Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
22 Апрель 2020, 21:15

ЛЕНИНҒА АРНАЛҒАН ПАРК ҠАЙҘА?

Ошо капсула паркта бетон менән нығытылған урынға күмелә. Уны 2020 йылда, йәғни быйыл В.И.Лениндың 150 йыллыҡ юбилейында асырға тигән ҡарар сығаралар. Паркка “Күсәбә” исеме бирелә, эргә-тирәһенә ағастар ултырталар. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

1917 йылда Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында Солтангилдиндар ғаиләһендә бишенсе бала булып Риза исемле малай донъяға килә. Әсәһенән иртә етем ҡала, 17 йәшендә Мәскәү ҡалаһына юллана, унда юғары белем алып, хәрби заводта конструктор булып эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, һуғыш ветераны Риза Солтангилдин бөтә ауылдаштарына үрнәк булырлыҡ оло шәхес.
Октябрь революцияһынан һуң, 1918 йылда ауылда иң беренсе совет мәктәбе асыла. Риза Солтангилдиндың атаһы Солтангилдин Фәтхетдин мәктәптең тәүге уҡытыусыһы була. Ул ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән. Өфө, Сибай, Баймаҡта төрлө өлкәләрҙә эшләгән. Дини эшмәкәрлеге өсөн репрессияға дусар ителә. Фәтхетдин Солтангилдин 50-се йылдарҙа, Совет власы осоронда, райондан иң беренселәрҙән булып Изге Хаж юлына барыусыларҙың береһе була. 1974 йылда мосолмандарҙың Сәмәрҡәнд ҡалаһында үткән ғилми конференцияһында ҡатнаша, указлы мулла була. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Сибайҙа үткәрә.
Риза Солтангилдин Сыңғыҙ ауылында 1970 йылда “Күсәбә паркы” төҙөтә. Ул В.И.Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә обелиск ҡуйыу тураһындағы ниәтен мәктәп директоры Рәфҡәт Абдуллинға, хакимиәт башлығы Әхмәтхажи Әхмәтовҡа, бригадир Хәлфетдин Туйсинға белдерә. Ниәт иткән – мораҙына еткән, тигәндәй, ошо изге башланғысты улар бергәләп тормошҡа атҡара. Ауыл халҡы менән бергә зыяраттан түбәнерәк урынды билдәләп, һуғышҡа киткән яугирҙәрҙең исемдәрен яҙып, обелиск ҡуялар. Бының өсөн Риза Фәтхетдин улы яугирҙәрҙең исемдәрен тутыҡмай торған тимер металға соҡоп яҙып, Мәскәүҙән алып ҡайта. Ул шулай уҡ Совет каскаһын, обелиск өсөн йондоҙ һәм металдан эшләнгән капсула ҡайтарта. Капсуланың эсенә киләсәккә хат яҙып һалалар, 18 йәше тулған ауылдаштарҙың исемлеген төҙөйҙәр һәм һәр кемдән ҡултамға алалар. Ошо капсула паркта бетон менән нығытылған урынға күмелә. Уны 2020 йылда, В.И.Лениндың 150 йыллыҡ юбилейында асырға тигән ҡарар сығаралар. Паркка “Күсәбә” исеме бирелә, эргә-тирәһенә ағастар ултырталар. Риза Фатхетдин улының пландары ҙур була: парк янында кинотеатр төҙөлөр, ауыл ҡарттары өсөн ял итеү урыны, балалар майҙансығы барлыҡҡа килер, тип күҙаллай ул. Әммә 70 йылдан һуң СССР тарҡалыр һәм В.И.Лениндың исемен телгә алыусылар йылдан-йыл кәмер тип бөтөнләй ҙә уйламағандыр...
Күсәбә паркының киләсәге булмай сыға. Обелиск янына ултыртылған ағастар ҙа ҡорой.
Риза Солтангилдиндың да йөрәге 1972 йылда Мәскәү янындағы Ивантеевка ҡасабаһынды мәңгелеккә тынып ҡала. Яҡты хыялдар, уйҙар менән янған ауылдашыбыҙҙың сит ерҙәрҙә ятып ҡалыуы ла үкенесле хәл...
Артабан обелиск мәктәп янына--Күсәбә яры буйында тирә-яғын ағастар уратып алған урынға күсереп ултыртыла. Уҡыусылар, уҡытыусылар тарафынан эргә-тирәһе тәрбиәләп торола. Тик киләсәккә хат яҙылған серле капсула ғына үҙенең урынында ятып ҡала. Быйыл 2020 йыл. Капсуланы асыу ваҡыты етте.
Сыңғыҙҙар быйыл "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар" ойоштороп, ошо сарала әлеге капсуланы асырға ниәтләй.
Миләүшә Юлдашбаева.