АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
18 Ноябрь 2018, 17:09

Әле лә ҡәҙерле һәм яҡын

Сибай педагогия училищеһының тарихы—мәшһүр төбәгебеҙ тарихының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Урал аръяғына кадрҙар әҙерләүсе белем усағына—55. Беҙҙең Сибай педагогия училишеһын тамамлауыбыҙға ла 50 йыл да булып китте. Һүҙем курсташтарым, остаздарыбыҙ тураһында булыр.

Сибай педагогия училищеһының тарихы—мәшһүр төбәгебеҙ тарихының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Урал аръяғына кадрҙар әҙерләүсе белем усағына—55. Беҙҙең Сибай педагогия училишеһын тамамлауыбыҙға ла 50 йыл да булып китте. Һүҙем курсташтарым, остаздарыбыҙ тураһында булыр.
Яңы уҡыу йортон асыуға, уның хужалыҡ һәм коллектив эштәрен ойоштороуға күп көс һалған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловтың тырышлығын яҙып та, һөйләп тә бөтөү мөмкин түгелдер. Дәһшәтле һуғыш яландарында утты-һыуҙы кискән, үлем тырнағынан саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалған яугир, шундай ғәйрәтле физик һәм рухи көстө ҡайҙан алды икән? Студенттар, уҡытыусылар, ата-әсәләр алдында сығыш яһағанында йәки беҙҙең менән үҙ-ара әңгәмәләшкәндә Бәҙри Мөжәүир улы: «Уҡыу йортоноң төп маҡсаты—башланғыс кластар өсөн уҡытыусылар әҙерләү менән бер рәттән быуындан-быуынға күсә килгән милләт тәжрибәһен, әхлаҡи ҡиммәттәрен, изге һәм данлы традицияларын һаҡлау. Шуларҙы балалар тәрбиәләүҙә, уларҙы рухи яҡтан байытыуҙа уңышлы файҙаланырға өйрәнһәгеҙ генә киләсәктә донъяуи мәҙәниәтле, зыялы мәғрифәтсе булып үҫешәсәкһегеҙ»,—тип йыш ҡабатлай ине… Бөгөн уның әйткәндәрен хәтергә төшөрәм дә, остазыбыҙ фекерендә тәрән мәғәнә ятыуын аңлайым.
Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда уҡытыусылар әҙерләүсе тәүге уҡыу йортон асыу үҙе бер оло ваҡиға булһа, унда белем бирәсәк коллективты туплау—икенсе бө-йөк ҡаҙаныш. Нисек кенә ауыр булмаһын, үҙенең баһаһын белеп, етдилек, принципиаллек сифаттарын эшкә ҡушып, көслө уҡытыусылар коллективын тупланы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов. Сибай ҡалаһы интеллегенцияһының йөҙөн билдәләйәсәк, халыҡ ижадын, рухи байлығын төплө белгән алдынғы һәм талантлы уҡытыусылар ине улар. Тәүгеләрҙе һанай китһәм: Ф.Г.Бикбулатова, Е.И.Широкова, Р.К.Исҡужина, Т.А.Палагичева, Т.Б.Шәмсетдинов, А.Ф.Маматов, Л.В.Зайцева, Ф.С.Күсәпҡолова, Ш. З.Шагимов, Ф.А.Собхан-ғолова, С.К.Йәнтүрина-Буранбаева, С.Г.Сөләймәнова, З.Р.Хәлимова, А.М.Шакиров, В. З.Шакирова, Ф.Д.Бикбаева, Ф.М.Бикбаев, М.А.Солтангилдин, А.Ф.Тесля, В.К.Качалов, Я.Х.Сараев һ.б. «Әле телгә алып киткән остаздарыбыҙ буласаҡ уҡытыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙе бик оҫта ойошторғандар икән»,—тип иҫкә алдыҡ уҡыу йорто асылыуына 55 йыл тулыу ай-ҡанлы ойошторолған осрашыуҙа. Ҡайһы ғына быуын йә осор сығарылыш вәкилдәренең иҫтәлектәрен тыңлама, тормош талап иткәнсә, үҙ профессияһына ышаныслы хеҙмәт итә алырҙай, булдыҡлы белгестәр әҙерләгән Сибай педучилещеһы. Борис Хәйретдинов, Әхәт Мортазин, Таңһылыу Fәйнуллина, Буранбай Күсәбаев, Рәшиҙә Күсәбаева, Юлай Аҡбашев, Сәлимйән Мортазин, Алһыу Бәхтиева, Светлана Гайсина, Назиә Бикбова, Илдус Зайнуллин, Вәлит Зәйнуллин, Рәзилә Рыскужина һ.б. Бик күптәр улар. Ниндәй вазифала эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр башҡарған шөғөлдәренең юл башында Сибай педагогия училищеһы биргән һабаҡ торғанын тартынмайынса ғорурланып телгә алдылар осрашыу мәлендә. Ә Бына Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбаев Сибай педучилищеһын тамамлаусылары менән башҡаларҙы сағыштырып, бик үҙенсәлекле һығымта яһаны.
Эйе, ул ваҡыттарҙа һәр остазыбыҙ бир-гән һабаҡҡа ҡолаҡ һалып, алһыу хыялдар аша киләсәккә баға инек. Теләгебеҙ—уҡытыусы булыу. Мәҫәлән, тәбиғәте менән сибәр ҙә, киң күңелле лә, үтә талапсан да етәксебеҙ Роза Калимулла ҡыҙы Исҡужина һәр мәлдең ҡәҙерен белеп, уны юҡҡа сарыф итмәйенсә белем, итәғәтлек, тәүфиҡ тауына әйҙәне. Шуға ла рух, эш, намыҫ төшөнсәләре бөгөн дә бөтә һабаҡташтарыма хас. Береһенән-береһе уҡымышлыраҡ, арҙаҡлыраҡ һабаҡташтарым менән ғорурланмай хәлем юҡ. Республика халҡын Самат Әбдрәхим улы Мөхәмәтйәнов менән таныштырыу кәрәкмәй. Ул хеҙмәт юлын Сибай интернат-мәктәбе директоры, ҡала мәғариф бүлеге мөдире булып уңышлы эшләүҙән башлап ебәрҙе. Бөгөн ул—күренекле ғалим, тиҫтә-тиҫтә китаптар авторы. Ул ғына ла түгел, тәжрибәле практик—педагог, фән докторы, профессор. Билдәле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың ауылдар тормошон сағылдырған «Яҙмыш» китабына Әшрәф Илһамов оҫта етәксе һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ ингән. Әбйәлил районында Әшрәф Илһамов халыҡ өсөн ғәйәт ҙур эштәр атҡарҙы. Ул әле һаман да эш өҫтөндә. Айһылыу менән Юлай Моратовтар ун бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Был—үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ. Юлай Хаким улы милләтебеҙ күңеленә ятышлы иҫ киткес көйҙәр ижад итте. Уның йырҙарын популяр артистар, шулай уҡ үҙе лә башҡарҙы. Балалары, туғандары, курсташтары өсөн мөхәббәт өлгөһө булған Моратовтар әле лә беҙҙең күңелдәрҙә… Тарих фәндәре докторы Роза Буканованың да оло донъяға сыға торған тупһаһы—Сибай педагогия учи-лищеһы. Уҡыу йортоноң тарихында ғалимәнең исеме тәүгеләр рәтендә. Ә бына курсташым Фәниә Фаҡый ҡыҙы Сарбулатованың республикабыҙ уҡытыусылары өсөн байтаҡ китаптары донъя күрҙе: «Тасуири уҡыу—сәнғәт», «Йола тотҡан—хур булмаҫ», «Ағинәйҙәр һүҙе», «Балалар әҙәбиәте программаһы», «Башҡорт теле» курстарын комплекслы уҡытыу буйынса методик ҡулланмалар төҙөнө. Бөгөн иһә ул Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм ҡалабыҙҙың ағинәйе. Әйткәндәй, «Ағинәйҙәр ҡоро»ноң төп өлөшөн тәшкил итеүселәр ҙә Сибай педучилищеһының тәүге ҡарлуғастары: Рәсимә Әхәт ҡыҙы Fәйетбаева (Ниғмәтуллина), Фәниә Фаҡый ҡыҙы Сарбулатова, уҡыу йортоноң тәүге уҡытыусыһы Светлана Кинйәбай ҡыҙы Буранбаева һ.б.
