Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
23 Ғинуар 2019, 12:50

Йөрәктәрҙе тоҡандырып китте

Һикһән биште ашаҡлап үтһә лә Мостай ағайҙың хәтере шәп әле. Бынан ҡырҡ-илле йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы ла йылын, айын әйтеп һөйләп ултыра. Ә инде уны тыңлауы үҙе бер ләззәт. Ожмахҡа алып инәме ни!

Мостай Кәримдең тыуыуына—100 йыл
Мостай Кәрим менән булған өс осрашыу... Күптәр уны 2005 йылдың иң сағыу ваҡиғаһы итеп иҫкә алыр. Башҡортостандың иң билдәле кешеләренең береһе—үткер телле ил ағаһы, ҡабатланмаҫ талантлы шағир, үҙәктәр өҙөрлөк әҫәрҙәр тыуҙырыусы әҙип, көнләшерлек йор һүҙле, юморға бай аҡыл эйәһе һәм, бөйөк булыуына ҡарамаҫтан, иҫ киткес итәғәтле, ябай булып ҡала алған ғәжәйеп кеше менән бер бүлмәлә ҡапма-ҡаршы ултырып, уның тыуған ил, тормош мәғәнәһе, кеше, тәрбиә хаҡындағы тәрән фәлсәфәле һүҙҙәрен тыңлау бәхете кемгә, ҡасан эләгә һуң әле?!
Осрашыуҙар шағирҙың бер үҙенең монологы ғына булып ҡалманы, ә тере, йәнле, күңелгә ҙур кинәнес биргән йылы һөйләшеүгә әүерелде. Сибай хөрмәтле ҡунаҡҡа үҙенең таланттарға бай һәм киләсәге өмөтлө булыуын күрһәтергә тырышты. Ә киләсәге уның иң тәүҙә—йәш таланттарҙа. Ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында үткән осрашыуҙа Мостай Кәрим балаларға тормошта үҙ урындарын табыуҙарын, дөрөҫ юл һайлауҙарын теләне. Китапханасылар менән Йәштәр үҙәге китапханаһында үткән осрашыуында һүҙ нисек итеп кеше күңеленә юл ярыу, кеше тәрбиәләү тураһында барҙы. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры шағирҙы күрергә теләүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алманы.
Республикабыҙҙың «Китап» нәшриәте 2002 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Fүмер миҙгелдәре» исемле сираттағы китабын баҫып сығарҙы. Милли әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының Сибайға сәфәрен дә тормошобоҙҙың бер миҙгеле тип атарға булалыр. Халыҡ шағиры менән булған һәр осрашыу юйылмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы. 2005 йылдағы осрашыуҙарҙы хәтергә төшөрәйек.
Һаумы, замандаш!
Ҡала китапханасылары менән осрашыу Йәштәр үҙәгенең икенсе ҡатында урынлашҡан китапхананың ҙур, иркен уҡыу залында үтте. Кисәне ҡала үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Нурия Рафикова асты.
—Мостай ағай, беҙ былтыр ғына ошо матур бинаға индек. Уны асыу тантанаһында Республикабыҙ Президенты Мортаза Fөбәйҙулла улы ла ҡатнашты. Бөгөн һеҙҙең алда ҡала китапханасылары—яҙыусы менән уҡыусы араһында элемтә тотҡан, китапты һәм яҙыусыны халыҡҡа яҡынайтҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр ултыра. Һеҙгә һүҙ бирәбеҙ, Мостай ағай.
—Мин китапты бәләкәйҙән, 8-9 йәштән уҡый башланым. Беҙҙең ауылда китапхана булды. Элек мәҙрәсә лә булғас, ауылда күптәр уҡый-яҙа белә ине. Китапхананан йә ҡыҙыҡлы, йә ҡыҙғаныс китап һорап ала торғайныҡ. Уртасаһын берәү ҙә уҡыманы. Уйлап ҡараһаң,тормош та шулай ҡыуаныстарҙан һәм ҡайғыларҙан тора бит. Ысын китаптар ҙа шуларҙы сағылдырырға тейеш тип уйлайым. Шуға ла Тургеневты яратам. Достоевскийҙы өнәп етмәйем. Минең яҙыусым түгел...
Китапханасылар менән осрашыуға егерме минут тирәһе генә ваҡыт бүленгән ине. Шулай ҙа кеше, уның яҙмышы, йәшәү мәғәнәһе тураһында эскерһеҙ һөйләшеү оҙағыраҡҡа һуҙылды. Әңгәмә һуңында шағир уҡыусыларының күп һорауҙарына яуап бирҙе.
—Йәштәрҙе рухи яҡтан һау итеп тәрбиәләр өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк? Хәҙерге йәштәр һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлаймы?
—Аҡлай тип әйтә алмайым. Хәҙер йәштәр күберәк шалтай-балтай халыҡҡа эйәрә. Яҡшылар ямандарға эйәрә. Маяковский баҡсаһына инһәм,бер ҡыҙыҡай эскәмйә башына менеп ултырып шешәнән һыра һемереп ултыра. Ауыл ҡыҙы икәне күренеп тора. Бер нисә ай ғына элек ауылда иң аҡыллы, иң матур ҡыҙҙарҙың береһе булып йөрөгәндер әле. Ә бында... характер күрһәтеп ултыра. Не хуже городских, йәнәһе. Аҡыллы, талантлы йәштәр ошондайҙарҙы тәрбиәләргә тейеш. Бына һеҙҙең иҫ киткес Йәштәр үҙәге бар. Унда активистарҙы, алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе генә түгел, ошондайҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк.
—Мостафа Сафа улы, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
—Быны Достоевский әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,уның үҙенең әҫәрҙәрендә матурлыҡ юҡ кимәлендә. Уның гениаль яҙыусы икәнен беләм, ышанам. Ләкин иң тәүҙә матурлыҡтың үҙен ҡотҡарып алып ҡалырға кәрәк бит әле. Матурлыҡты ҡотҡарһаҡ, донъяны ла һаҡлап алып ҡалырбыҙ.
—Мостай ағай, беҙ Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына бик матур күргәҙмә әҙерләнек. Унда һеҙҙең портретығыҙ һәм «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр» исемле шиғырығыҙ ҙа ята.
Хәҙер китапханасылар ҙа яңыса эшләргә тырыша. Беҙҙә «Сәсән тирмәһе», мода салоны бар. Бына шул мода салонында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һеҙгә янсыҡ бүләк итә. Ләкин беҙ уның эсенә һалдат махоркаһы түгел, ә ижад менән мауыҡҡан балаларҙың шиғырҙарын һалдыҡ. Шуның берәүһен уҡып ишеттерәйем әле:
Ике мең дә дүртенсенең
Ҡояшлы көнө булыр.
Мостай Кәрим ағайҙың
Һикһән биш йәше тулыр,—тип яҙа Лилиә исемле ҡыҙ.
—Быны күргәс, тәмәке тарта башламаммы икән?
—Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы беҙҙең өсөн ҙур байрам. Уның тураһында хәҙер төрлө фекерҙәр йөрөй. Ошо байрамға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
—Күптән түгел бер тапшырыу күрһәттеләр. «9 Май кәрәкме?»—тигән һорау ҡуялар. Был ҡояш кәрәкме, әллә юҡмы, тигән кеүек үк ахмаҡ һорау. Тыуған ил, ошондай һорау биргән кешеләрҙең үҙҙәренең киләсәге өсөн ҡанын түккән, йәнен биргән фронтовиктарҙан көлөү, мыҫҡыл итеү был. Беҙгә, фронтовиктарға, быны ишетеүе бик ауыр. Еңеү өсөн үтә күп ҡан ҡойолған. Беҙ—20 миллион, немецтар—15 миллион ғына кеше юғалтҡан. Ундай Еңеүҙең кәрәге булдымы икән, тиҙәр. Беҙ бит илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыштыҡ!..Аңламайым ундай кешеләрҙе...
—Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә һеҙгә тағы ла бер ғүмер бүләк итһә, һеҙ уны нисек йәшәр инегеҙ?
—Быны һәр кемдән һорайҙар. Белмәйем. Беренсенән, китһәм мин кире ҡайтмаясаҡмын. Берәү ҙә ҡайтармаясаҡ... Икенсенән, тормошом үкенерлек булманы. Ҡайғыһын да кисерҙем,шатлығын да күрҙем, хөрмәтте лә татыным. Бөтә ил күргәнде күрҙем. Миңә икенсе йәшәү булһа...Тегенеһе менән дә риза.
—Миңә Өфөлә Мостай ағайҙың опера һәм балет театрында үткән 75 йыллыҡ юбилейында ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Шунда сәхнәгә дүрт йәшлек малай (Сыңғыҙ Ханнанов) сыҡты ла аҡһаҡалыбыҙға: «Һаумы, замандаш!»—тип өндәште.
Һеҙҙең менән замандаш булғаныбыҙ өсөн ҡыуанабыҙ, ғо-рурланабыҙ, Мостай ағай!
Осрашыу һуңында китапханасылар Мостай Кәрим менән фотоға төштө, автографтар алды. Әҙип хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн асылған дәфтәргә: «Китапхана хеҙмәткәрҙәре менән бөгөнгө осрашыуыма сикһеҙ шатмын. Хеҙмәтегеҙ, китапҡа тоғро булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә»,—тигән йылы яҙыу ҡалдырҙы.
Күңел тулырлыҡ мәлдәр
Өсөнсө осрашыу ҡалабыҙҙың иң яңы һәм иң мәртәбәле мәҙәниәт үҙәгендә—Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры бинаһында үтте. Залға ҡала халҡының төрлө ҡатлам вәкилдәре—уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, табиптар, ҡаланың төрлө ойошмалары вәкилдәре, ябай эшселәр, предприятие етәкселәре һәм хаҡлы ялдағы ололар йыйылғайны. Алдан әйтеүебеҙсә, театр шағирҙы күрергә теләүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алманы. Әҙипкә театр артистары Сибай дәүләт филармонияһы ярҙамында театрҙа ҡуйылған әҫәрҙәренән өҙөктәр уйнап күрһәтте, шиғырҙарын уҡыны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырланы.
Бына ил аҡһаҡалы сәхнәлә. Халыҡ уны аяҡ үрә баҫып алҡышлай.
Ҡотлау һүҙе тәүҙә ҡала хакимиәте башлығы Рәил Сәлих улы Сарбаевҡа бирелде. «Республикабыҙҙың иң өлкән театрҙарының береһе—Мөбәрәков исемендәге театр һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙгә ҡабаттан-ҡабат әйләнеп ҡайта. «Салауат», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндө», «Йәйәүле Мәх-мүт», «Яңғыҙ ҡайын» спектаклдәре сибайҙарҙың бер нисә быуынының яратҡан сәхнә әҫәренә әйләнде. Тамашасыларыбыҙ һеҙҙең шиғырҙарығыҙға беҙҙең төбәк композиторҙары Зөһрә Фәйзуллина, Хисмәт Дәүләтов, Юлай Үҙәнбаев яҙған «Яңынан тыуһам», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Тәгәрәп китте йөрәгем», «Сәңгелдәк йыры» кеүек йырҙар-ҙы Азамат Тимеров, Хисмәт Дәүләтов, Альберт Салауатов башҡарыуында тыңлап туймай. Был һеҙҙең халыҡ күңелендә ҙур һөйөү яулай алыуығыҙ тураһында һөйләй»,—тине ул һәм шағирға 85 йәше менән ҡотлау адресы тапшырҙы. Шунан ҡәҙерле ҡунаҡты ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илгиз Хәйруллин, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Хәйҙәр Тапаҡов, «Ирәндек» лицейы уҡыусыһы, йәш шағир Илназ Мәжитов, билдәле тележурналист, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының баш мөхәррире Шәүрә Fилманова ҡотланы. Уларҙан һуң һүҙҙе Мостайҙың үҙенә бирҙеләр.
—Мин театр ишеген асҡанда һәр ваҡыт бер төрлө тетрәнеү һәм ашҡыныу кисерәм.1935 йылдың көҙөндә беренсе тапҡыр ысын театр—хәҙерге Башҡорт академия драма театры ишеген асып индем. Ошо сихри донъя ғүмер буйына мине тетрәтте, әсир итте, үҙенә тартты. Бына һеҙҙең яңы бинағыҙға ингәндә мине, әйтерһең, беренсе тапҡыр, бынан 70 йыл элек кисергән тойғолар сорнап алды: тулҡынландым да, хатта күңелем дә тулды... Бында минең һүҙем яңғыраны—шуға хайран ҡалып, ғәжәпләнеп ултырам.
Тормош һабаҡтары
Һикһән биште ашаҡлап үтһә лә Мостай ағайҙың хәтере шәп әле. Бынан ҡырҡ-илле йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы ла йылын, айын әйтеп һөйләп ултыра. Ә инде уны тыңлауы үҙе бер ләззәт. Ожмахҡа алып инәме ни!
—Мин ерҙә йәшәүселәрҙе ике төркөмгә бүләм,—тип башланы ул һүҙен.—Берәүҙәр, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан-көнбайыштамы, әллә көнсығыштамы, төньяҡтамы, көньяҡтамы-планетаның ҡояшлы яғында, икенселәре—күләгәле яғында йәшәй. Сәнғәткә, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа битараф булмағандар ҡояшлы яҡта, ә туң, вайымһыҙ, һалҡын, ҡаты, уҫал кешеләр—күләгәле яҡта йәшәй. Бейек-бейек һарайҙарҙа йәшәһәләр ҙә... Бына һеҙ көн уртаһында шағир менән осрашыуға килгәнһегеҙ. Сөнки һеҙ күңелегеҙ, йөрәгегеҙ, аҡылығыҙ менән планетаның ҡояшлы яғында йәшәйһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең кеүек ҡояшлы яҡта йәшәүселәр күберәк булһа, беләм, улар күп, кешелек ышанысын да, өмөтөн дә, кешелек сифаттарын да юғалтмаясаҡ.
Дауамы киләһе һанда.
Читайте нас: