Баймаҡ районының Күсей ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта Ирәндек тауына һыйынып ҡына, мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында ятҡан Тоҡтағол ауылы—Батыр Вәлид, Әбүталип Хәйбуллин, Зәки Ишморатов кеүек билдәле шәхестәрҙең төйәге.
1923 йылда тыуған Зәки Фазлиәхмәт улының бала сағы үҙенең шиғырҙарында данлаған Әхмәтша тауы, Сыуашбай йылғалары буйында уйнап үтә. Бала ғына саҡтан шиғриәткә ҡыҙыҡһыныу уяныуҙа ошо хозур тәбиғәттең дә йоғонтоһо булғандыр, моғайын. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа башлай.
Темәс педагогия училищеһында бергә уҡыған замандашы, уҡытыусы, тарихсы Урал Ғазин 1995 йылда район гәзитендә былай тип яҙа:
—Ятаҡханала бергә йәшәгәндә, Зәки ағай беҙгә тыуған ауылын, уның матур тәбиғәтен данлаған шиғырҙарын уҡып ишеттерә торғайны. Яҙмалары яҙыу машинкаһында баҫылған ине.
1942 йылдың 19 авгусында, 3-сө курста уҡып йөрөгән сағында Зәки үҙе теләп һуғышҡа китә. Рига хәрби пехота училищеһының тиҙләтелгән курсын тамамлай һәм 15-се гвардия уҡсылар дивизияһы составында Курск дуғаһы һуғышында ҡатнаша.
Ул генерал-лейтенант С.М. Кривошеиндың 1-се механик корпусы, 19-сы механизацияланған бригадаһының 3-сө батальонында тәүҙә взвод командиры, һуңынан 20-се артиллерия дивизионының батарея командиры була. Өлкән сержант Зәки Ишморатов Белоруссияны, Латвия, Литва ерҙәрен, 1945 йылдың апрелендә Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә, Кенигсбергты штурмлауҙа, Берлинды азат итеүҙә ҡатнаша. Һәр саҡ ут эсендә булған Зәки 4 тапҡыр яралана. Курск дуғаһы һуғышында дошман пуляһы уның уң яҡ күкрәге аша үтеп сыға, ә Белорус ерендә ул аяҡтан яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң, тағы ла алғы һыҙыҡҡа ебәрелә.
Һуғыштан имен-аман ҡайтҡан яугирҙең күкрәген «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм башҡа наградалар биҙәй. Быларҙан тыш ГДР-ҙың премьер-министры Вальтер Ульбрихттан Германияны азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаты, Белгород ҡалаһын азат иткән өсөн иҫтәлекле миҙал ала.
Һуғыштан һуң Өфөләге Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлай. Әбйәлил, Шишмә, Баймаҡ районы мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор, директор урынбаҫары булып эшләй. Эш араһында ижад менән шөғөлләнә. Уның шәхси архивында ҡулъяҙма хәлендә һаҡланған очерк, пьеса, шиғырҙары байтаҡ, шулай уҡ һабаҡташы, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа арнап яҙған поэмаһы ла бар.
Ваҡытында шиғырҙары төрлө гәзиттәрҙә, 50-йылдарҙа «Йәш көстәр» йыйынтығында баҫылды. Үкенескә ҡаршы, үҙе иҫән саҡта, шиғыр-поэмаларын туплап, китап итеп сығарып өлгөрмәне. Әле ҡулъяҙмалары мәктәп музейында һаҡлана.
Зәки Фазлиәхмәт улы иҫән сағында М.Кәрим, Ғ.Рамазанов, С.Кулибай һәм башҡа яҙыусылар менән аралаша, хат алыша. Уның архивында билдәле яҙыусылар менән төшкән фотолар, ижадына ҡарата яҙылған тәҡдим-рецензиялар һаҡлана.
Замандаштары, ауылдаштары Зәки Фазлиәхмәт улының тура һүҙле, ғәҙел кеше булыуын билдәләй.
Урал Ибраһим улы Ғазин:
— Ғәҙелһеҙлекте күреп тә өндәшмәй ҡалыу, түрәләргә ярамһаҡланыу Зәки ағай өсөн ят ине. Халыҡтың уй- фекеренә ҡолаҡ һалмаған, һанға һуҡмаған етәкселәрҙе, дәрәжәһенә ҡарап тормай, бик ҡаты тәнҡитләй торғайны.
50-60 йылдарҙа район гәзитенең иң әүҙем йәмәғәт хәбәрсеһе булды, гәзит биттәрендә халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, үткер мәҡәләләре менән сығыш яһар ине,—тип яҙҙы.
Зәки Фазлиәхмәт улының ауылдашы, мәғариф ветераны Алһыу Мөхәмәйән ҡыҙы Яфарова ла уның тураһында йылы иҫтәлектәр һаҡлай:
—Зәки ағай һалдаттарса төп-төҙ баҫып, һәр ваҡыт бөхтә кейенеп йөрөгән бөҙрә сәсле, йыйнаҡ ағай булды. Көн дә Күсей мәктәбенә эшкә (ике ауыл араһы-3 саҡрым) йәйәү йөрөр ине..
Өйөнөң эсе, китапханаға оҡшап, тулы китап, гәзит ине. Автографлы китаптары күп булды: Р Ғамзатов, К.Симоновтарҙың автографлы китаптары ныҡ иҫтә ҡалған. Мин Зәки ағайҙан бик күп китаптар алып уҡыным...
Зәки ағай ауылдаштарына йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырышты. Уның тырышлығы менән ауылға яҡтылыҡ үткәрелде. Беҙ Зәки ағайҙы онотмайбыҙ. Ҡасандыр уның ҡолас ташлап бесән сапҡан бесәнлеген әле лә «Зәки сабынлығы» тип йөрөтәбеҙ...
Үкенескә ҡаршы, З.Ф.Ишморатовтың ғүмере бик иртә өҙөлдө, 55 йәшендә генә, ауыр күтәреп, эсәге сейәлеп, мәлендә медицина ярҙамы ала алмай мәрхүм булып ҡалды...
Яҡташтары онотмай яугир шағирҙы. Мәктәптә уға арналған иҫтәлекле таҡтаташ асылған. Әле күптән түгел генә Күсей ауылы китапханаһы мөдире Латипова Вилиә Рәшит ҡыҙының мәктәп уҡыусылары менән яугир-шағирҙың хәтер кисәһен үткәреүе маҡтауға лайыҡ. Балалар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Зәки Фазлиәхмәт улы Ишморатовты батыр яугир булараҡ ҡына түгел, шағир булараҡ та асты. Ысынлап та, бер кем дә, бер нәмә лә онотолорға тейеш түгел.
Сәғиҙә Байназарова , мәғариф ветераны.
Һүрәттә: Һулдан уңға З.Ишморатов, М.Кәрим.,Ғ. Рамазанов.1969 йыл.