Хәйбулла районының урман зонаһына ингән Оло Әбеш ауыл биләмәһендә “Шайтантау махсус һаҡланған зоологик дәүләт ҡурсаулығы” урынлашҡан. Тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында унда һунар итеү, ағас ҡырҡыу тыйылған. “Шайтантау” ҡурсаулығы—имәнлек һәм урман-дала менән ҡапланған комплекс, Һаҡмар йылғаһы киҫеп үткән Шайтантау тауҙар теҙмәһенә инә. Заказник 1971 йылда рәсми теркәлгән, уның майҙаны 30 мең 500 гектар тәшкил итә, Ейәнсура районы һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.
Әйткәндәй, ҡурсаулыҡтан алыҫ түгел Ырымбур өлкәһенә ҡараған “Шайтантау” заповеднигы урынлашҡан. Тау имәнлектәре төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙә үҫә, көньяҡ һәм көнбайыш битләү ташлы даланан тора, урыны менән ҡыуаҡлыҡтарға алмашына. Дала туғайлыҡтары йылға киртләстәрен биләй, туғайҙа ерек, муйыл, күк тирәк үҫә. Ҡурсаулыҡта һирәк осрай торған хайуандар һәм үҫемлектәр һаҡлана. Мәҫәлән, мышы, йәтсә, ҡабан сусҡалары, һеләүһен, аҡ ҡуян, ҡор, сел, шәшке, һары шәшке, һыуһар, йылға ҡондоҙо, ҡурпынсыҡ, дала ҡарағошо, бөркөттәрҙе тик бында ғына осратырға мөмкин. Ҡыҙыл китапҡа ингәндәрҙән мөншөгөр (выпь), күл буғаһы, өкө (ябалаҡ), осар тейен, бағыр, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡты телгә алырға була.
2005 йылда заказник Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағына күсерелә. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә райондың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә ингән Мә-йетбар урынлашҡан, шулай уҡ бында Ырымлы ер тип аталған урын бар.
Ҡурсаулыҡта энә япраҡлы һәм урал ҡәнәферҙәре, урал гөлбаҙраны, боланут үләне, меңъяпраҡ, гладиолус, Марьин тамыры йәки ҡырағай пиондар осрай. Бынан тыш, барыбыҙға таныш булған дарыу үләндәре—шиңмәҫгөл (бессмертник песчанный), татлы тамыр (солодка Коржинского), бейек андыҙ (девясил высокий) бар. Районда ғына түгел, хатта республикала берҙән-бер уникаль урын—бейек андыҙ яланы ла бар. Ә инде ҡурайҙың тап бында үҫеүенә һис тә аптырарға кәрәкмәй.
Хайуандар донъяһына килгәндә лә, ҡурсаулыҡта тайыштабан, илек, төлкө, ҡуяндар бик күп. Ҡыш көнө ҡар ҡалын булыу сәбәпле, хайуандарҙың күбеһе ҡышларға Баймаҡ, Йылайыр яғына китеүсән, яҙ йәнә ошо төбәкте үҙ итә. Заказникта һунар ҡәтғи тыйыла, әммә был ҡанунды һанға һуҡмаусылар ҙа бар.
Ҡурсаулыҡ майҙанына райондың Үрнәк, Йәнтеш, Аҡъюл, Бәләкәй Арыҫланғол, Ҙур Әбеш ауылдары инә. Ауыл халҡының күпселегенең сабынлыҡтары ҡурсаулыҡта урынлашҡан. Бөгөн “Шайтантау” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре биләмәне даими контролдә тотоу, уларҙы һаҡлау буйынса ҡулдарынан килгәндең барыһын да үтәй. Әммә беҙҙе уратып алған тәбиғәтте һаҡлау—һәр кемдең мөҡәддәс бурыстарының береһе. Сөнки хозур тәбиғәттә ял итергә, уны күҙәтергә, матурлығына һоҡланырға мөмкин, әммә бар кешегә лә уны яратыу, ҡәҙерләү, һаҡлау, яҡлау кеүек сифаттар бирелмәй.