Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
17 Ноябрь 2020, 11:41

КҮҘҘӘРҘӘ—ОСҠОН, ЙӨРӘКТӘ—ДӘРТ

Студент йылдары—шау-шыулы, күңелле һәм иң матур ваҡыт. Ошо гүзәл мәлдең бөгөнгө хужаларын һеҙ һүрәттә күрәһегеҙ. Әлиә Вәлиева, Нәркәс Ахунйәнова, Сәлимә Кинйәғолова—Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының йөҙөк ҡашы.

Студент йылдары—шау-шыулы, күңелле һәм иң матур ваҡыт. Ошо гүзәл мәлдең бөгөнгө хужаларын һеҙ һүрәттә күрәһегеҙ. Әлиә Вәлиева, Нәркәс Ахунйәнова, Сәлимә Кинйәғолова—Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының йөҙөк ҡашы.
Талантлы ҡыҙҙар тырышып белем алыуҙан тыш, конкурс, олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Быйылғы уҡыу йылында Нәркәс Миләүшә Мортазина призына ойошторолған киң масштаблы Бөтә Рәсәй вокалистар конкурс-фестивалендә үҙ көсөн һынап ҡараған һәм 2-се урын яулаған. Шулай уҡ Салауат Низаметдинов исемендәге II асыҡ респуб-лика вокалистар конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат булыуға өлгәшкән. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендианты ла.
Сәлимә колледжға Рәми Ғарипов исемен-дәге гимназия-интернатын тамамлағандан һуң килгән. Ул актерлыҡ сәнғәте бүлегендә уҡый. Бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ әле лә “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Бы-йыл күп конкурстар онлайн форматта уҙғарыла. Уларҙан да ситтә ҡалмай Сәлимә. “Ашҡынып-талпынып” бейеүе менән республика бейеүҙәре конкурсында ҡатнашып, 2-се урын алған.
Әлиә иһә халыҡ инструменттары бүлегендә белем ала. Тырыш ҡыҙ республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнашып, тик еңеүҙәргә генә өлгәшә. Уның өсөн еңеүҙәрҙең иң мөһиме һәм иң дәрәжәлеһе—Швейцарияла онлайн форматта уҙғарылған халыҡ-ара “Тере шишимә” халыҡ сәнғәте фестивалендә ҡатнашыу. Унда ул фортепианола уйнау оҫталығы буйынса 3-сө дәрәжә лауреаты исемен яулаған.
—Студенттар көнөндә 1-се курстарға байрам ойоштороу, уларҙы үҙебеҙҙең коллективыбыҙға бағышлыу —уҡыу йортоноң матур традицияларының береһе. Колледжда уҡыу бик күңелле. Студенттар һанаулы ғына булғанға күрә, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Бында һәр ваҡыт йылы мөхит, уҡытыусылар шул тиклем мөләйем һәм беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Сәнғәт юлын һайлаған студенттарға тырышып уҡырға, һайлаған һөнәрен яратырға һәм, әлбиттә, бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтәрендә эшләүҙәрен теләйем. Ә уҡытыусыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткергем килә,—ти Нәркәс Ахунйәнова.
Бына шундай шәп ҡыҙҙар уҡый был уҡыу йортонда. Тырышып белем тауына үрмәләп, конкурстарҙа ҡатнашып ҡына ҡалмайҙар, ҡала тормошонда ла ҡайнап йәшәйҙәр. Әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың өсөһө лә “Үҫмерҙәр” клубында ойошторолған ирекмәндәр ойошмаһының иң әүҙем ағзалары. Дәрт-дармандары ташып торған йәштәргә уҡыуҙарында уңыштар, һаулыҡ һәм артабан да оло еңеүҙәр яулауҙарын теләп ҡалабыҙ.