Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
3 Август 2018, 13:21

Бай тарихы бар

Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына—70 йыл70 йылдан ашыу тарихы булған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы таусылар ҡалаһын барлыҡҡа килтереп, бөгөн дә тотоп торған ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы.

70 йылдан ашыу тарихы булған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы таусылар ҡалаһын барлыҡҡа килтереп, бөгөн дә тотоп торған ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһы.
1939 йылда Яңы Сибай ятҡылығынан мәғдән сығарыла башлауҙан баш алған предприятие 1948 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатын төҙөүгә килтерә. Төрлө йылдарҙа үҫештең төрлө баҫҡысын үтеп, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компанияһының иң тотороҡло һәм перспективалы эшләгән ойошмалары сафын тулыландыра. Шул уҡ йылдан предприятиеның төп фондын Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡуртымға ала һәм беҙҙең комбинат уның Сибай филиалына әүерелә.
Филиал менән бөгөн Йәүҙәт Усман улы Биккинов етәкселек итә.
Комбинат сығарған мәғдән республикала ғына түгел, ил күләмендә лә продукцияһының үҙҡиммәте түбәнлеге, ә концентратының юғарылығы менән айырылып тора. Сифатты ҡатнашма составындағы алтын, көмөш һәм башҡа ҡиммәтле металдар ҙа күтәрә.
Ҡалала мәғдән сығарыу эшенә бәйле барлыҡҡа килгән шахтер һөнәре ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ тиерлек. Шулай уҡ комбинаттың асыҡ ысул менән руда табыусы, ер аҫты рудниктары, байыҡтырыусылар фабрикаһы, ремонт-механика заводы, энергия, тимер юлы цехтары сәнәғәт объектының ҡорамалдарын көйләүсе генә түгел, уларға ҡайтанан йән өрөүсе лә. Был өлкәлә эшләүселәр ҙә күптән инде үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән. Fөмүмән, комбинаттың ниндәй генә цехын алма, улар бер-береһен тулыландырып, бер бөтөн булып, әҙер продукция—баҡыр-цинк концентраты етештереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Бөгөн йәмғиәт етештереү мөмкинлектәренә һәм хеҙмәт традицияларына таянып, үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй. Шулай уҡ республика Башлығы Рөстәм Хәмитов башланғысы менән эшләгән Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә.
Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының данлы йолаларын лайыҡлы дауам иткән филиалда әлеге мәлдә 2 меңгә яҡын кеше эшләй. Уртаса эш хаҡы 30 мең һумдан ашыуыраҡ тәшкил итә. Предприятиены үҫтереү буйынса төп йүнәлештәрҙең береһе—геология-разведка эшмәкәрлеген көсәйтеү. Шуға күрә комбинатта был йүнәлеште финанслаған махсус программа булдырылған. Ҡамаған, Төньяҡ Сибай ятҡылыҡтарында разведкалау дауам итә. Сибай комбинаты етәкселеге таусыларҙың социаль проблемаларын һәр саҡ ыңғай хәл итә, күп сараларҙың даими бағыусыһы булараҡ та сығыш яһай.
Күптәр алдағы осорҙоң ауыр буласағына баҫым яһаһа ла, бында киләсәккә ҙур өмөт менән бағалар. Берҙәм һәм тырыш коллектив быйыл да ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сығырға әҙер.
Азамат Дәүләтбаев.
Һүрәттә: М.И.Ғәбитовтың бригадаһы; А.С.Суворова байыҡтырыусылар менән. Фотолар комбинаттың архивынан алынды.
Читайте нас: