Яҡташым һәм талантлы ғалим, геология-минералогия фәндәре докторы Сәғәҙей Әхмәҙей улы Солтанов тураһында мин үткән быуаттың 60-сы йылдары аҙағында ул ваҡытта йәш ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты Диҡҡәт Бураҡаевтың һөйләүенән беләм. Һуңыраҡ яҡташыбыҙ,Тау фәндәре академияһы академигы, профессор Миңлеәхмәт Fилмитдин улы Моталов (сығышы менән Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы кешеһе) дуҫы тураһында «Нефть геологияһы корифейы» исемле китап баҫтырып сығарҙы.
Сәғәҙей Әхмәҙей улы 1922 йылдың 15 мартында Йылайыр районының Һаҡмар йылғаһы бу-йына урынлашҡан бәләкәй генә Түбәнге Fәле ауылында тыуған. Тирә-яғындағы тау битләүҙәрендә хужалыҡта кәрәкле эш ҡораларын үткерләү һәләтенә эйә булған үҙенсәлекле таш ҡатламы сыҡҡан өсөн уны урындағы халыҡ Ҡайраҡлы тип йөрөтә.
Сәғәҙей бәләкәй саҡтан уҡ ҡулсырлығы,зирәклеге, тик тормаҫлығы, шуҡлығы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора, еләк-емеш йыйыу, хатта уҡыуҙа ла дилбегәне үҙ ҡулында тотоу һәләтенә эйә була. Тыуған ауылында ла, артабан Сәләх һәм Аҡъяр ауылдарында йәшәгәндә лә яңынан-яңы сифаттары асыла бара: һүрәт төшөрә,музыка,спорт, әҙәбиәт менән ныҡлап мауыға, сәхнәләрҙә күренә башлай. 8-селә уҡығанда уҡ шахмат буйынса район чемпионы исемен яулай.
Белем донъяһына ынтылышы Сәғәҙей Солтановты баш ҡалабыҙ Өфөгә алып килә һәм ул 1940 йылда республикаға байтаҡ ҡына күренекле кешеләр биргән 2-се Өфө урта мәктәбен фәҡәт бишлегә генә тамамлай. Тиҙҙән егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Хәрби курстарҙан һуң, 1941 йылдың октябрь айынан Бөйөк Ватанды һаҡлаусылар рәтенә баҫа. Мәскәүҙе обороналау, Калуга, Бобруйск, Брест, Варшава ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Данцинг порт-ҡәлғәһен штурмлай. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Инвалид булып ҡала.
Үтә белемле булыуы, көнләшерлек эш һөйөүсәнлеге уға фронттан әйләнеп ҡайтҡандан һуң Мәс-кәү нефть институтын, ә аҙаҡ аспирантураны ваҡытынан алда тамамларға мөмкинлек бирә. Сәғәҙей Әхмәҙей улы ике йыл ул саҡта тармаҡта берҙән-бер булған «Туймазынефть» тресының технология бүлегендә урынбаҫар булып эшләй. Оҙаҡ ваҡыт «ТатНИПИнефть»тә лаборатория һәм эшкәртеү бүлеге мөдире була. Егерме йыл илдең нефть промыслаһы геологияһының ошо эре ғилми үҙәгендә директор урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1984 йылдан Сәғәҙей Әхмәҙей улы—Өфө нефть институтының геология кафедраһы профессоры.
С. Ә. Солтанов илдә ядро геофизикаһы методтарын булдырыу-ҙа һәм индереүҙә әүҙем ҡатнаша. Асылда, ул Ватан ғалимдарынан беренсе булып уларҙы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе контролләүҙә ҡуллана. Fилми эшмәкәрлеге таңында, 1955 йылда, Сәғәҙей Әхмәҙей улы халыҡ-ара конгреста атом энергияһын тыныс шарттарҙа файҙаланыу буйынса доклад менән сығыш яһай. Унан һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙә, Төмәндә, Токиола, Вашингтонда һәм башҡа бик күп халыҡ-ара конгрестарҙа, конференцияларҙа, симпозиумдарҙа ғилми докладтар менән ҡатнаша.
Уның хеҙмәттәре инглиз, француз, немец, япон телдәренә тәржемә ителгән.Үҙе яңғыҙ һәм башҡа авторҙар ҡатнашлығында уның 15-тән ашыу китап-монографияһы баҫылып сыҡҡан. Ошо китаптарҙың береһе—«Нефть-тәбиғәт мөғжизәһе»(Татиздат,1987 йыл) роман кеүек уҡыла.Сәғәҙей Әхмәҙей улының фәнни тәрәнлеге менән айырылып торған һәм нефть сәнғәтендә киң ҡулланылған күп эштәре дәреслектәрҙең һәм белешмәләрҙең төп өлөшөн тәшкил итә.
Профессорҙың уйлап тапҡан эштәре лә бар, уларҙың дүртәүһе ил ВДНХ-һының миҙалдары менән бүләкләнгән. Импульслы нейтрон ысулдарын ҡулланып карбонат ҡатламында ятҡан нефть ятҡылыҡтарын разведкалауҙың һәм нефть ятҡылыҡтарын файҙаланғанда юғары баҫымды ҡулланыуҙың яңы ысулын эшләгәне өсөн Сәғәҙей Әхмәҙей улы ике тапҡыр И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты исеменә лайыҡ була.Ә нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалауҙың һәм эшкәртеүҙең эффектлығын күтәреүҙә импульслы нейтрон методтарын эшләгәне һәм киң индергәне өсөн С.Ә.Солтанов 1983 йылда СССР Дәүләт премияһы лауреаты булды.
Бай профессиональ эрудициялы булараҡ, Сәғәҙей Әхмәҙей улы юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнаша. 28 фән кандидаты һәм докторы (уның 4-һе-Өфө нефть техник институтында) әҙерләй. Был—яңы формация нефть геологтарының тотош бер ғилми мәктәбе.
Һоҡланырлыҡ та, көнләшерлек тә: профессор йөгөн тартҡан Сәғәҙей Әхмәҙей улы «БашНИПИнефть», УНИ, Ҡазан университетында, Пермь политехник институтында фән докторҙары һәм кандидаттары тигән ғилми дәрәжә биреү буйынса бик күп советтарҙың ағзаһы булып тора. Ул шулай уҡ илдең ВАК эксперт советы ағзаһы, нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү мәсьәләләре бу-йынса Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми советы ағзаһы.
Уның профессиональ хеҙмәте 16 хөкүмәт наградаһы, шул иҫәптән 4 орден менән билдәләнгән.Эштәге уңыштары өсөн С.Ә.Солтановҡа Рәсәй Федерацияһы һәм Татарстандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре тигән исем бирелгән. Ул илдең почетлы нефтсеһе, нефть сәнәғәте отличнигы, бик күп почет таҡталарына һәм кенәгәләренә индерелгән, 130-ҙан ашыу почет һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
«Профессор ижади пландар менән йәшәне, үҙенең фронт һәм ижади тормошона йомғаҡ яһарлыҡ китаптар өҫтөндә эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сәғәҙей Әхмәҙей улының ғүмере 1992 йылдың 25 майында, диплом яҡлаясаҡ студенттарына консультация бирергә барырға йыйынған саҡта, көтмәгәндә өҙөлдө.Уның үлеме профессор—уҡытыусылар корпусы, бигерәк тә геология институты кафедраһы өсөн ҙур юғалтыу булды.С.Ә.Солтановтың иҫтәлеген тәрән хөрмәт итеп,Өфө нефть техник университеты ректораты уҡыу йортоноң 50 йыллығы көнөндә уның тураһында махсус брошюра сығарҙы. Профессор уға хаҡлы. Сәғәҙей Әхмәҙей улын белгәндәр уның геология фәндәре өлкәһендә генә түгел, ә башҡа өлкәләрҙә лә күп яҡлы талант эйәһе булыуын белде. Ул бына тигән шахматсы ла, рәссам да (картиналары Өфө, Ҡаҙан, Мәскәү музейҙарында бер нисә тапҡыр ҡуйылды) булды.Уның оҫта гармунсы, Пушкин, Есенин , Туҡай, Таҡташ, Мостай Кәрим, Рәми Fарипов шиғриәтенә ғашиҡ кеше икәнлеген дә белә инек. Мәжлестәрҙә уға тиң көрәгәсе һәм ойоштороусы булманы»,—тип яҙа уның тураһында дуҫы, академик Миңләхмәт Fилмитдин улы Моталов.
Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратындағы «Дан» аллеяһында урынлашҡан ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған аҡһыл-күк төҫтәге Учалы гранитынан эшләнгән һәйкәленә уның асылын асырҙай шундай һүҙҙәр яҙылған:
«Сгорая сам, светил другим,
Взамен не требуя наград».
Зыяратта булһағыҙ, ошо һоҡланғыс кешегә баш эймәй китмәгеҙ.