Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
27 Сентябрь 2019, 12:42

Бар үҙенсәлеге—сәйерлегендә

Сәйер тиҙәр уны... Сөнки ул башҡаларға тышҡы йөҙө менән дә, йәшәү рәүеше менән дә оҡшамаған. Бер ҡараһаң, Өфө урамдары буйлап велосипедта елдерә. Хатта ҡышҡы һыуыҡтар ҙа бының өсөн ҡамасау түгел. Икенсе ҡараһаң, тауҙар арҡыла. Өсөнсө ҡарауыңа, “Ҡош юлы” фестивалендә усаҡ янында рәхәтләнеп бейей. Уҡ атыу буйынса мәргәнлеге менән дә хайран итә. Сығышы менән саф башҡорттар төбәге булған Баймаҡ районынан булһа ла, күптәр уны башҡортҡа бөтөнләй оҡшамаған тип иҫәпләй. Оҙон сәс үҫтереп, һаҡал ебәреүе лә уға сәйерлек өҫтәгәндәй.“Күптәр мине сәйер тип иҫәпләй. Бәлки, сәйерлек—өлөшөмә төшкән көмөшөмдөр. Яҡындарыма сәйерлегем оҡшай ҙа хатта. Улар мине нисек бармын, шулай ҡабул итә”,—ти Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта “Киске Өфө” гәзитендә биҙәлеш мөхәррире булып эшләп йөрөгән Артур Батыршин.

Сәйер тиҙәр уны... Сөнки ул башҡаларға тышҡы йөҙө менән дә, йәшәү рәүеше менән дә оҡшамаған. Бер ҡараһаң, Өфө урамдары буйлап велосипедта елдерә. Хатта ҡышҡы һыуыҡтар ҙа бының өсөн ҡамасау түгел. Икенсе ҡараһаң, тауҙар арҡыла. Өсөнсө ҡарауыңа, “Ҡош юлы” фестивалендә усаҡ янында рәхәтләнеп бейей. Уҡ атыу буйынса мәргәнлеге менән дә хайран итә. Сығышы менән саф башҡорттар төбәге булған Баймаҡ районынан булһа ла, күптәр уны башҡортҡа бөтөнләй оҡшамаған тип иҫәпләй. Оҙон сәс үҫтереп, һаҡал ебәреүе лә уға сәйерлек өҫтәгәндәй.
“Күптәр мине сәйер тип иҫәпләй. Бәлки, сәйерлек—өлөшөмә төшкән көмөшөмдөр. Яҡындарыма сәйерлегем оҡшай ҙа хатта. Улар мине нисек бармын, шулай ҡабул итә”,—ти Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта “Киске Өфө” гәзитендә биҙәлеш мөхәррире булып эшләп йөрөгән Артур Батыршин.
Ни менән шөғөлләнеүе тураһында һорағанда, аптырап ҡала Артур. Сөнки уның тураһында республика баҫмаларының береһендә эшләүсе булараҡ ҡына фекер йөрөтөү төптө хата булыр ине. Креатив егетебеҙ оҫта дизайнер ҙа, талантлы видеограф та, мәргән уҡсы ла. Волейбол буйынса ла, велосипедта елдереүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Төшөргән фотолары ла һоҡланыуға лайыҡ. “БашАрт” компанияһын, “Е7Е медиа” студияһын, “Ҡош юлы” фестивален ойоштороусыларҙың береһе лә ул Артур.
Иң мөһиме, талантлы егет туризмға мөкиббән ғашиҡ. Сәйәхәт менән бала саҡтан мауыға Артур. Палатка йөкмәп алып дуҫтары менән ҡырға сығып йән рәхәте алырға ярата ул. Аҙаҡ инде үҫә төшкәс, тыуған Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт ҡыла башлай. Яйлап күрше төбәктәрҙе лә иңләй. 2016 йылда “Мәргән уҡсы” хәрәкәте менән Ҡырғыҙстанға Бөтә донъя күсмәндәре уйындарына барып ҡайтҡандан һуң, күңелендә сит илдәрҙе гиҙеү теләге уяна.
Әлеге көндә Артур туғыҙ илдә булып өлгөргән. “Һәр бер илдең үҙ йәме, үҙ матурлығы һәм үҙ мөхите. Ҡайҙа ғына булһаң да, яңы көс туплап, энергия алып ҡайтаһың. Туризм—ул үҙенә күрә ғүмерҙе оҙайтыу сараһы. Сәйәхәт иткәндә ваҡыт нисектер яйыраҡ аҡҡан кеүек. Юлда бер аҙна ғына бараһың, әммә бер ай үтеп киткән һымаҡ тойола. Кешеләр шул аҙнаны донъя мәшәҡәттәре менән үткәрә лә ебәрә. Ә һин бер айлыҡ ваҡиғалар ағышында ҡалған һымаҡ. Смартфоныңда яҡты хәтирәләр булырҙай әллә күпме фотолар ҡала, яңы кешеләр менән танышаһың, өр-яңы тойғолар кисерәһең”,—ти Артур.
Һәр бер ил үҙ серлелеге менән тарта егетебеҙҙе. Европа илдәре үҙҙәренсә йәшәй. Унда нисектер ят мөхиткә барып ингәндәй тоя ул үҙен. Таиланд инде бер аҙ сәйерлеге менән ҡурҡытҡандай ҙа була. “Урта Азияла инде күңел ял итә, халыҡтың йәшәү рәүеше ныҡ беҙҙекенә оҡшаған, телдәр ҙә оҡшаш, рәхәтләнеп башҡортса ара-лашырға була. Ә шулай ҙа Төркиәләге Стамбул ҡалаһы күңелдә онотолмаҫ бер эҙ ҡалдырҙы. Ниндәйҙер әлегә аңлай алмаған көс, йәм бар унда. Мөмкинлек булыу менән, Стамбулға мотлаҡ кире барасаҡмын”,–ти Артур. Венгрия һәм Польшала булып ҡайтыуы ла күңелендә тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырған. Автостоп сәйәхәте менән Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстанда булыуы ла—тормош китабының сағыу бер бите.
Туризмды үҙ итеүселәрҙең тормошон ҡыҙыҡлы хәлдәр биҙәй. Артур ҙа уларҙан азат түгел. Сәйәхәттәре ваҡытында юлдарына ҡыҙыҡлы ваҡиғалар осрап ҡына тора икән. Шулай бер дүрт башҡорт егете Ҡырғыҙстан буйлап гиҙеп йөрөй. Өсәүһе башҡорт милли кейемендә, берәүһе ябай көндәлек кейемдә була. Үтеп-һүткән кешеләр быларға бик сәйерһенеп, ҡыҙыҡһынып ҡарай ҙа, ябай кейемдә булғанының янына килеп, башҡаларҙың кем булыуҙары менән ҡыҙыҡһына икән. Тышҡы ҡиәфәте ҡаҙаҡ, ҡырғыҙҙарға оҡшап торған Сибай егете башҡортсалап тороп, Башҡортостан ҡунаҡтары булыуҙарын, милли кейемдәре хаҡында һөйләй. Әммә бөтәһе лә был егетте үҙҙәренеке кеүек күреп һөйләшә. “Бына ҡайҙа икән ул тел туғанлығы. Ә бит унан береһе булһа ла, һин үҙең башҡортмо тип һорамаған. Рәхәтләнеп ҡырғыҙса ғына һөйләшкән дә ҡуйғандар”,—тип ғәжәпләнә Артур.
Артурҙың илгиҙәрлеген яҡындары төрлөсә ҡабул итә. Ҡайһы берҙәре тәнҡитләп тә ала. Сөнки бындай йөрөүҙәр күп сығымдар талап итә. Аҡса әрәм итеп йөрөгәнсе, файҙалыраҡ әйбер алһа ни була икән тип, аптырайҙар. Әммә Артур өсөн был сәйәхәттәрҙә алған хис-
тойғолар мөһим. “Беҙ бит ҡартайғас алған матди нәмәләребеҙ хаҡында түгел, ә хис-тойғоларҙы иҫләп һөйләйәсәкбеҙ! Стамбулда өй башындағы кафела Босфорға ҡарап ултырып сәй эскәнеңде, Сочиҙа Красная Поляна тау саңғыһы трассаһынан шыуып төшкәнеңде, Абхазияла урамда китеп барған ерҙән мандарин өҙөп ашауыңды, Таиландта пикап машинаһы менән кузов башында төнгө ҡала буйлап елдергәнеңде, йә булмаһа кемдер һүрәттәрҙә генә күргән утрау, пляждарҙа һыу ингәнеңде… Былар барыһы ла—хис-тойғолар. Мәңгелеккә беҙ шуларҙы үҙебеҙ менән алабыҙ, ә һатып алған әйберҙәрҙе түгел”,—ти ул.
Алдында башҡалар кеүек үк ябай ғына кеше булыу, йә үҙеңдең сәйер бер донъяңда йәшәү тигән һайлау килеп тыуһа, Артур, һис шикһеҙ, сәйерлекте һайлар ине. Сөнки уның бар булмышы ла шул сәйерлегендәлер ул.