Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
22 Июнь 2018, 13:38

Иҫебеҙҙән мәңге китмәҫ

22 июнь—Хәтер көнөБик күп йылдар тыуған яҡтан ситтә йәшәргә тура килде. Атай-әсәйемдең төйәгенә ҡайтҡанғамы, әллә өлкәнәйгәнгәме, һуңғы йылдарҙа йыш хәтирәләргә биреләм. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүгә 1 ай ғына ваҡыт ҡалғас батырҙарса һәләк булған атайым иҫтән сыҡмай. Хәтер көнө алдынан уның яу юлын байҡағас, иҫтә ҡалған мәлдәр үҙенән-үҙе аҡ ҡағыҙға теҙелде.

Әбүзәр Фәхрислам улы Әминев 1909 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Билал ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы) тыуған. Башланғыс белемде ауылда ала, 1925-1926 йылдарҙа комсомолдың Темәс волость комитетында эшләй. 20-се йылдар аҙағында Билал ТОЗ-ы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Билалға балалар уҡытырға ебәрелгән Зәйнәб Биишева менән бергә комсомол ойошмаһы төҙөй һәм уның секретаре итеп һайлана. 1932-1935 йылдарҙа ул Ҡазан пехота училищеһында уҡый. Уны тамамлағас Бәләбәйҙә, Сарапулда хәрби гарнизондарҙа рота командиры вазифаһында хеҙмәт итә. Фин һуғышында ҡатнаша, Мурманск өлкәһе Кандалакша ҡалаһында батальон командиры булып хеҙмәт иткән сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1942 йылда командование уны М.Фрунзе исемендәге хәрби академияға уҡырға ебәрә. 1943 йылдың авгусынан яңынан фронтҡа китә. «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1942 й.), II дәрәжә Ватан һуғышы (1943 й.), «Ҡыҙыл Байраҡ» (1944 й.) һәм «Ҡыҙыл Армияла 10 йыл хеҙмәт иткәне өсөн», «За боевые заслуги» миҙалдары (1944 й.) менән бүләкләнгән. 1945 йылдың 23 мартында Польшала һәләк була. Равичь ҡалаһында ерләнгән.
Бик күп йылдар тыуған яҡтан ситтә йәшәргә тура килде. Атай-әсәйемдең төйәгенә ҡайтҡанғамы, әллә өлкәнәйгәнгәме, һуңғы йылдарҙа йыш хәтирәләргә биреләм. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы бөтөүгә 1 ай ғына ваҡыт ҡалғас батырҙарса һәләк булған атайым иҫтән сыҡмай. Хәтер көнө алдынан уның яу юлын байҡағас, иҫтә ҡалған мәлдәр үҙенән-үҙе аҡ ҡағыҙға теҙелде.
...Атайым Әбүзәр һәм әсәйем Зәйнәп Әминевтар 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙе: Лена апайым, Вадим һәм Вил ҡустыларым һәм мин—Вилина. 1939 йылда Бә-ләбәйҙә тыуғанмын. Атайым хәрби кеше булғас төрлө ерҙәрҙә йәшәнек. Сарапулда торғаныбыҙҙа, 1940 йылда, атайыбыҙ фин һуғышына алынған. Оҙаҡламай Германия яғынан афәт килгәнен белептер инде, шул яҡ сикте һаҡларға ебәрелгәс, беҙҙе лә үҙе менән алып китте. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та бомбежканан ҡасып унда-бында йүгергәнебеҙ һаман хәтерҙә. Кемдер пароходҡа ултырып ҡайтты, әсәйем һыу юлы транспортын ышанысһыҙ тигәс, беҙ поезға ҡалдыҡ. Һуғыш мәхшәре эсендә ҡайнап йөрөгән атайым һыбай беҙҙең янға килеп әсәйемә: «Нисек тә имен ҡайтып етергә тырышығыҙ, балаларҙы уҡыт, кеше ит»—тине.
Әсәйемдең, Лена апайымдың һөйләүҙәре буйынса кәрәкле әйберҙәребеҙҙе генә алып тауар ташыусы вагонға ултырғанбыҙ. Беҙҙең менән бергә Бессарабия, Латвия, Литва, Эстониянан эвакуацияланғандар ҡайтты. Юлда 1 ай тирәһе аҙаплана-аҙаплана килгәнде саҡ ҡына хәтерләйем. Вил имсәк бала, Вадимға 2 йәш, миңә 3,5 йәш, Ленаға 9 йәш булған ул мәлдә. Поезд һуғыш барған ерҙәрҙә көндөҙ яй ғына бара, йә булмаһа бөтөнләй туҡтап ултыра. Вагондарҙы япраҡтар, үлән менән ҡаплап, маскировать итеп бөткәндәр ине. Юлда әллә нисә тапҡыр бомбежкаға эләктек. Поезд ҡапыл туҡтап өҫкө полкала йоҡлап ятҡандар ҡолап төшөп имгәнеп бөттөк. Әсәйебеҙ ҙә ҡулын сығарып һыҙланып аҙапланды. Урау-урау юлдар үтеп, ҡырҡ михнәттәр менән Силәбе тарафтарына килеп еттек. Тыныс ерҙә вагондағылар иҫтәре китеп йоҡланы, арыу, асығыу ҙа үҙенекен иткәндер инде. Магнитогорскиҙан Әлмөхәмәткә, унан Билалға саҡ ҡайтып еттек. Беҙ имен ҡайтып еткәнгә атайым ҡыуанған. «Бомбежка аҫтында ҡалғанһығыҙҙыр тип уйлағайным, рәхмәт, Зәйнәп, шул хәтлем ризамын, ҡыуандым. Хәҙер самолет, бомба тауыштарын ишетмәйһегеҙ»,—тип яҙған хатында.
Башҡортса бер һүҙ белмәгән балалар яйлап ауыл еренә өйрәнеп киттек. Фронтта ҡаты яраланған атайыбыҙ 10 көнгә отпускыға ҡайтып китте. Майор дәрәжәһендәге ҡәҙерлебеҙгә шул ваҡытта Асҡар хәрби комиссариатына эшкә ҡалырға тәҡдим иттеләр. Әммә ул Тыуған иле алдындағы бурысын үтәргә ашыҡты, уның именлеге өсөн үлһәм дә үкенмәйем тип кире юлға сыҡты. Уны оҙатыуыбыҙ һаман күҙ алдында. Һаҡмар йылғаһы ныҡ ташҡан мәл. Хәрбиҙе оҙатырға бөтә ауыл халҡы сыҡҡан. Атайым йылғаны кисеп сыға ла, был ярҙа беҙ ҡысҡырып илаһаҡ, кире әйләнә лә килә. Шулай хушлаша алмай интектек. Ололар: «Ай, Әбүзәр, нишләп кире боролаһың?!—тиһәләр ҙә ҡуйманы. Хаттары килеп торҙо. «24.01. 1945 й. Госпиталдә ятам, әлегә йөрөй алмайым. Тиҙҙән һауығырмын, тип уйлайым,—тигән хаты ла һаҡлана. Шунан һауығып сығып һуғышҡа кире ингәс, Бөйөк Еңеүгә 1 айҙан ашыу ваҡыт ҡалғас ҡына, 23 мартта һәләк булған.
Беҙ ауылда бирешмәнек, әсәйемдең, өләсәй, ҡартатайҙар, туғандар, үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән һуғыш йылдарын имен үткәрҙек. Һуғыш бөткәс һалдаттар әкренләп ҡайта башланы. Беҙ көн һайын ҡустым менән атайҙы ҡаршы алырға сығабыҙ. Әммә ул юҡ та юҡ. Илай-илай кире ҡайтабыҙ. Атайымдың «ҡара ҡағыҙ»ын алғас әсәйем иҫе китеп йығылды. Шулай ҙа балалары хаҡына үҙен ҡулға алды. Офицер ҡатынына тәғәйен аҙыҡ-түлек биреп торҙолар. Тора-бара Түбә ҡасабаһына, унан Баймаҡҡа күстек. Барыбыҙ ҙа үҫеп буй еткерҙек, эшкә урынлаштыҡ. Кейәүгә сыҡтым. 1972 йылда ирем менән Яр Саллы ҡалаһына эшкә киттек. Ике ул үҫтерҙек, әлеге көндә бер улым Коми Республикаһында тора. Өлкән улым Краснодар крайында төпләнде. 4 ейәнем, 3 ейәнсәрем, 5 бүлә-бүләсәрем бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, ирем генә йәшләй гүр эйәһе булды. Былтыр Сибай ҡалаһына ҡайттым. Туғандымдан Вил ҡустым ғына иҫән, ул Баймаҡта тора.
Вилина Рәхимғолова.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: