Юбилей сараһында спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде. Шиғырҙар, йырҙар яңғырауы, саҡырылған ҡунаҡтарҙың, дуҫтарҙың ҡотлау сәләмдәре лә сараға йәм өҫтәне. Кисәнең сценарийын республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова яҙған, режиссер—Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов байрамды сағыу һәм онотолмаҫлыҡ итеүгә ҙур көс һалған.
Миҙгелде асҡан көндө БАССР-ҙың халыҡ артисы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Ғәшиә Баязит ҡыҙы Абыҙгилдина йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.
28 сентябрҙә сәхнәгә Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” спектакле, 29 сентябрҙә Наил Ғәйетбаевтың “Урал бөркөтө”. 30 сентябрҙә Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” драмаһы сыға. Пандемияға ҡарамаҫтан, ижади төркөм “Парлы яңғыҙҙар” спектакле менән Баймаҡ һәм Миәкә райондарына гастролгә йыйына.
15 октябрҙә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовтың юбилей концерты үтә.
Сибайҙарҙы “Шахтер” психологик драмаһының яңы премьераһы көтә. Талха Ғиниәтуллиндың пьесаһы буйынса “Тау артында ниҙәр бар?” спектаклен сәхнәгә сығарырға уйлайҙар. Мәктәп уҡыусылары өсөн лекторийҙар әҙерләнгән.
Быйылғы театр миҙгеленең төп яңылығы—ул “Пушкин картаһы”. 14 йәштән 22 йәшкәсә һәр кем йыл аҙағынаса 3000 һумға мәҙәни сараға, шул иҫәптән беҙҙең театр спектаклдәренә билет алып ҡуя ала. Был уҡыусыларға, студенттарға драматургия классикаһын, спектаклдәр тарихын өйрәнеүгә булышлыҡ итеп, белем даирәләрен киңәйтергә ярҙам итә.