Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
22 Июнь 2020, 13:00

Тыныслыҡты һаҡлағыҙ, кешеләр...

Үҙенең еңел булмаған тормошо, ваҡиғалар солғанышы менән йәшлеге утлы-ғәрәсәтле 40-сы йылдарға тура килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Ғәйзулла улы Ҡарабаев бүлеште:Немец һалдаттарын йәлләй торғайным, ағайымды үлтерһәләр ҙә уларға ҡарата нәфрәтем булманы. Яныбыҙға килеп: “Беҙҙе ҡасан ҡайтаралар?”—тип һораша торғайнылар. Ғаилә фотоларын күрһәтәләр, беҙ бит приказ үтәнек, тиҙәр.Конвоирлауҙан тыш ҡаланы патрулләй торғайныҡ. Өсөшәрләп сығып, ташландыҡ йорттарҙы тикшерәбеҙ. Унда ҡасып ҡалған фашистар йәшенеп ҡалыуҙары ихтимал. Унда-бындағы ярыҡ тәҙрәләрҙе иҫәпкә алмаһаң, ҡала емерек түгел ине. Ташландыҡ өйҙәр күп ине.

Үҙенең еңел булмаған тормошо, ваҡиғалар солғанышы менән йәшлеге утлы-ғәрәсәтле 40-сы йылдарға тура килгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Ғәйзулла улы Ҡарабаев бүлеште.
--Мин--Сәғит Ғәйзулла улы Ҡарабаев 1927 йылда Башҡортостандың иң гүзәл тәбиғәтле ерендә Бөрйән районының Кейекбай ауылында тыуғанмын. Ауылым урман менән ҡапланған ике тау араһында урынлашҡан.
Ауыл уртаһынан Күргәс йылғаһы ағып ята, ул Ағиҙелгә барып ҡоя. Йылға инеше тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренгән Мәсеп тауы башында. Төбәккә йыш килгән туристар араһында Мәсеп тауы йырынына аҡса ташлау йолаһы бар. Йәнәһе лә тау эйәһенә хәйер бирәләр. Тауға һуғышҡа ҡәҙәр бортында пассажирҙары булған АН-24 самолеты ҡолап төшкән. Ул урынға летчик самолетты нисек ултырта алғандыр, минең өсөн һаман да сер булып ҡала. Пассажирҙарҙы автобусҡа тейәп алып киттеләр, ә самолет хужаһыҙ шунда ятып ҡалды. Урындағы халыҡ уны кәрәкле нәмәләрен тиреп алып бөттө. Ошо уҡ тауҙа телефонлы янғын һағы вышкаһы торҙо, унда даими дежурлыҡ иттеләр. Ғөмүмән, был ерҙәр хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләргә була. Минең менән дә унда бик күп сәйер хәлдәр булды...
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мин 4-се класты тамамлаған инем. Әтек ауылы мәктәбендә уҡыуҙы артабан дауам итергә мөмкинлек булды. Әммә бер итәк бала менән яңғыҙ ҡалған әсәйемә ярҙам итеүҙе хуп күрҙем. Өлкән ағайым Вәли һуғыш башланғандың икенсе көнө үк фронтҡа китте. Шунан һуң мин уны башҡаса күрмәнем. 1942 йылда Ленинград өлкәһендә һәләк булған. Гора ҡасабаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Шул тиклем ағайымды һағына, юҡһына торғайным. Өйҙә мин иң өлкән бала булып ҡалдым. Атайыбыҙҙы һуғышҡа ҡәҙәр үк 1940 йылда ҡулға алып, 5 йылға иркенән мәхрүм иткәйнеләр. Шул китеүҙән ул кире әйләнеп ҡайтманы: Инйәр йылғаһынан һал ағыҙғанда һәләк булған. Ағиҙел, Инйәр йылғалары ярҙарында билдәһеҙ ҡәберлектәр бик күп. Унда һөргөндә булыусылар, һал ағыҙғанда һәләк булыусылар ерләнгән.
