Батталов Динислам Арыҫланғәле улы 1894 йылда Ейәнсура районы Ибрай ауылында тыуған. 1914 йылда ул әрме сафына баҫа. Шул ваҡытта ул Герман һуғышына эләгә һәм яраланып ҡайта, шуға күрә илдәге революцияла ҡатнаша алмай. Яраланып ҡайтһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай: уның аттары, бесән сапҡысы, йыйғысы була. Колхозлашыу башланғас, уларҙың барыһын да колхозға тапшыра. Динислам ҡартатай, ауыл хужалығы техникахын яҡшы белгәнгә, колхозда иң алдынғы механизатор булып китә. Ураҡ йыйыу машиналары уның ҡарамағында булған.
1941 йылда Бөйөк ватан һуғышы башланғас, ҡартатайыбыҙҙы Ырымбур ҡалаһына хеҙмәт армияһына алалар. Ил өсөн ауыр ваҡытта ул ғариза яҙып үҙ теләге менән һуғышҡа китә һәм Курск дуғаһындағы ҡаты бәрелешкә эләгә. Уның өлкәнлеген иҫәпкә алып, ауыр артиллерияға ебәрәләр.
Динислам ҡартатайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында Орел ҡалаһынан башлап Белгород, Харьков, Кировоград, Звенигородка, Умань, Румынияның Яссы, Васлуй, Бырлад, Фокшаны, Рымник, Бызэу, Плоэшти ҡалаларын, Венгрияның Сальнок, Будапешт, Евстеграм ҡалаларын, Чехисловакияның Комарно, Новые Замки, Трнава, Братислава, Малацки, Ярмержице, Зноймо һәм Австрияның Цистердорф ҡалаларының азатлығы өсөн һуғыша. 1945 йылдың 9 майын –Бөйөк Еңеүҙе Австрияла ҡаршы ала. Һанап кителгән ҡалаларҙы азат иткән өсөн Сталиндан Рәхмәт хаты ала “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары һәм Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
Ҡартатайыбыҙ тыуған ауылына 1946 йылдың яҙында ҡайта, һуғыштан ҡайтыу менән, үҙенең элекке эштәренә тотона, йәштәрҙе үҙе белгән һөнәрҙәргә өйрәтә. Ике һуғыш ҡырын үтеп, колхозлашыу эштәрендә ҡайнап, ул замандың барлыҡ ауырлыҡтарын күреп, 1964 йылдың 21 сентябрендә вафат була.
Донъя һуғышында ҡартатайыбыҙҙың ғаиләһенән үҙенән башҡа тағы өс кеше ҡатнаша. Бер улы Миңлебай Япон һуғышында “Крейсер” ҙа хеҙмәт итә. Кораблдәре һөжүмгә эләккәс, Миңлебай олатай иптәше Сыңғыҙ менән таҡтаға тотоноп ярға йөҙөп сығалар. Үлемдән ҡалғас, “Ғүмеребеҙ бөткәнсе бергә йәшәрбеҙ” тип ант бирешәләр. Әммә дуҫын Уссури крайында йылан быуып үлтерә. Миңлебай олатай “Совгавань”дә йәштәрҙе водолаз һөнәренә өйрәтә. Һигеҙ йыл хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған ауылына ҡайта. Өс йыл йәшәй ҙә, үлеп ҡала. Хеҙмәттәштәре “Ҡайтма, климат ярамаҫ тиҙәр”, ләкин тыуған яғын һағыныу хисе көслөрәк була. Ҡайным уның “Японияны еңгән өсөн” миҙалын ҡәҙерләп һаҡлай ине.
Ҡартатайыбыҙҙың тағы ла бер улы Шәмсислам – Миңлеғәли Шайморатовтың 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, тыуған яғына ҡайтырға насип булмай- Дон далаһанда башын һала.
Өсөнсө улы Рамаҙан - 1943 йылдың көҙөндә фронтҡа китә, башта бер көбәкле бәләкәй миномет ротаһында һуғыша, күп тә үтмәй, уҡырға ебәрәбеҙ тигәс: “Мин иң дәһшәтле үс алыу ҡоралына теләп уҡыр инем”, тигән теләген әйтә лә һала. “Командирҙар бер-береһенә ҡарашып ҡына алды”, –тип һөйләгән.
Ул Аҡтүбәлә, кесе командирҙар әҙерләү буйынса ҡыҫҡартылған курста уҡый. Унда реактив снарядтарҙың осоу юлы –траекторияларҙы яҡшы өйрәнәләр. Уны тамамалағас та Ленинград фронтына ебәрелә. Бына шунда инде үҙен һүнмәҫ данға күмгән совет ҡоралы “Катюша” менән дошман өҫтөнә ут яуҙырыуҙа ҡатнаша. Расчетта наводчик булараҡ уның абруйы ла уҫә.
1944 йылда тыуған йортона похоронка ҡағыҙы килә, унда: “Һеҙҙең улығыҙ яуҙа батырҙарса һәләк булды”, тип яҙылған була. Туғандары күмәкләшеп илаша- илаша ҡара ҡағыҙ тотоп торғанда хат ташыусы тағы бер хат бирә. Унда: “Әсәй, ҡустылар, мин бер аҙ яраландым, госпиталдә дауаланам, тиҙҙән сафҡа баҫырмын,”- тип яҙылған була. “Ике катюшабыҙҙы немецтар уратып алды. Беҙгә ҡаты бойороҡ бирҙеләр: ҡорамалдарҙы дошмандарға бирмәҫкә, шартлатырға! Фронт һыҙығын берәмләп сығырға! Беҙ таралыштыҡ, минең беләкте пуля туҙҙырып үтә сығып китте. Шыуышып алға барам. Кукуруз баҫыуына килеп индем, ә унда теҙелеп немец танкылары ултыра, барыһының да моторҙары яй ғына эшләй, үҙҙәре ҡысҡырышып һөйләшә, төркөмгә йыйылып тәмәкеләрен тартып торалар. Мин ике танк араһынан ынтылһам, иҫән ҡалмаҫымды белдем. Һиҙҙермәй генә тешемде ҡыҫып танк аҫтынан шыуып үттем. Кискә табан үҙебеҙҙең пехотаға барып ҡушылдым, мине полкҡа, ары госпитәлгә оҙаттылар, хатты шунан яҙҙым,”- тип һөйләгән ҡайтҡас.
Һауығып алғас Рамаҙан олатайҙы катюша командиры итеп билдәләйҙәр. 1944 йылдың ноябрь айында Мәскәүгә килеп яңы катюшалар – БМ-13 маркалы, өҫтәмә көс менән полк тулыландырып 9-сы десант армияһы составына (командующийы генерал-полковник Глаголев) Венгрияға инәләр. Фашистарҙың Будапешт төркөмөн ҡыйратыуҙа ҙур өлөш индерәләр. 1945 йылдың 13 февралендә Будапешта, 4 апрелдә Венгрияла тулыһынса фашистар тар-мар ителә.
1945 йылдың 6 мартында Балатон һәм Веленце күлдәре араһында фашистар ҙур һөжүмгә күсә, уларҙың бында фашистар 250 танкы, күп һанлы авиацияһы тупланған була. Бына ошондай үлемгә күҙмә-күҙ ҡарап совет һалдаты һуғышҡан ваҡытта, ҡайҙандыр йәшерен позициянан катюшаларҙың тын алышы дошмандың сафтарын, хәрби техникаһын, транспортын аяуһыҙ юҡ итеүе, бөтә төр частарҙағы һалдаттарҙың рухын, еңеүгә ышанысын күтәргән. Командование полк алдына яңы бурыс ҡуя: “Австрияға инергә, уны фашистарҙан азат итергә”, 1945 йылдың 13 апрелендә Вена фашистарҙан азат ителә.
322-се гвардия меномет полкы һуғыш бөтөү алдынан Альп тауҙары аша үтеп көньяҡтан Чехословакияға килеп инә. Бында фашистарҙың айырым төркөмдәрен дөмөктөрөп, 1945 йылдың 8 майында Америка ғәскәрҙәре менән осраша. Һуғыш тамамлана. Полкта демобилизация иғлан ителмәй, улар 1946 йылдың ҡышын Венгриялағы Сольнок ҡалаһы янында хәрби лагерҙа үткәрәләр, 1946 йылдың яҙында Одесса янындағы Вознесенск станцияһында урынлашалар, техникаларын тәрбиәләйҙәр.
Рамаҙан олатайға 1 ай отпуск бирәләр, 1 майға ул тыуған ауылы Ибрайға ҡайтып етә. Отпускыны уткәреп частҡа барғас, уны башҡортостан егеттәре уратып алалар, тормош хәлдәрен һорашалар.
Олатайыбыҙҙы штабҡа саҡыралар ҙа: -Батталов, бына уҡытыусыларға демобилизация була, тиҙҙән һин дә ҡайтаһың, ләкин беҙҙең һиңә тәҡдимебеҙ бар, штаб ҡағыҙҙарын, йылы, айы, көнө менән бер эҙмә-эҙлеклеккә килтереүгә, ашыҡ-бошоҡ яҙылғандарын яңынан таҙа ҡағыҙға яҙыуға ярҙам ит,”-тиҙәр.
Олатай риза булып 2 ай буйы штаб писаре вазифаһын үтәп 1946 йылда тыуған өйөнә ҡайтып инә.
Беҙ уларҙы куреп белмәһәк тә, һәр саҡ иҫтә тотабыҙ. Беҙгә тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө бүләк иткән бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!