АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
8 Июль 2018, 09:00

Янда булһа һөйгән йәр хәсрәттәргә урын тар

8 июль—Fаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Рәсәйҙә 2008 йылдан билдәләнгән Fаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн күптәр оло бүләк һәм шатлыҡ тип ҡабул итте. Байрам илебеҙҙә демографик хәл көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләнең мөһимлеген аңлауҙарын һәм баһалауҙарын белдерә. Был көн айырым кешеләрҙең мөнәсәбәттәрен генә түгел, тотош дәүләттең именлеген дә нығыта.

Рәсәйҙә 2008 йылдан билдәләнгән Fаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн күптәр оло бүләк һәм шатлыҡ тип ҡабул итте. Байрам илебеҙҙә демографик хәл көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләнең мөһимлеген аңлауҙарын һәм баһалауҙарын белдерә. Был көн айырым кешеләрҙең мөнәсәбәттәрен генә түгел, тотош дәүләттең именлеген дә нығыта.
Матур байрам алдынан Сибай ҡалаһында йәшәүсе Хазина һәм Әнүәр Сирусиндар менән осраштыҡ һәм бынан 35 йыл элек бер ғаиләгә әүерелеүселәрҙән мөхәббәт һәм тоғролоҡ хаҡында һораштыҡ.
—Баймаҡ районының Аҡморон ауылы ҡыҙы Хазина Сибай медицина училищеһына лаборант булып эшкә килгәс тә ғашиҡ булдым,—ти үҙәк дауахананың анестезиология-реанимация бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Әнүәр Абрар улы.—Ул ваҡытта мин БДМУ-ны тамамлап, медицина училищеһында уҡыта инем. Үҙемдән 10 йәшкә кесе һылыуға шунда уҡ тәҡдим яһаным. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул күп уйлап тормай, ризалашты.
Һүҙгә Хазина Абдулхай ҡыҙы ҡушыла.
—Мөхәббәт нисә йыл йәшәйме? Беҙҙеке ғүмерлектер ул. Fишыҡ уты, әлбиттә, тиҙ үтте, бер-береңә иғтибар, ихтирамға, йылы мөнәсәбәткә, уртаҡ донъяға әйләнде. Беҙҙең мөхәббәт ҡыҙыбыҙ Динәлә, улыбыҙ Тимурҙа, 4 ейәнсәрҙә дауам итә. Улар беҙҙең йәшәүебеҙ мәғәнәһе, тормошобоҙ йәме һәм ҡото.
Тоғролоҡҡа килгәндә, үҙе әйтмешләй, 10 йәшкә кесе булһам да, ирем—мине, мин уны ҡыҙғанышып, бер-беребеҙҙе битәрләп ултырманыҡ. Ышанмаһа, ул мине сит илдәргә сәфәрҙәргә яңғыҙымды сығарып ебәрмәҫ ине. Хеҙмәтенә кеше ғүмерҙәре бәйле булғас, унда ял ҡайғыһы юҡ, көнө-төнө дауахананан сыҡмай. Ҡырын баҫҡанын ишеткәнем юҡ. Ниндәй генә кәйефтә булһам да мин уны эшкә яҡты йөҙ менән оҙатам, ҡаршы алам, тәмле итеп ашарға бешерәм, өҫ-башын ҡарайым. Ирҙәр баҡҡанды ярата.
Яуаптары ябай һәм аңлайышлы. Мөхәббәтте, тоғролоҡто һаҡлау өсөн Сирусиндар башҡарған ғәмәлдәрҙе һәр кем үтәһә, бөтә ғаиләләр ҙә бәхетле, тиң парҙар булып оҙон-оҙаҡ йәшәйәсәк.
Һүрәттә: Сирусиндар ейәнсәрҙәре Диана менән.