

Хәйбулла районы Йәнтеш мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир менән осрашыу үтте. Сарала уҡыусылар, батырҙың ата-әсәһе һәм ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты.
Осрашыуҙы асып, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яугирҙе тыуған яғына ҡайтыуы менән ҡотланы, уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм именлек теләне. Уҡыусылар уны алҡыштар менән ҡаршы алды, шиғырҙар һәм йырҙар башҡарҙы.
Яугир "Спутник" үҙ хеҙмәте, хәрби көндәр, иптәштәре һәм тыуған яҡҡа һағышы тураһында ихлас һөйләне. Ул балаларға Ватанды яратырға, белемгә ынтылырға, бер-береһенә ярҙам итергә кәңәш бирҙе. «Һеҙҙең хаттарығыҙ һәм теләктәрегеҙ беҙгә көс бирә. Тыуған яҡҡа ҡайтыу — иң ҙур бәхет», — тине ул.
Осрашыу йылы мөхиттә, ихлас әңгәмә менән үтте.
Бындай осрашыуҙар үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн бик мөһим: улар патриотизм, ҡыйыулыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләй. Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға тиҙ арала еңеү теләйбеҙ, - тип хәбәр итә Йәнтеш ауылы халҡы.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте.