Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
2 Март 2020, 13:00

Фиҙакәр хеҙмәт онотолмай

Һуғышҡа китер алдынан Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы уҡыусыларҙы йыйып ала ла: “Дошмандарҙы дөмөктөрәм дә ҡайтам. Шул саҡ уҡыуҙы дауам итербеҙ”,—ти...

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ оло юбилейын ҡаршы алырға әҙерләнә. Был көндәрҙә беҙ Ватанын һаҡлап ҡорбан булғандарҙы яҡты һәм һағышлы тойғолар менән иҫкә алабыҙ, иҫәпле генә ҡалған һуғыш һәм тыл ветерандарына хөрмәт күрһәтәбеҙ. Беҙҙең быуын улар алдында мәңге бурыслы.
Еңеү һалдаты, Худолаз тулы булмаған урта мәктәбенең (хәҙерге Төйәләҫ ауылындағы) тәүге директоры Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы Халиҡов хаҡында һөйләргә теләйем. Ул Баймаҡ районы Әхмәр ауылында Сәлимә һәм Хажиәхмәт Халиҡовтар ғаиләһендә 1898 йылда тыуған. Ололар әйтеүенсә, Мөхәмәтғәли бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, белемгә ынтылышлы булған. Заманына күрә бик уҡымышлы Хажиәхмәт улына латин, ғәрәп, рус телдәрен өйрәткән. 7-се класты тамамлаған 16 йәшлек үҫмерҙе Ырымбурға “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә үҙе уҡырға алып бара. Уны тамамлағандар урта мәктәптәрҙә белем биреү хоҡуғына эйә булған. 1919-1920 йылдарҙа мәҙрәсә Татар халыҡ мәғарифы институты тип үҙгәртелә. Уны тамамлағас, М.Х.Халиҡов Муллаҡай һәм Түбә ауылдары мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. 1920 йылда ул Төркмән ауылы байы Вәхиттең (аҙаҡ уны һөргөнгә оҙаталар) ҡыҙы Тайбаға өйләнә. Унан 15 йыл дауамында Әхмәр ауылы мәктәбендә директор булып эшләй.
1932 йылда Худолаз ауылында (хәҙер Төйәләҫ) Худолаз исемле 2-се ауыл хужалығы комбинаты барлыҡҡа килә. Ул Төркмән ауыл советына ҡарай. 1934-1935 йылдарҙа бында рус-башҡорт мәктәбе асыла һәм директор (мөдир) итеп М.Х.Халиҡов тәғәйенләнә. Шуға ла Мөхәмәтғәли Хөжиәхмәт улы ғаиләһе менән (ул саҡта 5 балаһы була) Худолазҡа күсеп килә. Һуғышҡа тиклем бында 86 бала уҡый. Һуғыш башланғас, М.Х.Халиҡов тәүге көндәрҙә үк фронтҡа китергә теләк белдерә. Әммә РСФСР мәғарифы халыҡ комиссарының 1941 йылдың 2 июлендәге “Мәғариф хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәтнамәһе сығыу сәбәпле, ул бронь менән тороп ҡала. Уҡыу процесын өҙлөкһөҙ тәьмин итеү дәүләттең мөһим бурысы була. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар ауыл эшенә йәлеп ителә, был эштәр менән директор етәкселек итә. 1942 йылда улы Салауат һуғышҡа алына. 1943 йылдың декабрендә Днепр йылғаһы янындағы алышта үлеп ҡала. (Әйткәндәй, Салауат ауылдашы Александр Исхаҡов менән бер көндә вафат булып, бер урында—Киев өлкәһе Белозерье ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнгән). Шул саҡ М.Х.Халиҡов, улы өсөн үс алыу ниәте менән, фронтҡа китә. Тыл ветераны Салиха Хәйрулла ҡыҙы Ишалина хәтерләүенсә, һуғышҡа китер алдынан Мөхәмәтғәли Хажиәхмәт улы уҡыусыларҙы йыйып ала ла: “Дошмандарҙы дөмөктөрәм дә ҡайтам. Шул саҡ уҡыуҙы дауам итербеҙ”,—ти. Әммә, үкенескә күрә, 1944 йылда ул батырҙарса һәләк була. Ҡатыны Тайба Вәхит ҡыҙы балалары менән яңғыҙ ҡала, бәләкәй ҡыҙы Венераға 2 йәш кенә була. Тайба инәй ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Төйәләҫ ауылында йәшәне. 7 балаһын лайыҡлы итеп үҫтерҙе. Уларҙың һәр береһе матур донъя көттө. Өсәүһе Төйәләҫтә йәшәне. Маһинур ҡыҙы ҡошсолоҡ фабрикаһында инкубатор менән етәкселек итте, унан 18 йыл хисапсы, бухгалтер, сәркәтип булып эшләне. 12 йыл рәттән ауыл советы депутаты итеп һайланды. Алик һәм Римма исемле балалар үҫтерҙе.
Яугирҙең улы Зәки ҡошсолоҡ фабрикаһында электрик булды, фермала бригадир ҙа булып эшләне. Ҡыҙы Гөлнур һауынсы ине, тик донъянан иртә китеп барҙы. Уның Альберт исемле улын Зәки үҙ ғаиләһенә алды. Башҡа балалары Сибай ҡалаһында, “Ирәндек” совхозында эшләне. Үкенескә ҡаршы, әле Халиҡовтың бер балаһы ла иҫән түгел. Уның тоҡомон 17 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәләре, 38 тыуа-тыуасары дауам итә. Ейәндәренең береһе Иҙрисов Радик Аллабирҙе улы—ауыл хужалығы фәндәре докторы. Сибай ҡалаһында йәшәгән ейәнсәре, хеҙмәт ветераны Хисаметдинова Рәшиҙә Аллабирҙе ҡыҙының Әхмәр, Төркмән ауылдары музейҙарында булып, олатаһын белгән яҡташтары менән осрашып, бик күп мәғлүмәттәр туплап, иҫтәлектәр яҙып алып ҡалыуы маҡтауға лайыҡ.
Сибай ҡалаһының 11-се мәктәбе музейы советы яҡташ яугиребеҙҙең, мәктәптең тәүге директорының исемен мәңгеләштереп, Еңеүҙең юбилейына уға арнап иҫтәлекле таҡтаташ асыу тәҡдиме менән сыҡҡас, мәктәп директоры Илүзә Әсхәт ҡыҙы Буранғолова, территориаль йәмғиәт үҙидаралығы (ТОС) рәйесе Ислам Исрафил улы Исламбаев был изге ниәтте хупланы. Әлеге көндә ҡала Советына мәрәжәғәт һәм документтар тапшырылған. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына 11-се мәктәптә тәүге директор М.Х.Халиҡовҡа мемориаль таҡтаташ булыр, тип ышанабыҙ.
Сәғиҙә Байназарова,
мәғариф ветераны,
11-се мәктәп музейы мөдире.
Читайте нас: