АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
14 Февраль 2019, 16:41

Онотолмай һуғыш афәте

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөЙылдар, быуаттар дауамында илебеҙ бик күп һынауҙар үткән. Шуларҙың береһе—Афған һуғышы. 1979 йылдан алып 1989 йылға тиклем барған һуғышта 620 меңдән ашыу совет яугирҙары ҡатнашҡан. Уларҙың 15 меңдән ашыуы Афған ерендә һәләк булған, 6 мең кеше алған яраларҙан һауыға алмайынса фани донъя менән хушлашҡан, 311 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Был ҡот осҡос, аңһыҙ һуғышта яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашҡан.

15 февраль—Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө
Йылдар, быуаттар дауамында илебеҙ бик күп һынауҙар үткән. Шуларҙың береһе—Афған һуғышы. 1979 йылдан алып 1989 йылға тиклем барған һуғышта 620 меңдән ашыу совет яугирҙары ҡатнашҡан. Уларҙың 15 меңдән ашыуы Афған ерендә һәләк булған, 6 мең кеше алған яраларҙан һауыға алмайынса фани донъя менән хушлашҡан, 311 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Был ҡот осҡос, аңһыҙ һуғышта яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашҡан.
Хәйбулла районының Сәғит ауылында ла яугир-интернационалист йәшәй. Fаяз Шәкирйән улы Нафиҡов—үҙ ауылының патриоты. Йәшлек йылдары 70-се, 80-се йылдарға тура килгән егет-тәрҙең яҙмышы оҡшашыраҡ булды. Совхоз-колхоздар гөрләп торған заманда күптәр техникала йөрөргә хыялланды. Fаяз да Мәмбәт урта мәктәбен тамамлағас Юлдыбай һөнәрселек училищеһына водителгә уҡырға бара. Ҡулына водитель таныҡлығы алған егет 1984 йылдың 18 апрелендә әрмегә юллана.
—Яҙҙың тәүге саҡырылышына ике кешегә—миңә һәм Хәлим дуҫыма повестка барлығын белгәс, был турала дуҫыма барып: «Әйҙә, беҙ икәүгә повестка бар, Афғанстанға»,—тип шаярттым. Быға тиклем ул гел генә: «Беҙ икебеҙ ҙә ҡарабыҙ, әрмегә афғанға ебәрәләр»,—тип әйтеп йөрөй торғайны. Үҙ-ара шаяртыуҙарыбыҙҙың ысын-ға тура килеүен кем белгән,—тип хәтерләй ул.
Егеттәр тәүҙә 3 ай Әрмәнстандың Актимберян ҡалаһында карантин үтәләр. Бында водителдәрҙе хәрби күнекмәләргә, һөжүмгә ҡаршы тороу алымдарына өйрәтәләр, ҡыҫҡаһы һуғышҡа әҙерләйҙәр.
—1984 йылдың 1 авгусында Афғанстанға остоҡ. Шиндант ҡалаһында беҙҙең девизия урынлашҡан ине. Шунда барып төштөк. Мин 101-се мотоуҡсылар полкына эләктем. Оҙаҡламай беҙҙе Герат ҡалаһына йүнәлттеләр. Унда матди хеҙмәтләндереү ротаһында хеҙмәт итә башланым. Барғас та мискәле ЗИЛ машинаһы менән полигонда һыу ташып йөрөнөм. Бер аҙҙан Урал-75 машинаһын бирҙеләр. Уның менән 1-2 ай рейстарға сығырға тура килде. Май айында дизелле Уралға ултырттылар. Даими рейстар башланды. Төркмәнстандың Кушка ҡалаһы эргәһендә, Афғанстандың Туругунди тигән ҡышлағында йөк бушатыу базаһы урынлашҡан ине. Шунан поезд менән килгән аҙыҡ-түлекте, һуғыш кәрәк-яраҡтары, утын, күмер һәм башҡа әйберҙәрҙе ташыным,—тип хәтерләй әңгәмәсем.
Водитель Fаяз Нафиҡов хәрби операцияларҙа ла ҡатнашҡан. Ике тапҡыр көслө ут аҫтына эләгә, дошмандар ул йөрөткән машинаны шартлата. 1985 йылдың 27 ноябрендәге шартлауҙан һуң Fаяз контузия ала. Башы ныҡ ауыртыуға ҡарамаҫтан, икенсе көн йәнә юлға сыға. Машинаһы тағы ла шартлауға эләгеп алғы мосы тәгәрмәстә-ре менән селпәрәмә килә. Һөҙөмтәлә, техника эшкә яраҡһыҙ тип табыла. Үлемдән саҡ тере ҡалған Fаяз Нафиҡов 2 ай буйына палаткала ятып нығына. Һауығып аяҡҡа баҫҡас уға өр-яңы Урал машинаһы бирәләр. Артабанғы хеҙмәте ярайһы тыныс шарттарҙа үтә. Тырыш, эшһөйәр, үҙенә ҡушылған бурысты һәр ваҡыт урын-еренә еткереп башҡарған һалдатты яңы КАМАЗ машинаһына ултырталар. «Үкенескә ҡаршы, беҙҙең саҡырылыштағы ике водитель егетебеҙ һуғыш яланында ятып ҡалды. Беҙ барыр алдынан йыл элгәре бигерәк мәхшәр булған тип һөйләнеләр. Ундағы ҡан ҡойошта ротаның яртыһынан күберәге ҡырылған булған. Был бик аяныслы хәл. Үҙем контузия алһам да, тере ҡалғас булды, тип шөкөр итәм»,—ти Fаяз Шәкирйән улы.
Ил алдындағы бурысын теүәл үтәгән яугир-интернационалист Fаяз Нафиҡов 1986 йылдың 1 авгусында тыуған ауылына ҡайта. Оҙаҡ йылдар совхозда водитель булып эшләй. Хужалыҡ тарҡалғас, бар көсөн кәртә-ҡураны нығытыуға, малдарҙы ишәйтеүгә йүнәлтә. Яҙғы-йәйге миҙгелдә крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ярҙамлаша. Уның түшен күп наградалар һәм миҙалдар биҙәй. Хөкүмәт тарафынан бирелгән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы—иң ҡәҙерлеһе. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу айҡанлы Fаяз Шәкирйән улын май айына Мәскәүгә осрашыуға саҡырғандар. Улар бергә хеҙмәт иткән йән дуҫы—Ырымбур өлкәһе Гай районының Ишкенә ауылы егете Миңләхмәт Шәнгәрәев, Ижевск ҡалаһында йәшәүсе рота командиры Алексей Кудряшев менән баш ҡалаға барып ҡайтырға ниәтләй. «Санкт-Петербургта, Өфөлә, Туймазыла йәшәгән хеҙмәттәштәрем менән интернет селтәрҙәре аша йәки телефондан гел һөйләшеп, аралашып торабыҙ. Райондың яугир-интернационалистар ойошмаһы әүҙем эшләй, матур саралар ойоштороп тора»,—ти яугир-интернационалист.
Нафиҡовтар ауылда өлгөлө ғаилә һанала. Fаяз Шә-кирйән улының ҡатыны Зинира Зәкәриә ҡыҙы—башланғыс кластар уҡытыусыһы. Бер ауылда тыуып, бер шишмәнең һыуын эскән ике йәш йөрәк 8 йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына ғаилә ҡороп ебәрә. Быйыл мартта уларҙың бергә йәшәүенә 32 йыл тула. Бәхетле ғаилә өс балаһына матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтырған. Өлкән ҡыҙҙары Зилиә Аҡъярҙа логопед булып эшләй. Ире менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Уртансыһы—Айгиз Мәскәү ҡалаһының геология-разведкалау университетын тамамлаған. Декабрҙә генә әрменән ҡайтҡан егет тиҙерәк эшкә төшөү хыялы менән янып йәшәй. Кесеһе Илгиз Өфө авиация техникумының 2-се курсында белем ала.
Афған һуғышы ветераны Fаяз Нафиҡов киләсәктә илебеҙ күгенең тыныс һәм аяҙ булыуын теләй.
Читайте нас: