АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
22 Июнь 2018, 13:32

Тормош сыныҡтырған яугир

22 июнь—Хәтер көнөТаҡ-туҡ, таҡ-туҡ...Бына шулай итеп тик ҡартатайым ғына йөрөй. Ул фронттан һыңар аяҡ менән ҡайтып төшкән. Ағас аяҡ менән тимер таяғы айырылмаҫ бер моң булып бергә туҡылдай.Таяғын диван ситенә һөйәп ҡуйҙы ла ипләп кенә ултырҙы, ағас аяғын тубыҡ тәңгәленән ҡулы менән тотоп төҙләп, һыйпап ҡуйҙы.—Бына аяҡтын үҙе юҡ, ә ул һыҙлай, ҡайһы ваҡыт табан ҡысытҡан кеүек, ней ғәләмәттер инде, Хоҙайҙың ҡөҙрәтелер.

22 июнь—Хәтер көнө
Таҡ-туҡ, таҡ-туҡ...Бына шулай итеп тик ҡартатайым ғына йөрөй. Ул фронттан һыңар аяҡ менән ҡайтып төшкән. Ағас аяҡ менән тимер таяғы айырылмаҫ бер моң булып бергә туҡылдай.
Таяғын диван ситенә һөйәп ҡуйҙы ла ипләп кенә ултырҙы, ағас аяғын тубыҡ тәңгәленән ҡулы менән тотоп төҙләп, һыйпап ҡуйҙы.
—Бына аяҡтын үҙе юҡ, ә ул һыҙлай, ҡайһы ваҡыт табан ҡысытҡан кеүек, ней ғәләмәттер инде, Хоҙайҙың ҡөҙрәтелер.
Минең ҡартатайым Солтанов Дауыт Ноғоман улы 1923 йылдын 27 сентябрендә Йәрмөхәмәт ауылында доньяға килгән.
«Атайым Йәрмөхәмәтов Ноғман Сабит улы ауылдың хәлле кешеләренең береһе ине. Уның ерҙәре күп, малы ишле,ҡатындары, балалары бар ине. Колхозлашыу башланғас та ул йылҡыһын да, һыйырын да дөйөм хужалыҡҡа бүлеп бирә. Егәрле кешегә эш ҡарышмай бит, малын бүлешһә лә ул тиҙ арала аяҡҡа ныҡлап баҫа. Тик кулак мөһөрө тағылып, 1931 йылдың ғинуарында Өфөлә уны аталар. Беҙҙе өйҙән ҡыуып Себергә алып китеүҙәрен бер ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләйем: илау-һыҡтауҙар, аслыҡ, юлдағы михнәт. Ошо юл әсәкәйемдең һаулығын ҡаҡшатты, үпкәһенә һыуыҡ алдырҙы. Беҙҙе Черемховоға алып килделәр. Барғас та өй юҡ, ҡыуыш ҡороп яттыҡ. Устай икмәк беҙгә килеп эләкһә, байрам була торғайны. Әсәйем Фариза ике бәләкәй һеңлеләремдең үлемен ауыр кисерҙе. Былай ҙа хәле мөшкөл әсәйемде урман эшенә ҡуштылар. Уңда аҙналап ҡайтмай эшләнеләр, норманы үтәмәһәң ашарға бирмәйҙәр. Ауыр эштән һуң ҡайтырға ла хәлгенәһе булмай торғайны. Уны ерләүем үҙе бер тарих яҙырлыҡ. Үкһеҙ етемлек, етмәһә сит ерҙәрҙә яңғыҙ ҡалыуҙы дошманыма ла теләмәйем. Атайымдың йәш ҡатыны Гөлйәүһәр апайымды бәләкәй генә Мәхтүм ҡустым менән ҡасып ҡайтырға саҡ күндерҙем. Балалар йортонда ла бик ауыр булды,тыуған яҡтарға тик һуғыш алдынан ғына ҡайтырға насип булды.
Ҡайтҡас та Түбә руднигына эшкә төштөм. Уҡырға теләк көслө булһа ла, Йәрмәхәмәтов фамилияһы ҡамасауланы. Миңә бөтә ишектәр ҙә ябыҡ ине. Ошондай кәртәләр фамилиямды Солтановҡа алмаштырырға мәжбүр итте.
Йәшлегемдең яҙына аяҡ баҫтым тигәндә генә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китте. Беҙҙе, бер төркөм йәш егеттәрҙе, һуғышҡа әҙерләнеләр. Һуғыш 5 кенә хәрефтән торһа ла, уның эсенә күпме кешенең күҙ йәше, нәфрәте,үлеме,михнәттәре ята. Әле генә эргәңдә арҡа терәп торған иптәшеңдең тупраҡ һәм ҡан эсендә ятҡанын күреүе, күкрәгеңдең әллә ҡайһы ере һыҙылып,күҙҙәреңдән йәштәр ҡойола. Шулай ҙа секунд һайын үлем һағалап торған саҡта юғалмаҫҡа көс табаһың. Мин Черемховола ныҡлыҡҡа өйрәндем. Ленинград фронтында минометчик булдым. Фашистарға булған нәфрәт, янған ауыл-ҡалаларҙы үткән саҡта,уғата көсәйҙе. Август уртаһында ҡаты һуғышҡа индек. Синявино тигән ер өсөн ҡаты алыштар башланды. Артҡа сигенергә юл да, рөхсәт тә юҡ. Беҙҙең отряд 5 дзотты, 7 ут нөктәһен юҡ итте. Дошман да бик көслө ине. Бына шул һуғышта аяуһыҙ мина снаряды аяғымды өҙҙө. Был көндәрҙә күрһәткән батырлыҡ «За отвагу» миҙалы менән баһаланды. Госпиталдән госпиталгә оҙаҡ йөрөнөм. Дошманды Берлинғаса ҡыуа алмағанға көйөндөм.Шулай итеп,19 йәшемдә һыңар аяҡлы булып ҡалдым. Ағас аяҡ-протез менән атларға өйрәндем. Һыңар аяҡ менән дә йәшәп-эшләп була икәнен аңланым. Һуғыштан һуң өләсәйең менән тормош ҡороп ебәрҙек. Ике ҡыҙ,биш малай үҫтерҙек». Өләсәйем Иманова Сәмиғә Хәкимйән ҡыҙы Ислам ауылы ҡыҙы ине. Солтановтар тәүҙә Йылым да тора, унан Ишбирҙегә күсә.
Ҡартатайым һыңар аяҡ менән туҡылдап йөрөп өй һалды. Ағас аяҡҡа ҡарата өләсәйемдең мәҙәге әле лә ауылда лаҡап булып йөрөй. Ауылға йәш һатыусы ҡыҙ килә. Өләсәйем магазинға бара ла :
—Минең бабайға ботинка кәрәк ине. Тик мин һулаҡайын ғына алам, уның уң аяғы юҡ. Ана Крепостнойҙа һул аяғы булмаған бер рус кешеһе йәшәй икенсеһен шуға һат,—тип шаяртып әйтә икән. Ҡыҙ ысынға алып:
—Инәй, ул бабайға ботинка кәрәкмәһә, мин ҡалайтам?—тип аптырауға ҡала.
Бесән мәле. Өләсәйем менән ҡартатайым бесән саба. Бер йыуан ғына ҡарағай төбөнә ял итергә ултыралар. Ҡараһалар— солоҡ ағасы, ҡыҙыҡ күреп туҡылдатып ҡарайҙар. Йәнәһе лә, ҡортто ҡыуалар ҙа бал ашайҙар. Бал ҡорттары мыжғып китеп быларҙы һырып ала. Өләсәйем тора ла ҡаса.—Уй был һыңар аяҡ менән Дауыт нисек ҡасып ҡотолор инде,—тип йәлләп уйлауым булды, эргәмдән аяғын аша ташлап, бабайым мине үтеп китеп йылғаға сумды.
Тыныс холоҡло,изге күңелле, көслө рухлы ҡартатайым менән ғорурланам. Уның ил тарихын белеүе, яҡты киләсәк, киләһе быуындар тураһында һөйләгәндәре һаман да ҡолаҡта сыңлай. Йәштәргә бына кемдәрҙән үрнәк алып йәшәргә кәрәк.
Гөлназ Хәсәнова.
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы.
Читайте нас: