Яҙ миҙгеленең йәшеллеккә күмелгән иң матур ваҡытында, 1 майҙа Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы билдәләнә. Тыныслыҡты, дуҫлыҡты, хеҙмәтте данлаусы көндөң тарихы 19-сы быуат уртаһына барып тоташа: ул ваҡытта эшселәр һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итеп митингҡа сыҡҡан була. Хәҙерге ваҡытта 1 май көнө донъяның 142 илендә төрлө исемдәр аҫтында билдәләнә. Өлкән быуын өсөн 1 Май элеккесә пролетар берҙәмлекте кәүҙәләндерһә, йәштәр өсөн—тәбиғәт һәм яҙғы сәскә атыу осоро. Тарихҡа байҡау яһап, элегерәк был байрам нисек уҙғарылғанын иҫкә төшөрөп уҙайыҡ.
МИҢҺЫЛЫУ МӨХӘМӘТШИНА, Сибай институты хеҙмәткәре:
—1 Май тиһәләр, иң тәүҙә Сибай педагогия училищеһында уҡығандағы студент йылдары иҫкә төшә. Байрамға ауылға ҡайтармай демонстрацияға сығара торғайнылар. Алдан хеҙмәт дәрестәрендә плакаттар яҙа инек, ҡағыҙҙан сәскәләр эшләйбеҙ, флажоктар. Байрам көнө транспаранттар тотоп, йырҙар йырлап ҡала урамдарынан уҙа торғайныҡ. Ауылға ҡайтҡас, йәштәр йыйылып кискеһен усаҡ янында йырлашып ултырҙыҡ. Беҙҙең заманда шешлек бешереү тигән нәмә булманы. Дуҫтар менән осрашабыҙ, серләшәбеҙ, көлөшәбеҙ... Эй, күңелле ваҡыттар булған. Хәҙер ошо демонстрациялар бик һағындыра.
АЙГӨЛ СӨЛӘЙМӘНОВА, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусыһы:
—Байрам алдынан өйҙәрҙе йыйыштыра, түбәләрҙе, стеналарҙы ағарта торғайнылар. Май байрамына бер нисә аҙна ҡалғас, ағас ботаҡтары бөрөләнһен, япраҡ ярһын өсөн һыуға ултыртабыҙ. Аҙаҡ уларға сағыу төҫтәрҙәге ҡағыҙҙан киҫеп эшләнгән сәскәләр, шарҙар бәйләп атайым, ағайҙарым менән парадҡа сыға инек. Ә ҡағыҙ сәскәләрҙе мәктәптә хеҙмәт дәресендә эшләнек, хатта, өлкән класс уҡыусылары өсөн әҙерләнек. Байрамдан һуң, ғәҙәттәгесә ғаиләбеҙ менән баҡса йыйыштырырға барҙыҡ. Бында инде туғандар, дуҫтар менән осрашып, ял итеп, табын ҡороп сәй эсеп ҡайта инек. Ҡалалағы ҙур байрам, халыҡтың күтәренке кәйефе, йылы хәтирәләр иҫтә ҡалған.
ГӨЛФИӘ ТУЙСИНА, Сибай инситуты уҡытыусыһы:
—1 Май күркәм байрамдарҙың береһе булып хәтергә ингән. Ағас ботаҡтарынан эшләнгән гөлләмәләр, флагтар тотоп бөтә кеше ғаиләләре менән күтәренке кәйефтә демонстрацияға сыға ине. Иң иҫтә ҡалғаны ул ваҡыттарҙа дефицит булған туңдырма һатып алыуыбыҙ, уны алып өлгөрһәк ҙур байрам була торғайны. Демонстрацияға халыҡтың дәррәү күтәрелеп сығыуы уларҙың берҙәмлеген, тырышлығын һәм киң күңеллеген күрһәткәндер, моғайын. Ҡала ойошмалары береһенән-береһе ярышып концерттар ҡуйҙы, сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр күрһәтте. Ошондай ҙур байрам тамашаһы ҡарап, күңелдәребеҙ ял итеп, дәрт-дарман алып ҡайттыҡ. Үткәндәр онотолмай, Май байрамы еткән һайын хәтер һандығы асыла.