Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
17 Февраль 2020, 21:30

Әйҙәгеҙ, егеттәр... иртәгә килерһегеҙ!

Тәнзиләбеҙ кис будкабыҙҙың ишегенә арҡыры тороп ала ла тыштағы егеттәргә:--Әйҙәгеҙ, егеттәр!—тип өндәшә. Улары ымһынып эскә үтәбеҙ тиһә генә, танауҙары төбөндә ишекте шап иттереп яба ла:--Иртәгә килерһегеҙ!--ти.

Әйҙәгеҙ, егеттәр... иртәгә килерһегеҙ!
Бөгөн Рәсәйҙә Студент төҙөлөш отрядтары көнө билдәләнә
Был байрам Советтар Союзы осоронан килә. Комсомол саҡырыуы буйынса техникум-училище, институт-университет студенттары үҙ ирке менән йәйгеһен ил объекттарында, удар комсомол төҙөлөштәрендә эшләгән.
1991 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының I курсын тамамлағас, Ҡариҙел районында фольклор йыйыу экспедицияһында ҡатнаштыҡ. Июнь айының һуңғы көндәрендә ҡайтырға тип Өфө-Сибай поезына ултырһам, Башҡорт дәүләт педагогия институты ( ул ваҡытта институт ине) студенттары Хәйбулла районының Аҡъяр ауылына төҙлөш отряды менән китеп бара. Араларында таныштар ҙа бар ине, шуларға эйәреп Аҡъярға сыҡтым да киттем. Ул ваҡытта район үҙәгендә яңы ғына һалынған ике ҡатлы йорттарҙы штукатурланыҡ, ҡасаба осонда ҡаҙанлыҡта эшләнек. Егеттәрҙән Ришат (Әбйәлил), Әмир (Учалы) исемле ағайҙар булды. Ағайҙар тип яҙам, сөнки ул ваҡытта миңә 17 генә йәш ине. Балиғ булмағас, көн оҙоно эшләргә ярамай, шуға ла мине ашарға әҙерлә, йәшәгән урынды тәртиптә тот, тип ауыр эшкә алып йөрөмәнеләр. Ҡыҙҙарҙан –Шәүрә Әбсәләмова (Баймаҡ районы Түбә ауылынан), Тәнзилә Мөхәмәтова (Баймаҡ районы Әбдрәхмән ауылынан, Рәсимә Хәмитова (Салауат районынан) , Гөлназ Иҫәнғолова (Мәләүез районы Шәрип ауылынан), Әнисә Ғайсина (Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан), Гөлмәрйәм ( фамилияһын да,ҡайҙан икәнен дә хәтерләмәйем) бергә булдыҡ.
Аҡъярға бер өйөр ҡыҙҙар килеүен белгәс тә, билдәле беҙҙең янға егеттәр йүгерә башланы. “Рух” төркөмө ул ваҡытта ярайһы уҡ билдәле ине, Ғәзим Биктимеров (мәрхүм) яныбыҙға килгәс тә модель ҡиәфәтле Гөлназға күҙ һалды. Көнө буйы стена штукатурлау менән булышып арып ҡайтһалар ҙа, мунса төшөп, ашап алһалар ҡыҙҙарыбыҙ йәнләнә лә китә. Егеттәр килеп берәм-һәрәм алып сығып бөтәләр. Йоҡо туймай тип ҡыҙҙар зарлана башлаһа, Тәнзиләбеҙ кис будкабыҙҙың ишегенә арҡыры тороп ала ла тыштағы егеттәргә:
--Әйҙәгеҙ, егеттәр!—тип өндәшә. Улары ымһынып эскә үтәбеҙ тиһә генә, танауҙары төбөндә ишекте шап иттереп яба ла:
--Иртәгә килерһегеҙ!,--ти.
Шулайтып улар тышта беҙҙе көтә-көтә лә ҡайтып китә торғайны. Күмәкләп Әбеш ауылына Һаҡмар буйына ял итә барыуыбыҙ хәтерҙә. Аҡъяр мәҙәниәт йортона дискотекаға йөрөнөк. Беҙ унда булғанда “Каруанһарай” төркөмө концерт менән килде. Артур Туҡтағолов менән фото ла төшөп ҡалдыҡ. Бик матур итеп эшләнек, һәйбәт кенә эш хаҡы алдыҡ. Хәҙер төҙөлөш отрядында эшләүселәр менән бәйләнеш өҙөлдө тип әйтер инем, “Бәйләнештә” селтәрендә Рәсимә Ибраһимова, Шәүрә Әбсәләмова менән яҙышып алам. Ҡалғандар тураһында ла бик мәғлүмәтле булғы килә.
Тәүге эш хаҡыма ул ваҡытта модала булған шәшке бүрек һатып алдым. II курсҡа уҡырға барып, әллә кем булып шәшке бүрек кейеп кис урамға сығыуым булды, уны шунда уҡ башымдан һуғып алып та киттеләр. Быныһы инде бөтөнләй икенсе тарих...