СИБАЙ ҠАЛАҺЫНДА ЙӘШӘҮСЕ РАФАЭЛЬ РАМАҘАН УЛЫ МУЛЛАГИЛДИН—АФҒАНСТАНДА ИНТЕРНАЦИОНАЛЬ БУРЫСЫН ҮТӘГӘН ЯУГИР. ӘММӘ БЫЛ ХАҠТА УЛ ҺӨЙЛӘРГӘ ЯРАТМАЙ.
—Беҙҙең хәрби часть унда 1979 йылда һуғыш башланғас та индерелде. 5 ай буйы мәхшәр эсендә булдыҡ. Быуындарыбыҙ ҙа ҡатмаған килеш ут аҫтына барып инеү ҡурҡыныс ине, әлбиттә. Йәшлек менәндер инде үлемде бөтөнләй уйламаныҡ. Тиҙерәк ҡайтыу теләге көслө булды,—тип хәтерләй ғәрәсәтле йылдарҙы Рафаэль Рамаҙан улы.
Рафаэль Муллагилдинға ғинуар айында 64 йәш тулған. Ул Баймаҡ районының Семеновск ауылында тыуған. Ата-әсәһе алтын йыуыу фабрикаһында эшләгән. Улар ете балаһына—2 улы һәм 5 ҡыҙына матур тәрбиә биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итешкән. Бер туғандар үҙ-ара саҡырышып, әле лә татыу йәшәй.
Рафаэль 8-се класты тамамлағандан һуң, Өфө автотранспорт техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған белгес Баймаҡ автотранспорт предприятеһында автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса мастер булып хеҙмәт юлын башлай. Тәжрибә туплауға уны әрме сафына саҡырталар. Калининградта мотоуҡсылар хәрби часына эләгә. Күп тә тормай Афғанстанға ебәрәләр.
Студент булған кеше—йәшлекте, һалдат булғаны тормошто татып белә тигәндәй, 20 генә йәшендә һуғышты үҙ иңендә татый ул. Имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуына әрмегә ҡәҙәр күҙ һалып йөрөгән Сибай ҡыҙы Клара менән ныҡлап дуҫлашып китә һәм күп тә тормай өйләнешәләр. Муллагилдиндарҙың тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Ринат, Гүзәл һәм Лилиә тыуа. Бәхет эҙләп сит тарафтарҙа ла йөрөп ҡарайҙар, әммә ата-әсәләренең һүҙен тыңлап Сибайға ҡайтып төпләнәләр. Ғаилә башлығы комбинаттың автотранспорт цехында, аҙаҡ рудникта эшләй. Ҡатыны ғүмере буйы төҙөлөшкә тоғро ҡала. Балалары ла ата-әсәһенең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәр береһе тормошта үҙ урынын таба.
Әлеге ваҡытта Гүзәл ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Ринат Сибайҙа, бәләкәстәре Сочила тора.
Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй. 33 йыл бер-береһен аңлап йәшәгән ғаилә парының бер ҡанаты ҡайырыла: оҙаҡ ауырығандан һуң Клара Хәсән ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсә. Ҙур юғалтыуҙы барыһы ла ауыр кисерә. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә әүрәп көн иткән ир баҡсалағы күршеһе Людмила Ғилемханова менән бергә йәшәргә ҡарар итә. Украинанан сик һаҡсыһы булған иренә эйәреп килгән Людмилаға ла сит-ят ерҙә яңғыҙ ҡалыу еңелдән булмай. 2 ҡыҙы, улы ла эйәле-башлы булып киткәс, олоғайған көндө сөкөрләшеп сәй эсергә, баҡса эштәрендә булышырға тип Рафаэль менән йәшәй башлай.
Рафаэль һәм Людмила сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, көндә паркка йәйәү атларға сығалар. Йәйҙәрен гөрләтеп йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Людмила әҙерләгән тауыҡ бәлешен, борщтарҙы тәмләп ашарға ярата Рафаэль. Хәҙер инде ҡатынын бишбармаҡ бешерергә лә өйрәтеп алған.
—Донъялар тыныс торһон, һуғыш сыҡмаһын. Тыныслыҡ булһа, ҡалғаны үҙебеҙҙең ҡулда,—ти Рафаэль Рамаҙан улы.