Урал ағай менән тәү башлап танышыуым 2003 йылда Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә булды. Ҡарағайҙай төҙ, мыҡты кәүҙәһен баһадирҙарса тотоп, яҡты ҡараштарын бөркөп, йылмайып торған был ир-уҙаманының мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың улы икәнен белгәс, ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем.
Урал Дилмөхәмәтов Баймаҡта тыуһа ла, уның нәҫел ебе Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылына барып тоташа. Уның ҡартатаһы Ишҡәле тирә-яҡта дан тотҡан ҡурайсы була. Бер нисә тапҡыр Мәскәүгә барып сығыш яһаған. Фин һуғышында ҡатнашҡан. Яраланып госпиталдә ятҡанында бер танышынан еҙ ҡурай яһатып ала. Был ҡомартҡы ҡурай хәҙер уның ейәне Урал Дилмөхәмәтовтың өй түрендә һаҡлана. Еҙ ҡурайҙың һыртына ҡурайсы Дилмөхәмәтовтарҙың династияһын дауам итеүсе ир-егеттәренең исемдәре уйып яҙылған: Ишҡәле—1901-1973, Ишмулла—1928-1984, Урал.И.—1947, Дим.У.—1981 й.
Һаҡмар йылғаһының үркәс тауҙары, текә ҡаялары эргәһендә урынлашҡан Иҫке Яҡуп ауылын Дилмөхәмәтовтар төйәге тип йөрөтәләр. Был ерҙең тупрағына ла, ташына ла Ишҡәле бабайҙың һәм уның улдарының ҡурай моңдары һеңгән. Ишҡәле һәм Фәйрүзә Дилмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә ике малай үҫеп буй еткерә. Өлкән улдары Ишмулла атаһының юлын дауам итеп билдәле ҡурайсы булып китә. Ул ҡурайҙың данын Башҡортостан һәм Рәсәйҙә генә түгел, ә тотош Европаға һәм Азияға танытҡан кеше. Кесе улдары Сәйфулла ла бар ғүмерен ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә бағышлай. Ишмулла үҙен киң һәләтле артист итеп иҫбатлай. Ул ҡурайсы, импровизатор, композитор, йырсы, драматург һәм актер булараҡ танылыу яулай. Ишмулла Ишҡәле улы 16-17 йәшлек сағында Яманһаҙ йылҡысылыҡ заводында ат көтөп йөрөгән булған. Шул ваҡытта ул ололарҙың тәҡдиме менән Юлдыбай ауы-лында уҙғарылған ижади конкурста ҡатнаша. Өфөнән килгән жюри ағзалары үҙе йырсы, ҡурайсы һәм бейеүсе егеттең сығышын ҡарап таң ҡала һәм уны Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә саҡыра.
Баймаҡ ерендә тыуған мөхәббәт
—Башкөллө театр донъяһына сумып эшләп йөрөгән атайым Йәмилә Әбитаева менән таныша. Яңы ғына Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлап эш башлаған актриса атайымдың йөрәген ялмап ала. Әсәйем сығышы менән Туҡ буйынан, Ырымбур өлкәһенән ине. Уның тәүге ире Әмир 1941 йылда фронтта ятып ҡалған. Ул да артист булған, уларҙың ғаиләһендә ике бала үҫкән. Шулай итеп, 1946 йылда атайым әсәйемде ике балаһы менән кәләш итеп ала. Улар Баймаҡта йәшәй. 1947 йылдың 1 июлендә мин тыуғанмын. Беҙ Абрек ағайым һәм Аэлита апайым менән бергә үҫтек. Ағайым Ҡазанда һәм Мәскәүҙә рәссамға уҡып, һуңынан Ҡазанда йәшәне һәм эшләне. Рәсәй Федерацияһының һәм Татар-стандың халыҡ рәссамы булараҡ киң танылыу яулаған Абрек Абыҙгилдин 75 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Аэлита апайым табип һөнәрен һайланы. Ул Өфө дауаханаларында эшләне. Һуңынан олоғайған әсәйемде үҙенә алып ҡараны, дауаланы. Әсәйем оҙаҡ йылдар Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, аҙаҡ инде А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында эшләне. Атайым менән айырылышҡас, башҡаса кейәүгә сыҡманы. Йәштән сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, Өфөгә апайым янына күсеп барҙы. 1994 йылда һөйөклө әсәйем беҙҙе ҡалдырып китте. Апайым да бик иртә китеп барҙы. Быйыл уның мәрхүм булыуына 17 йыл тулды,—тип хәтер йомғағын һүтә Урал ағай.
Һағындыра шул атайлы бала саҡ йылдары
—Бала сағығыҙ нисек үтте, атайығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле,—тигәс, уның йөҙөндә йылмайыу ҡатыш һағыш сатҡылары сағылды.
—Артист тормошо еңелдән түгел икәнен беләһегеҙ бит. Әсәй менән атай 5 йыл ғына бергә йәшәп ҡала. Театрға йәш көстәр килә. Донъя булғас, төрлө саҡтар була тигәндәй, оҙаҡламай үҙҙәренә генә билдәле сәбәптәр арҡаһында атай менән әсәй айырылыша. Аҙаҡ атайым Өфөгә сығып китә, әсәйем Сибай театрында ҡала. Мин күберәк ҡартатайымдың тәрбиәһендә үҫтем. Уның һүҙе минең өсөн закон ине. Ҡартатайым нотаны белмәне, әммә 300-ҙән ашыу көйҙө уйнап, һәр береһенең тарихын һөйләй торғайны. Ҡурайҙа шәп уйнаған ҡартатайым 4 тапҡыр Мәскәүгә барып сығыш яһаған, Өфөлә үткәрелгән кон-курстарҙа ла призлы урындар яулаған. Ул дипломат кеүек һәр милләт кешеһе менән уртаҡ тел таба белде. Ҡартатайымдың өй тәҙрәһендә гел генә үлән ҡурайҙар кибеп торор ине. Ат менән утынға барғанында 1-2 ҡосаҡ ҡурай йыйып алып ҡайтыр ине. Атайым шул ҡурайҙарҙы үҙе менән Өфөгә алып алып китер ине,—ти Урал Ишмулла улы.
Урал атаһының отпускы ваҡытында ауылға килеүен ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алыр булған. Ишмулланың ҡайтыуына ата-әсәһе һарыҡ һуйып, туғандарын ҡунаҡҡа йыйған.
—Ҡартәсәй табынды ҙур итеп ишек алдына әҙерләй торғайны. Табаҡта боһрап ултырған ит, өҫтәл түренән ҡунаҡлаған самауыр янында күңелле ине. Ә иң иҫтә ҡалғаны: атай ҡартатайҙың ҡурайҙа уйнап, өзләүен тыңларға ярата торғайны. Ишҡәле ҡартатай: «Көйҙө өзләп тамамларға кәрәк», тип өйрәтер ине,—тип хәтерләй ул.
Ә иртәгеһен Ишмулла Урал улын эйәртеп, тау-болондар буйлап ҡурай йыйырға юлланыр булған. Шамаилдың көньяҡ битенән, Таштүренең артындағы үҙәктән һәм Түңәрәк яландан ҡырҡып алынған ҡурай бигерәк моңло уйнаған.
Атаһы менән бергәләп йөрөгән мәлдәре Урал ағайҙың күңелендә тик йылы хәтирәләр уята. Үҫмер сағында ул атаһын үҙенең Иж-Планета-2 мотоциклына ултыртып Яманһаҙға һәм Матрайға концертҡа алып йөрөгән. Атаһы һәм ҡартатаһы менән бергәләп Һаҡмарҙа һыу инеп, балыҡ тотоуҙар шулай уҡ уның хәтерендә уйылып ҡалған.
—Атайымдың икенсе ғаиләһендә үҫкән Юлай һәм Шәүрә туғандарым менән аралашып үҫтек беҙ. Уларҙың йәйге каникулдары Иҫке Яҡупта үтте. Беҙ Юлай менән ике тапҡыр ауыл көтөүен көттөк. Тик ул аттан ҡурҡа торғайны. Мин һыбай йөрөгәндә ул йәйәүләп мал-ҡайҙарҙы ҡайыра ине. Үкенескә күрә, әрменән ҡайтҡан Юлайҙың ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Аҙаҡтан Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта атайымдарға барып йөрөнөм. Уларҙың фатиры уҡыу йортонан алыҫ түгел ине. Һуңынан атайымдың фатихаһы менән өйләндем. Әммә атайым бик иртә, 56 ғына йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Уны һуңғы юлға оҙатышырға барҙым. Атайым үҙенең тәбиғәттән бирелгән таланты һәм тырышлығы менән күп илдәр буйлап йөрөп башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы—ҡурайҙы данланы. Уның фиҙакәр хеҙмәте БАССР-ҙың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемдәре менән билдәләнде. Мин шундай атайым булыуы менән ғорурланам. 15 сентябрҙә уның тыуыуына 90 йыл тула.
—Буласаҡ кәләшем Фәрзәнә Fәлләм ҡыҙы менән Сибай гимназия-интернатында эшләгән йылда таныштым. 1980 йылда беҙ ғаилә ҡороп ебәрҙек. Бер-бер артлы улдарыбыҙ Дим, Иҙел һәм ҡыҙыбыҙ Миләүшә тыуҙы. Ҡатыным ғүмере буйына бер урында гимназия-интернатта рус теленән уҡытты. Балаларҙы үҫтереп, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иттек. Улдарымдың икәүһе лә ҡурайҙа оҫта уйнай, улар музыка мәктәбенең ҡурай класын тамамланы. Дим ҡурай түңәрәген етәкләне. Ҡыҙыбыҙ бала саҡтан бейене, ҡумыҙҙа уйнаны. Әле Дим менән Миләүшә Сибайҙа, ә Иҙелебеҙ Өфөлә йәшәй. Уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Беҙ хәҙер Миләүшәнең ике йәшлек ҡыҙы Радмиланы үҫтерешәбеҙ—тип һөйөнә атай кеше.
Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһен бер итеп
Урал ағайҙың нисек уҡытыусы булып китеүе үҙе бер айырым тарих.
Бала сағы ҡурайлы-моңло төбәктә үткән Урал да бәләкәй генә сағынан ҡурай моңона ғашиҡ булып үҫә. 3-сө класта ауыл клубында ҡамыш ҡурайҙан бик оҫта итеп «Зарифа» көйөн уйнағанын һаман да иҫләй ул. Артистан артист тыуа тигәндәй, уға тәбиғәттән бик күп һәләт бирелә. Урал ағай үҙе әйтмешләй, ул уйнамаған музыка ҡоралы юҡтыр. Ҡурайҙа, гитарала, думбырала, гармунда, баянда, барабанда, ҡумыҙҙа уйнай, атаһына оҡшап йор һүҙлелеге лә бар. 1-се кластан 4-се класҡа тиклем Иҫке Яҡупта, артабан 8-сегә тиклем Йомағужа мәктәбендә белем ала. 9-11 клас-тарҙы Юлдыбай мәктәбендә уҡый. Үҫеп буй еткергән егетте атаһы артист булырға өгөтләй, әммә ҡартатаһы быға ҡаршы төшә. Әмәлгә ҡалғандай, район мәғариф бүлеге инспекторы Сәйфетдин Йәнғәле улы Дилмөхәмәтов: «Беҙгә уҡытыусылар кәрәк, эшләрһең дә, уҡып та алырһың»,—тип Һабыр мәктәбенә эшкә саҡыра. Был тәҡдимде ҡартатай кеше лә хуплай. Шулай итеп, ҡырҙа һалам ышыртып йөрөгән Урал Дилмөхәмәтов уҡытыусы булып китә. Йылайыр районының Һабыр, Йомағужа мәктәптәрендә һәм Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылында балаларҙы башҡорт теленән уҡыта. Бер юлы малайҙарға ҡурай дәрестәре бирә.
—Мин уҡытмаған фән ҡалмағандыр ул. Тик рус теленән генә дәрес бирмәнем. Әсәй ауырыҡһына башлағас, Сибайға яҡыныраҡ булһын тип, Баймаҡ районының Сосновка мәк-тәбенә эшкә төштөм. Артабан инде Сибай мәктәптәрендә уҡыттым. Ҡа-ланың 2-се мәктәбендә бик күп асыҡ дәрестәр үткәрергә тура килде. Дәрес аҙағында баянда, ҡурайҙа уйнап, сараны йыр менән тамамлап ҡуя торғайныҡ. Өйләнгәс, ҡатыным менән икәүләшеп Белорет районының Арышбар 8 йыллыҡ мәктәбендә бер аҙ эшләп алдыҡ. Мин унда биш йыл мәктәп директоры вазифаһын үтәнем. Әммә балаларҙы уҡытырға ҙур ер кәрәк тип, кире Сибайға күсеп ҡайттыҡ. Дөйөм алғанда 36 йыл ғүмеремде балалар уҡытыуға бағышлағанмын,—тип дауам итә Урал ағай.
Талантлы кеше бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Хаҡлы ялға сығырға 5 йыл ҡалғас, Урал Ишмулла улын Сибайҙа яңы ғына асылған Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенә эшкә саҡыралар. Йәштән халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, ауыҙ-тел ижадына ғашиҡ булған Урал ағай бында ла юғалып ҡалмай. Ул халыҡ музыка ҡоралдары ансамблен етәкләй, йәш быуынға ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен төшөндөрә.
Йәйгеһен Урал Ишмулла улына—71 йәш һәм уларҙың ҡатыны менән бергә йәшәүҙәренә 38 йыл тулған. Күпте күргән, күпте кисергән ғаилә башлығы улдары Дим менән Иҙел киләсәктә ҡурайсы Дилмөхәмәтовтарҙың данын тағы ла арттырыр, нәҫел ебен дауам итер тигән өмөт менән йәшәй.
Һүрәттә: Урал ағай ҡартатаһының еҙ ҡурайын ҡәҙерләп һаҡлай.