Бөтә яңылыҡтар

ХӘТЕР МӘҢГЕЛЕК

Һуғыш йылдарында үҙем йәшәгәндәй хис итеп, бар һөйләнгәндәрҙе күҙ алдынан йүгерткән ваҡытта, ҡулымдан кемдер тартҡанына тертләп киттем. Ҡыҙым ине.- Әсәй, әйҙә киттек, унда олатай бар, - тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, инәй менән икебеҙ ҙә, аңғармаҫтан, урыныбыҙҙан һикереп килеп торҙоҡ.Ниндәйҙер көс беҙҙе йоҡо бүлмәһенә атлатты. Балам ҡурҡмай, үҙем ҡурҡам, һиҙҙертмәҫкә тырышам. Ә инәйҙең йөҙөндә йылмайыу. Йоҡо бүлмәһенең шаршауын асабыҙ. Мөйөштә боронғоса матур итеп ҡаралты йыйылған карауат. Ап-аҡ тышлы яҫтыҡтары күпереп кенә тора.- Анауында ята олатай, - тип ҡабатланы ҡыҙым йәнә. Көлөргәме, әллә... Тын ҡалдым…

Еңеүҙең 75 йыллығы... Бөтә илебеҙ шаулап-гөрләп ошо байрамға әҙерләнә. Ысынлап та, йырҙа йырланғансы, күҙ йәштәре менән килгән Еңеү. Беҙҙең дә, йәш быуын булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш тураһында тыңлағанда, күҙҙәребеҙгә йәштәр эркелә. Ауыр ҙа, ҡыҙғаныс та...
Бынан теүәл 10 йыл элек, Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгәндә, тыл ветераны Гәйниямал инәй менән һуғыш ветераны Әшрәф олатай Мәликовтар тураһындағы мәҡәләм ваҡытлы матбуғат биттәрендә донъя күргәйне. Ә бына хәҙер, бер тиҫтә йыл ваҡыт үткәс, ошо мәҡәләнең яҙылыу тарихын бәйән итмәксемен.
2010 йыл, мин--Семеновск мәктәбендә уҡытыусы. Көн дә, бер йәшлек кенә ҡыҙымды етәкләп эшкә – балаларға ашҡынам. Дәрестәрҙән һуң түңәрәктәр, спорт ярыштары, Тимур командаһы эше. Ул ваҡытта минең күршем ине Ғәйниямал инәй. Тимур командаһы менән уға киләбеҙ ярҙамға. Беҙҙе ҡыуанып көтөп ала торғайны. Уға ярҙамлашҡан арала ул үҙенең тормошонан төрлө ваҡиғаларҙы һөйләй ине. Үҙенең бабайы (ул ваҡытта мәрхүм ине) тураһында күп һөйләне.
Шул ваҡытта мин дә ҡыҙыҡһынып киттем. Улар тураһында гәзиткә яҙырға булдым. Ошо маҡсат менән ҡыҙымды эйәртеп инәйгә килдем. Инәй беҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөп ултырған, матур итеп ҡаршы алды, сәй табыны, бүләктәр ҙә әҙерләгән. Һуғыш йылдарын, үҙҙәре тураһында яйлап һөйләй барҙы, ә мин шуны аҡ ҡағыҙға һалып өлгөрөп кенә ултырҙым. Бик күп фотолар ҡарағансы, бәләкәс кенә ҡыҙым сәхрәләй ҙур өй буйлап сәйәхәт итә ине. Һуғыш хәтирәләренә бирелеп китеп, уның барлығын да онотҡанбыҙ. Оноторһоң да, инәй һөйләгәндәрҙе тыңлағанда күҙҙән йәштәр ирекһеҙҙән үҙҙәре тама ине.
Һуғыш йылдарында үҙем йәшәгәндәй хис итеп, бар һөйләнгәндәрҙе күҙ алдынан йүгерткән ваҡытта, ҡулымдан кемдер тартҡанына тертләп киттем. Ҡыҙым ине.
- Әсәй, әйҙә киттек, унда олатай бар, - тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, инәй менән икебеҙ ҙә, аңғармаҫтан, урыныбыҙҙан һикереп килеп торҙоҡ.
Ниндәйҙер көс беҙҙе йоҡо бүлмәһенә атлатты. Балам ҡурҡмай, үҙем ҡурҡам, һиҙҙертмәҫкә тырышам. Ә инәйҙең йөҙөндә йылмайыу. Йоҡо бүлмәһенең шаршауын асабыҙ. Мөйөштә боронғоса матур итеп ҡаралты йыйылған карауат. Ап-аҡ тышлы яҫтыҡтары күпереп кенә тора.
- Анауында ята олатай, - тип ҡабатланы ҡыҙым йәнә. Көлөргәме, әллә... Тын ҡалдым…
- Ээээй, бабай ауырып киткәс, гел шунда ятты, - тине лә шул саҡ инәй көлөп кенә, тормошо тураһында һөйләүҙәрен дауам итте.
Шулай тағы онотолоп, бәғзе берәүҙәрҙең тормошона сумдым. Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Инәй беҙгә сәй эсерҙе, бүләккә тип ҡыҙыма ла, миңә лә муйынсаҡ таҡты. Ҡайтырға, тип, ҡыҙымды етәкләп ишеккә табан юлландыҡ. Ҡыҙым шул саҡ:
- Анааа, олатай ултыра, - тип әйтеп һалмаһынмы, ишек төбөндәге креслоға төртөп күрһәтеп. Минең йөрәк дөп-дөп тибә.
- Бабайҙың яратҡан урыны. Гел генә ошо креслола ултыра торғайны. Йә гәзит уҡыймы, йә фотоальбом, йә телевизор ҡарай, йә радио тыңлай. Балаларҙың да ҡайтҡанын ошонда ултырып көтә торғайны. Был урынға хәҙер берәү ҙә ултырмай. “Святое место”, - тип һөйләп бирҙе инәй.
Беҙҙе яйлап ҡына ҡапҡаға табан оҙатты Ғәйниямал инәй. Һаубуллаштыҡ. Уға нисек булғандыр, ә бына миңә уйланырға урын бар ине...
Әшрәф олатай менән Ғәйниямал инәй һуғыш башланғанға тиклем бик йәшләй генә өйләнешкәндәр, тик балалары булмаған. Һуғыш башланыу менән олатайҙы фронтҡа оҙатҡандар, ә инәй атаһы янына заводҡа эшкә төшә, сөнки эшселәр етмәй. Атҡа арба егеп Баймаҡтан завод эшселәренә тамаҡ ташығаны тураһында һөйләгәндәре һаман да иҫемдә. Бөтә ерҙә халыҡ аслы-туҡлы йәшәй. Баймаҡтан рудникка килеп еткәнсе арба артынан һоранып әллә күпме кеше эйәреп килә торғайны. Аҙыҡты нисек булһа лә тәүлектәр буйына шахтанан сыҡмай эшләгәндәргә алып барып еткерер кәрәк.
Һуғыш тамамланғас та ҡайтмай әле Әшрәф олатай. Йылына бер, йә ике йылға бер генә отпускыға ҡайтып китә торған булған. Тик 1954 йылда ғына бөтөнләйгә ҡайтҡан. Бер-бер артлы балалары донъға килә. Гөрләтеп донъя көтә башлайҙар. Тик бына Еңеүҙең 65 йыллығын ҡаршыларға саҡ ҡына ғүмере етмәй ҡала олатайҙың. Һаман хәтеремдә ул көн: һыуыҡ, буранлы февраль айы. Бик ашығыс юлдарҙы таҙартып сыҡтылар, машиналар йыйыла башланы – шулай оҙаттыҡ беҙ олатайҙы - фотоларҙа ғына күргән һуғыш ветеранын.
Ул ваҡыттан һуң бик күп йылдар үтте, заман ғына түгел, үҙебеҙ ҙә үҙгәрҙек. Бына шул ваҡиғалар, яҡты хәтирәләр булып, күңел түрендә һаҡлана. Кеше түгел, ә хәтирәләр йәшәтә икән ул кешене.
Йылдар үтеү менән генә аңлашыла икән ул. Хәҙер шул ваҡиғаларҙы иҫкә алам да, ирекһеҙҙән, бер танышымдың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә: яҡындарғыҙҙы үлде, тип әйтмәгеҙ, улар тере, улар күңелдә, хәтерҙә, йөрәктә йәшәй. Эйе, тап шулай. Әшрәф олатайҙың да рухы инәй менән йәшәгән, йәшәй һәм йәшәйәсәк тә. Инәй генә һау булһын. Әйткәндәй, Ғәйниямал инәй әле лә иҫән. Ошо форсат менән файҙаланып уға һаулыҡ теләйек.
Хәтер мәңгелек...
Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева.
Һүрәт интернеттан алынды.
Читайте нас: