Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
19 Июль 2018, 08:28

Ҡурайсыға бәйле хәтирәләр

Күренекле яҡташыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә һәм Йылайыр районында ҙур байрам саралары үткәрелде. Республика күләмендә ойошторолған был оло тантаналарҙы телетапшырыуҙар, матбуғат биттәре аша ғорурланып ҡараныҡ һәм уҡыныҡ. Һис шикһеҙ, мәшһүр ҡурайсы, артист, драматург һәм импровизатор булараҡ Ишмулла Ишҡәле улы Башҡортостан сәнғәте данын, милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур көс һалған һәм яҡты эҙ ҡалдырған шәхес.

Күренекле яҡташыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә һәм Йылайыр районында ҙур байрам саралары үткәрелде. Республика күләмендә ойошторолған был оло тантаналарҙы телетапшырыуҙар, матбуғат биттәре аша ғорурланып ҡараныҡ һәм уҡыныҡ. Һис шикһеҙ, мәшһүр ҡурайсы, артист, драматург һәм импровизатор булараҡ Ишмулла Ишҡәле улы Башҡортостан сәнғәте данын, милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур көс һалған һәм яҡты эҙ ҡалдырған шәхес.
Белеүебеҙсә, И.И. Дилмөхәмәтов 1928 йылдың 15 сентябрендә Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ тураһында белгән-ишеткәндәремде гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итмәксемен.
Мәҡсүттә лә яңғыраған уның ҡурай моңо
Йылайыр районының «Ауыл уттары» гәзитенең бер һанында ауылдашым, хәҙер Иҫке Яҡупта ғүмер иткән Зәкирә апай Италмасова (Такалова): «Ишмулла ағай беҙҙең ауылға йыш килә торғайны»,—тип хәтерләй. Әммә миңә уны ауылыбыҙҙа күрергә насип булманы. Шунда ла әсәйем, атайым, Мөхәмәтйән ағайым, Бибиғәйшә апайым һөйләүенән шуны белдем: Ишмулла ағайҙың яҡын туғандары Мәҡсүттә лә йәшәгән һәм ул уларға йыш ҡына килеп йөрөгән. Ишмулла ағайҙың атаһы Ишҡәленең бер туған ҡарындашы Fәбиҙә беҙҙең ара кешеһе Fатаулла Бикбулатовта тормошта булған. Уларҙың Салауат, Сәғәҙәт, Вәлиулла, Мәжит исемле улдары булған. Вәлиулла ағайҙың төпсөк ҡыҙы Гөлсөм бөгөн бөтә республикаға киң билдәле йырсы. Ә ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит ағай Бикбулатовтың атаһы Хәйбулла Fатаулла менән бер туғандар. Ҡыҫҡаһы, Ишмулла ағай Бикбулатовтарҙың яҡын ғына туғаны. Шуға күрә лә уның беҙҙең ауылда йыш булыуы тәбиғи. Уның һыҙҙырып уйнаған ҡурай моңо Мәҡсүттә лә әҙ яңғырамаған.
«Класташым менән ғорурланам»
Башланғыс белем алғас Бибиғәйшә апайым Ишмулла ағай менән Йомағужа (Урман Ҡыпсағы) мәктәбендә бергә уҡыған. Шунда уҡып йөрөгәндә үҫмер Ишмулланы Баймаҡ колхоз-совхоз театрына алып китәләр һәм ул һуңынан оло шәхес булып китә.
Бибиғәйшә апайым ғүмере буйы класташы Ишмулла менән ғорурланып йәшәне. Шуға бәйле бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Мин Юлдыбай урта мәктәбендә уҡығанда Бибиғәйшә апайымдарҙа фатирҙа йәшәнем. Бер көн апайым минән Башҡортостан радиоһына Ишмулла Дилмөхәмәтовтың йырын башҡарыуын һорап хат яҙыуымды үтенде. Яҙҙым. Радионан йыр-моң тапшырыуҙарын ҡалдырмай тыңлайбыҙ, түҙемһеҙлек менән музыкаль бүләк көтәбеҙ. Бер ваҡыт радионан: «Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәүсе класташым Бибиғәйшә Сараева һорауы буйынса үҙемдең яратҡан йырымды башҡарам»,—тип Ишмулла ағай йырлап ебәрҙе. Шул мәлдә апайымдың шатланғанын күрһәгеҙ!
Ишмулла ағайҙы тәүге тапҡыр ул Юлдыбай мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуға килгәндә осраттым. Ике ҡатлы ағас мәктәптең өҫкө ҡатында тамашасылар залы була торғайны. Бына залдың ике яҡҡа асмалы ишеге асылып китте лә мәктәп директоры Мазһар Ҡасим улы менән Ишмулла ағай килеп инде. Залда ултырырға ғына түгел, баҫып торрорға ла урын юҡ. Ҡулына ҡурайын тотоп сәхнәгә Ишмулла ағай сығып баҫты һәм залға йөрәктәрҙе тетрәндергес ҡурай моңо таралды. Тәүҙә халыҡ йырҙарын башҡарҙы, унан еңел көйҙәргә күсте. Үҙе ижад иткән «Таштуры», «Тыуған ауылым», «Һайра, һайра, һары һандуғасым» йырҙарын да йырлап ишеттерҙе, һуңынан сәхнәне дер һелкетеп бейеп тә төштө. Ике сәғәткә яҡын барған был тамаша барлыҡ уҡыусылар, уҡытыусылар күңелендә онотолмаҫ бер байрам булып иҫтә ҡалды.
Мәктәптән ҡайтҡас был моң байрамы тураһында һөйләп Бибиғәйшә апайымды тағы бер ҡыуандырҙым.
Дауаханала осрашыу
Ишмулла ағайға бәйле тағы бер ваҡиғаны бәйән итәйем.
Минең атайым Һибәтулла Хисаметдин улы утыҙынсы йылдарҙан алып тәүҙә колхозда, шунан совхозда тимерсе булып эшләне. Уға Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса данлы 112-се Баш-ҡорт дивизияһында хеҙмәт итеп тыуған ауылына үҙ аяғы менән ҡайтырға насип булды. Әммә яу яралары, ҡыҙыу тимерсе эше уның сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшатҡан ине һәм ул йыш ҡына заманында тирә-йүндә ҙур абруй ҡаҙанған Юлдыбай дауаханаһына ятып дауаланып сыға торғайны. Дауахананың баш табибы данлы Хәбир ағай Атанғолов, атайымды хөрмәт итеп, һәр саҡ айырым бүлмәгә урынлаштырыр ине. Атайым балыҡсы булараҡ та билдәле кеше ине. Хәбир ағай ҙа беҙгә балыҡ ашарға ингеләй торғайны. Ошо яҡтан да уларҙың дуҫлыҡтары булғандыр. Бер көндө дәрестән һуң атайым ятҡан палатаға инһәм, уның янында оҙон буйлы, ҡаҡса йөҙлө, мыйыҡлы өлкән генә бер ҡарт ултыра. Бер аҙҙан таныштыҡ—ул Иҫке Яҡуптан Ишҡәле олатай Дилмөхәмәтов булып сыҡты. Ике бүлмәләш фронтовиктың, бер колхозда (заманында Иҫке Яҡуп менән Мәҡсүт ауылдары бер-Чкалов исемендәге колхозға ҡараған) эшләгән ветерандарҙың һөйләшер һүҙҙәре күп булғандыр инде. Бер һуғыш хәтирәләренә төшөп китәләр, бер ауыл тормошо тураһында һүҙ ҡуйырталар. Шул саҡ бүлмәгә Ишмулла ағай килеп инде. Барыһы менән дә ихлас күрешеп сыҡты, хәл-әхүәл һорашты. Мин үҙемде Һибәтулланың улы, уның класташы Бибиғәйшәнең ҡустыһы икәнемде әйтеп таныттым. Ишмулла ағай яратып арҡамдан һөйөп алды, уҡыуым тураһында һорашты. Уны яҡындан күреүем, бик йылы осрашыуым өсөн ҡыуанып, ҡанатланып ҡайтып киттем.
Ишмулла ағайҙы ҡабат күрергә яҙманы.
Үкенескә ҡаршы, бөйөк яҡташыбыҙ был яҡты донъянан бик иртә китеп барҙы. Әммә уның бай ижады, сағыу тормошо, данлы исеме халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡалды.
Абрек һәм Урал
Күптән түгел республика баҫмаларында баш ҡалабыҙ Өфөлә Татарстандың халыҡ рәссамы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Fабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абрек Абыҙгилдиндың күргәҙмәһе эшләүе тураһында хәбәр булғайны.
Белеүемсә, был оло ҡыл-ҡәләм оҫтаһы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тормошона бәйле шәхес. Абректың әсәһе оҙаҡ йылдар Сибай драма театры сәхнәһендә уйнаған билдәле актриса Йәмилә Әбитаева. Ишмулла ағай Баймаҡ театрында эшләгән осорҙа Йәмилә апайға өйләнә, тол ҡатындың улы Абректы ла үҙ балаһындай ҡабул итә. Уларҙың уртаҡ улдары—Урал тыуа. Ишмулла ағай яңы ғаилә ҡорғас, Урал ҡартатаһы Ишҡәле тәрбиәһендә үҫә. Иҫке Яҡуп башланғыс, Йомағужа һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрен тамамлай. Мин Юлдыбай мәктәбендә уҡығанда Урал ағай беҙҙән бер нисә класҡа юғары уҡыны. Мәктәптән һуң Урал Ишмулла улы тормош иптәше Фәрзәнә апай менән районыбыҙ мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләне. Хәҙер Сибай ҡалаһында йәшәй.
Ә Ишмулла ағайҙың үгәй улы Абрек Әмир улы Абыҙгилдин Татарстанда бик ҙур шәхес булып таныла. Уның тураһында күптән түгел «Башҡортостан» гәзитендә «Ҡазанды алған башҡорт» исемле мәҡәлә баҫылып сыҡты. Ҡазан сәнғәт училищеһын, Суриков исемендәге Мәскәү сәнғәт институтын тамамлаған. Сәнғәт аҡһаҡалының картиналарында башҡорт рухы ярылып ята. Уның бик күп билгеле һүрәттәрендә ҡурайсы Дилмөхәмәтовтар династияһы образдарын асыҡ күрергә мөмкин.
Әбделәхәт Бикбулатов.
Йылайыр районы
Мәҡсүт ауылы.
Һүрәттә: «Пугачев» кинофильмынан бер кадр. Пугачев ролендә СССР-ҙың халыҡ артисы Е.Матвеев.