Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
15 Февраль 2020, 12:00

ҺӘР АТҠАН ТАҢ ТЫНЫС БУЛҺЫН!

Ярты йыл хәрби күнекмәләргә әҙерләнәләр, шул ваҡытта уҡ һалдаттарға уларҙы Афғанстанға ебәрәсәктәрен әйтәләр. Декабрь айында улар оҙатыла ла. Файзабад тигән ҡалаға эләгә. Азамат ағай отделение командиры була...

СССР тарихында Афған һуғышы иң оҙайлыларҙан була. Ул 1979 йылдың 25 декабрендә
башланып 1989 йылды 15 февраленә тиклем дауам итә, йәмғеһе 9 йыл 1 ай һәм 19 көн бара. Был һуғышта төрлө милләттәге 620 мең совет һалдаттары ҡатнаша.
Йыл да 15 февраль көнө һуғышта һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу кисәләре үткәрелә, имен-һау әйләнеп ҡайтыусы хәрби хәрәкәттәр ветерандары тәбрикләнә. Ветерандар өсөн был көн яуҙаш дуҫтары, таныштары менән күрешеп, хәл белешеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу мөмкинлеге лә.
Рәсүл Аманов йыл ярым Афғанстанда хеҙмәт итә. Прибалтикала ярты йыл булғас, аҙаҡ Төркмәнстандан төп хеҙмәткә ебәрелә. Аҡьярҙан Юлдашбаев Салауат, Сосновканан Рәхмәтуллин Мөхәммәт бергә хеҙмәт итәләр. Өйҙәгеләр улдарының Афған һуғышына ебәреүҙәрен белмәй, сөнки сик буйын һаҡлау “секретно” була. Улар Афғанстанда булһалар ҙа Төркмәнстанда хеҙмәт иткән һы-маҡ һанала. Хәҙерге ваҡытта Рәсүл ағай Сибайҙағы “Барс” ойошмаһын етәкләп, уның рәйесе булып тора. Быйыл улар ғаиләләре менән ил һаҡсыларының осрашыуын төрлө спорт ярыштарына бағышларға уйлай. Быға тиклем йыл да ошондай саралар уҙғарылып килгән. Халыҡты йыйып, сик буйы ғәскәрҙәренең һалдаттары иҫтәлегенә стелалар эшләгәндәр: Сибай ҡалаһының Чайковский урамында, Баймаҡ районы Билал ауылында (4 ауылды берләштерә). Быйыл иһә 15 февраль сәғәт 11-ҙә һәйкәлгә сәскәләр һалынасаҡ, унан һуң спорт ярыштары үткәреү күҙалланыла. Быйылғы дата Афғанстандан һалдаттарҙы сығарыуҙың 31 йыллығына бағышлана. Сибайҙа әлеге ваҡытта 28 Афған һуғышында ҡатнашыусы, 1000-гә яҡын сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе һалдаттар бар. Улар берләшеп үҙ аҡсаларына Чайковский урамында һәйкәл эшләгән. Хакимиәт башлығының да ярҙамы ныҡ ҙур булған. Ҡала музейында афғансыларҙың үҙ мөйөшө булдырылған. Төбәк яугирҙары ҡатнашлығында төрлө саралар уҙғаралар. Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, 2018 йылда “Застава-2018” слеты үткәрелгән. Урал аръяғы яугирҙарын берләштереү маҡсатында ойошторолған сара былтыр Хәйбуллала уҙғарылһа, быйыл Баймаҡ районы яуаплылығында.
—Сибайҙағы афғансыларҙың хәрәкәтен хакимиәт башлығы Р.Ә.Афзалов хуплай, һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Ул үҙе лә волейбол уйнай, урынбаҫарҙары ла сараларҙа ҡатнаша. Афғансылар һәйкәл алдында “Шайморатов генерал” йырын башҡортса ла, русса ла йырлап, акцияла ҡатнашты, ГТО тапшырҙыҡ. Киләсәктә Төньяҡ Осетияла, Чечен республикаһында хеҙмәт иткән хәрби хәрәкәттәр ветерандарын ойошмабыҙға йәлеп итергә уйлайбыҙ,—ти Рәсүл ағай.
Азамат Вәлишин әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Ике ул тәрбиәләй, ике ейәнсәре һәм ике ейәне бар. Ул 1980 йылдың 10 майында әрме сафына алына. Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһына барып эләккәс, башта беренсе хәрби ҡаласыҡта бәләкәй командирҙар әҙерләү буйынса уҡыуҙар үтә. Ярты йыл хәрби күнекмәләргә әҙерләнәләр, шул ваҡытта уҡ һалдаттарға уларҙы Афғанстанға ебәрәсәктәрен әйтәләр. Декабрь айында улар оҙатыла ла. Файзабад тигән ҡалаға эләгә. Азамат ағай отделение командиры була. Һалдаттарҙың “КМБ”һын 3 ай тирәһе үткәс, уларҙы аэропорт һаҡларға ебәрәләр, хәрби техника колоннаһын һаҡлап, оҙатып барыу уларҙың төп бурысына инә. Сөнки йөҙәрләгән техника үткәндә, дошмандар уларҙы ут аҫтында тота. Барлыҡ техника үтеп йөрөүсе бик мөһим һаналған күперҙе лә дошмандарҙан һаҡларға тейеш булалар. Бейеклектә урынлашалар. Тревога буйынса рейдтарға ла сығалар. Ныҡлы итеп окоптар өңөп, землянкалар төҙөп, әҙерләнеп бөтһәләр ҙә, дошмандар әленән-әле һөжүм итеп тора, БМП, танкылар ҙа янып китә, шартлай, бер егет минаға эләгеп яралана, шулай ҙа тере ҡала. Азамат Вәлишиндарҙың отделениеһынан юғалтыуҙар булмай. Хат-хәбәр оҙаҡлағас, туғандары Азаматтың ҡан-ҡойош еренә эләгеүен һиҙенә.
Ул 1982 йылдың 13 майында хеҙмәтен тамамлай. Маҡтау грамоталары, төрлө юбилей миҙалдары бар. Армиянан ҡайтҡас, 2001 йылға тиклем быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Себер тарафтарында ла эшләп ала. Бөгөн ул хаҡлы ялда. Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны.
Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ башҡаса борсомаһын һеҙҙе, яугирҙар!
Земфира Таһирова.