Һуғышҡа ҡәҙәр атайым менән Стәрлетамаҡҡа магазинға тауарға барғаныбыҙҙы хәтерләйем. Юл араһы 300 саҡрым тәшкил итә. Ауылдарҙағы таныштарына инә-инә ҡалаға барып етә инек. Әммә кире юлда ауылдарҙы урап үттек, сөнки атайым талауҙан ҡурҡты. Урманда төн үткәрә торғайныҡ. Унда ла шикле кешеләргә юлығыуыбыҙ ихтимал бит әле.
6-7 йәштәр тирәһендә кулак тип ҡулға алыу осраҡтарына йыш шаһит булдым. Әммә шуларҙың береһе күңелемә ныҡ уйылған. Ҡулға алыусылар көтмәгәндә өйҙәренә килеп инеп, күп балалы ғаиләне урамға ҡыуып сығарҙылар ҙа, йыйынырға ла ваҡыт бирмәй, арбаға тейәп алып киттеләр. Уларҙы ике яҡтан атлылар оҙатып барҙы, хатта ҡарт әбейгә ҡәҙәр алып киттеләр. Ҡысҡырыш, илаш, талаш...Беҙ, малай-шалайҙар уларҙы ауыл осона ҡәҙәр йүгереп оҙатып барҙыҡ. Шунан өлкәндәрҙән ишеттем: “изгелек” теләүсе бер әҙәм аҡтығы уларға донос яҙған. Бындай хәлдәр йыш булды. Этап менән алып киткәндәрҙең береһе лә кире әйләнеп ҡатманы.
Бала-саға аяҡ кейемен белмәне, ҡара көҙгә ҡәҙәр ялан аяҡ йөрөнөк. Ҡар ирей башлаһа тауға йүгерә инек. Йыуа, бәпкә үләне, көпшә, монар күршеһе, һарына, ҡуян тубығы, ҡымыҙлыҡ ашап үҫтек. Ошо үләндәр беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы.
Бөтәбеҙ ҙә колхозда эшләнек. Колхозыбыҙ “Яңы тормошҡа”тип аталды. Ир-егеттәрҙе һуғышҡа алып китә башлағас, бөтә ауыр эш беҙҙең нығынып та өлгөрмәгән иңебеҙгә күсте. Бесән сабыу, сәсеү, уңышты урып йыйыу—бөтәһен дә ҡул менән атҡарҙыҡ. Шулай уҡ хеҙмәт язаһы булды. Һәр ауылдан бер нисә кешене Белоретҡа урман әҙерләүгә ебәрҙеләр. Беҙҙе, үҫмерҙәрҙе, инструктор джигитовкаға, атыуға, көрәшкә өйрәтте. Яйлап шулай һуғышҡа әҙерләйҙәр ине. Миңә был күнекмәләр оҡшай торғайны, шуға ла ихлас шөғөлләндем. Фронтта кавалеристарҙы алмаштырасағыбыҙҙы төшөнә инек. Алға китеп шуны әйтәм, Бөрйәндән кавалерия дивизияһына алынған 98 егеттең береһе лә кире әйләнеп ҡайта алманы.
Ауылдан бөтә ирҙәр ҙә фронтҡа китеп бөткәс, ике ҡарт бабай һәм балалар менән ҡатын-ҡыҙҙар ғына тороп ҡалды. Күп ғаиләләр хужалыҡ эштәрендә үгеҙҙе ҡулланды: малҡайҙы егеп бесән, утын, тоҡтарға тултырып иген ташыны. Йәш ҡыҙҙарҙы Магнитогорскиға тракторсылар курсына уҡырға ебәрҙеләр. Белоретта хәрби завод булды, унда ла бер туҡтауһыҙ йәштәр китеп торҙо. Унда юлланыусыларҙың береһе лә кире ҡайтманы. Берәү ҡасып урманда йәшенеп йөрөгән. Ундай тормоштан арығас, ул милицияға үҙе барған.
Ҙур байрамдарға, мәҫәлән, 7 ноябргә колхоз ит бирә торғайны. Һәр кемебеҙ үҙ һауыты менән ашханаға йөрөнөк, унда ҡатын-ҡыҙҙар ашарға әҙерләне. 1944 йылда мине әрме сафына алдылар. Беҙҙе теплушкаларға тейәп, бик оҙаҡ алып барҙылар. Тәғәйен урынға барып еткәс, барактарға урынлаштырҙылар. Ә унда иҙән генә. Ҡалас шикелле бөгөлөп яттыҡ, шул тиклем тар етмәһә. Төндә әгәр хәжәтеңә тышҡа сыҡһаң күршеңде уятып сығырға кәрәк. Әгәр уятмаһаң, ул бында-бында тип әйтеп ятмаһа, урыныңдан ҡолаҡ ҡағаһың. Был хәл “карантинда йәшәү” тип аталды. Ашатыуын ашаттылар, ҡоралды, стройға әҙерлеккә өйрәттеләр.
15 көндән һуң тағы теплушкаларға тейәп юлға оҙаттылар. Берәү бер нәмә аңлатмай, вагондарҙан сығырға ҡушмайҙар. Юлда вагон ярығынан боҙоҡ техникларҙы ҡарап барҙыҡ. Баҡтиһәң, беҙҙе Калининградҡа алып барғандар икән. Обмундирование бирҙеләр, өсәр ҡатлы карауатлы барактарға урынлаштырҙылар. Шулай итеп хәрби тормош башланды.
Шунда мин беренсе тапҡыр фашистарҙы күрҙем. Сәнскеле сымдар, периметр буйынса вышкалар аҫтында улар ҡурҡыныс күренмәне. Уларҙы эшкә конвой аҫтында алып бара инек. Немецтар емереклектәрҙе тергеҙҙе, кирбес заводында, шахтала эшләне. Офицерҙар эшләмәне, улар казармала тәртип өсөн яуап бирҙе.
Немец һалдаттарын йәлләй торғайным, ағайымды үлтерһәләр ҙә уларға ҡарата нәфрәтем булманы. Яныбыҙға килеп: “Беҙҙе ҡасан ҡайтаралар?”—тип һораша торғайнылар. Ғаилә фотоларын күрһәтәләр, беҙ бит приказ үтәнек, тиҙәр.
Конвоирлауҙан тыш ҡаланы патрулләй торғайныҡ. Өсөшәрләп сығып, ташландыҡ йорттарҙы тикшерәбеҙ. Унда ҡасып ҡалған фашистар йәшенеп ҡалыуҙары ихтимал. Унда-бындағы ярыҡ тәҙрәләрҙе иҫәпкә алмаһаң, ҡала емерек түгел ине. Ташландыҡ өйҙәр күп ине.
Япон һалдаттарын һаҡларға ла насип булды. Улар немецтәрҙең ҡапма-ҡаршыһы ине. Йылы, яҡшы кейемдәләр, тире тыш бейәләйҙәре балаларҙыҡы кеүек, бауға тегелгән. Буйға ла бер тигеҙҙәр, бейек түгелдәр.
Тыуған яғыма 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайттым. Һуғыштан һуң тағы ике йыл хәрби хеҙмәтемде тултырҙым. Ауылдан фронтҡа киткәндәрҙең өсәүһе генә имен ҡайтты. Ауыл емерек, ирҙәр ҡулы етешмәй. Уҡытыусы ҡыҙға өйләндем. Кладовщик булып эшкә урынлаштым. Күп тә тормай ғаиләм менән Йылайыр районының Шанск ауылына күстек. Унда ғүмерем буйы урман хужалығында эшләнем.
Әле миңә 93 йәш. 10 йылдан ашыу инде Сибай ҡалаһында йәшәйем. Ҡатыным менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек, 7 ейән-ейәнсәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәләл ефетем, ике улым йәшләй донъя ҡуйҙы. Тормошом ваҡиғаларға бай, ауыр булды. Үҙ ғүмеремдә Ер шарында булған бик күп үҙгәрештәрҙең шаһиты булдым. Аллаға шөкөр, уларҙың барыһын да еңеп сығырға Тәңрем көс бирҙе. Йәштәр, балаларға беҙ башыбыҙҙын үткәргән ҡәһәрле һуғыш михнәтен күрергә яҙмаһын. Кешеләр, тыныслыҡты һаҡлағыҙ...
Роза Ултыраҡова яҙып алды.