлығы Илшат Моратовҡа бирелде.
Баймаҡ районынан һуң мәртәбәле ҡунаҡтар Сибай ҡалаһына юлланды. Бында улар БДУ-ның Сибай институтында Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Сарала арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың ижады, биографияһы буйынса фекерҙәр яңғыраны, күптән түгел генә донъя күргән ғилми йыйынтыҡҡа ингән мәҡәләләр тикшерелде.
Кәңәшмә һуңында резолюция ҡабул ителеп, Хәбибулла Ғәбитовтың тормошона арналған китап сығарыу, уның исемен мәңгеләштереү, ижадын тәрән өйрәнеү бурысы ҡуйылды.
Юғары уҡыу йортондағы кәңәшмә Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә республиканың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты яҡташыбыҙға арнап ойошторған сараларға нөктә ҡуйҙы.