Баймаҡ районы Күсей ауылында мәктәптең 100 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур сара үткәрелде.
Белем усағы коллективы был мөһим сараны лайыҡлы ҡаршылау өсөн бик ҙур, күләмле эш башҡарған: мәктәптең иҫке тәҙрәләре пластикка алмаштырылған. Әйтергә кәрәк, бында ауылдаштар ҙур финанс ярҙам күрһәтте.
Юбилей сараһына килгән ҡунаҡтарҙы мәктәп директоры Ҡ.Ш.Уйылданов уҡыу йорто ихатаһы алдына уҡ сығып ҡаршы алды. Байрамса биҙәлгән мәктәптә беҙҙе экскурсовод уҡыусылар оҙатып йөрөнө. Г.И.Игебаева етәкләгән музей экспонаттарға, арҙаҡлы шәхестәргә ҡағылышлы материалдарға бай булыуы менән һоҡландырҙы. Мәктәптең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы бында беренсе совет уҡы-тыусыһы Фитрат Хөснетдин улы Абдуллинға (һүрәттә) мөйөш булдырылыуы икеләтә шатлыҡлы ине. Сөнки тарихи дөрөҫлөк тантана иткәндә һәр саҡ күңел ҡанатлана.
Музейға сәйәхәт ҡылғандан һуң, ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар һәйкәленә сәскә һалды. Ә кисә барышында иһә бик күп сығыштар булды, мәктәптең 100 йыллыҡ тарихына байҡау яһалды, белем усағында эшләп киткән директорҙар, уҡытыусылар иҫкә алынды. Эйе, һәр кемгә үҙ уҡытыусыһы ҡәҙерле. Ҡулынан килһә, моғайын да, һәр кем үҙ остазына һәйкәл ҡуйыр ине. Әммә был мөмкин түгел. Үҙ күңелеңдә уның хаҡында изге уйҙар йөрөтөү һәм рәхмәтле булыу—иң мөһимелер. Мин үҙем Күсей 8 йыллыҡ мәктәбендә беҙгә белем биреүсе уҡытыусыларға мәңге рәхмәтлемен. Улар тормош юлымда һәр саҡ яҡты маяҡ булып оҙатып килә: Х.Ә.Сөләймәнов, А.Һ.Зәйнуллин, Х.F. Моратов, М.Ә.Исламғолова, Р. F.Дәүләтбаева, Ф.Н. Ласынова-Таһирова, С.F.Сәйфуллина һ.б. Үкенескә ҡаршы, мине уҡытҡан ағайҙар (беҙ ир-егет уҡытыусыларҙы ағай тип йөрөттөк) был донъянан бик иртә китеп барҙы. Әммә мин уларҙы онотмайым. Улар алдында һаман да аҡ алъяпҡыслы, ҡыҙыл галстуклы бала булып ҡалам...
Элекке быуын уҡытыусыларына алмашҡа бөгөн юғары белемле, ижади эшләүсе белгестәр килеүе ҡыуандыра. Байрам сараһы мәлендә лә райондан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡулынан әллә күпме уҡытыусының Почет грамотаһы алыуы юғарыла әйткәнемә дәлил. Киләсәктә лә мәктәп коллективына юғары күрһәткестәр, еңеүҙәр насип булһын!
Артабан мәктәптең 100 йыллыҡ тарихына туҡталып, шуны әйтер инем: Совет мәктәптәре асылғанға тиклем ауылыбыҙҙа мәсет һәм мәҙрәсә булған. Мәҙрәсәнең тәүге мөғәллиме булып Ырымбур губернаһында билдәле, уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы Хөснетдин Мөхәмәтғәлин (Ревизская сказка, 1859 г.), унан һуң Хәйербәшәр Әхмәтов эшләгән.
Совет власының тәүге декреттарының береһе—динде дәүләттән айырыу тураһында була. Муллалар—тәүге совет мәктәптәренең уҡытыусылары. Уларға ике талап ҡуйыла: беренсенән, улар дини вазифаларынан баш тартырға; икенсенән, совет платформаһын ҡабул итергә тейеш булғандар. Совет мәктәптәрендә дини дәрестәр ҡәтғи тыйылған. Дини һабаҡтарҙы бары тик мәсеттә, йә иһә айырым өйҙә шәхси дәрес рәүешендә алырға рөхсәт ителгән. Фитрат Абдуллин совет мәктәбе уҡытыусыһы булараҡ, әлбиттә, шул замандағы талаптарға ярашлы уҡытҡан. Бында бәхәс урынһыҙ. Даны Ырымбур губернияһына таралған белемле, алдынғы ҡарашлы, көслө дауалаусы, күрәҙәсе Хөснетдин хәҙрәттең улы булған Фитраттың белеме тик дини өлкә менән генә сикләнеүе тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй. Сөнки уның атаһы билдәле йәмәғәт эшмәкәре, прогрессив ҡарашлы, башҡорт халҡының рухи нигеҙен һаҡлаусы, яҙыусы, шағир, философ Fабдулла Сәиди ишандан күп нәмәгә өйрәнгән. Ишан мәҙрәсәһендә донъяуи предметтар уҡытылған. Fабдулла Сәидиҙә белем алған Хөснетдин хәҙрәттең улы Фитраттың белем тәрәнлегенә шик юҡ.
Эйе, Совет идеологияһы динде инҡар итеү генә түгел, күпме билдәле дин әһелдәре яҙмышын емергән. Fабдулла Сәиди үлгәс, 1917 йылда мәҙрәсәһе ябыла, ә уның бөтә ғаилә ағзалары Себергә һөрөлә. Был Хөснетдин хәҙ-рәтте лә урап үтмәй, ул да һөргөнгә оҙатыла. Коммунистар динебеҙгә ҡаршы аяуһыҙ көрәш асып, Күсей, Тоҡтағол ауылдары халҡын зар илатып, мәсет манараларын ауҙарып, бысып төшөрөп йөрөгән осорҙа ҡайҙан ғына Фитрат Абдуллин имен ҡалһын?! Диненә тоғролоғо өсөн халыҡ дошманы тип табыла. Ул 1933-1937 йылдарҙа төрмәлә ултыра. Физик яҡтан көслө булмаған ирҙе яҡташтары ихтирам итеп ҡурсалап алып йөрөй. 1960 йылдың 19 авгусында ул ғәйепһеҙ тип аҡлана. Фитрат апаның ҡыҙы Әминә оҙаҡ йылдар Төркмән ауылында шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Мин уның өйөндә булып, Фитрат Абдуллиндың күп кенә документтарын, яҙмаларын, фотоларын ҡараным. Үҙ ҡулдары менән яҙған ғаризаларын (русса яҙылған), яҙыу кенәгәләрен (записная книга) күреп, уның яҙыуының матурлығы, грамоталы булыуына хайран ҡалдым. Шулай булмаһа, 1923-1929 йылдарҙа ауыл Советында секретарь булып эшләмәҫ ине. Тимәк, белемле, грамоталы кешене Совет власы файҙаланған. Йәнә шуға иғтибар иттем: яҙыу кенәгәһендә арҙаҡлы ауылдаштар исемен осратырға була. Мәҫәлән, ғалим Абдрахмән Fәлләмов тураһында. Уның өй адресы ла яҙып ҡуйылған. Тимәк, билдәле педагог менән ҡатышып йәшәгән, аралашҡан. Фитрат апаны мин дә яҡшы хәтерләйем. Ул атайыма килә лә оҙаҡ һөйләшеп ултыра торғайны. Бик зыялы кеше булды. Мин уның улы Fәли менән бер класта уҡыным. Fәли ҙә, һең-леһе лә мәктәптә бик яҡшы уҡыны, үтә баҫалҡы инеләр. Нимәлер даулап талап итеү уларға бөтөнләй хас түгел. Бәғзеләр уларҙың баҫалҡылығынан файҙалана, күрәһең. Әрһеҙ кешеләр Фитрат Абдуллин урынына икенсе кешене «Күсей ауылының тәүге Совет уҡытыусыһы» тип күрһәтә лә башланы: телевидение аша ла һөйләйҙәр, матбуғат биттәрендә лә яҙалар. Мәктәптең 100 йыллыҡ юбилейы алдынан Баймаҡ районы гәзитендә ауылдашыбыҙ Fәрифә Шәһәрғәзе ҡыҙы Ҡыуатованың «Тарихты дөрөҫ яҙайыҡ!» тигән мәҡәләһе күп нәмәгә асыҡлыҡ индерҙе. Тарихи документтарға, ауылдың оло йәштәге кешеләренең иҫтәлектәренә таянып яҙылған был мәҡәлә күптәрҙең күҙен асты. Мәҡәләнән бер генә дәлилде миҫалға килтерәм: ауыл советы мисәте ҡуйылған раҫлама бар. Унда ауылдаштары Һ.С.Үтәғолов (1883 йылғы), Ф.Й.Ишбирҙин (1891 йылғы), Басай ауылынан уҡытыусы-пенсионер М.Д.Аманғолов (1896 йылғы) Фитрат Абдуллиндың 1918 йылдың 1 сентябренән 1921 йылдың 1 сентябренә тиклем Күсей башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүен раҫлай
Тарихта һәр кем кемдең үҙ урыны бар. Дөрөҫлөк ҡасан булһа ла өҫкә сыға. Шуны онотмайыҡ! Әле мәктәп музейында Фитрат Абдуллинға мөйөш булдырылыу—ул тарихҡа хөрмәт. Хәҡиҡәт йәш быуынға еткерелергә тейеш. Был изге башланғыс дауам ителер, тип ышанам. Мәктәп юбилейынан тәүге совет уҡытыусыһына таҡтаташ та асылыр тигән өмөт менән ҡайттыҡ.