Курсташтарымдың һәр береһе тип әйтерлек өлөшөнә төшкән ғүмеренең ҡәҙерен белеп йәшәне һәм йәшәй. Мәҫәлән, Айһылыу Мирза ҡыҙы Fибәҙәтова—өлкән уҡытыусы, хеҙмәт ветераны, яҡшы уҡытыусы һәм әсә лә… Үҙенең тәрбиәләгән бала-лары һәм уҡытҡан уҡыусылары менән дан тота ул ҡалабыҙҙа. Заһира Сафина—мәктәп директоры, Зәйтүнә Биктимерова, Зәйтүнә Арыҫланбаеваларҙың мең янып-көйөүҙәре аша килгән һөҙөмтәле эштәрен барлағанда әйткәнемә асыҡ миҫалдар табырға була. Һабаҡташтарымдың йөҙө яҡты, күңеле тыныс. Коллегаларымдың эшен барлай китһәм, уға бик күп ваҡыт кәрәк. Күпме көс, ғәйрәт, таҫыллыҡ талап ителгән. Тыумыштан тәрбиәсе Мәрйәмә Тажетдин ҡыҙы Сәлимова Ленинград ҡалаһының иң абруйлы юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, республикабыҙҙың Мәғариф министрлығында эшләне, уҡытысыларҙың белемен камиллаштырыу институтының төрлө бүлеген етәкләне. Уны ҡайҙа ғына эшкә саҡырмаһындар, һайлаған шөғөлөнә хыянат итмәне. Ошо уҡ исемлеккә Әбйәлил районы Йәнгел урта мәктәбе директоры, Баш-ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Роза Йосопованы индермәү урынһыҙ булыр ине. Иң ғәжәбе шул: Роза Дәүләтгәрәй ҡыҙын хаҡлы ялға сыҡҡас та Магнитогорск ҡалаһының математика предметы буйынса иң артта ҡалған мәктәбенә эшкә саҡырҙылар. Бөгөн ҡаланың был мәктәбендә уҡыған уҡыусылар математиканан Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу буйынса беренсе урында. Һабаҡташыма тиҙҙән 70 йәш тула, ә уҡыу йорто етәкселеге төрлө юлдар менән эштән ебәрмәҫкә тырыша…
Эйе, беҙҙең әлеге уҡыу йортон тамамлауыбыҙға ярты быуат ваҡыт үткән. Етәк-селәр ҙә, уҡытыусылар ҙа үҙгәргән, өҫтәлеп бүлектәр асылған, ҡайһыныһылыр байтаҡ белгестәр әҙерләп, эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Әммә белем усағы Урал аръяғына, хатта республикабыҙға шәхестәр, аҫыл улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүҙән туҡтамаған. Шуға ла маҡсатына тоғро ҡалған уҡыу йорто беҙгә әле лә яҡын һәм ҡәҙерле.
Әле педагогия колледжын ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған, Сибай институтында эшләп хеҙмәт сынығыуы алған алдынғы ҡарашлы фән кандидаты Илдар Сәлихйән улы Хәмитов етәкләй. Йәш директор ҡулы аҫтында эшләүсе коллективҡа бары уңыштар теләйбеҙ!
Таңһылыу Fәйнуллина,
Сибай педагогия училищеһының
1968 йылдағы сығарылыш студенты,
Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы.
Читайте нас: