

Ҡамыш-Үҙәк--Йылайыр районы Матрай ауыл биләмәһенә ҡараған иң бәләкәй, хатта бөткән ауыл тиергә лә була. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда ни бары 3 кенә кеше теркәлгән, шуларҙың берәүһе генә әлеге ваҡытта ауылда тора.
-Эш нисә кеше йәшәүҙә түгел, ә тыуған ауылыбыҙҙы һағынған, унда барырға ашҡынып торған кешеләрҙең күп булыуында,--ти сараны ойоштороусы Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Республика перинаталь үҙәгендә репродуктив технологиялар бүлеген асыусы, етәкләүсе һәм уны тормошҡа ашырыусы тәүге врач-эмбриолог Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы Үҙәнбаева.-Һуңғы тапҡыр ауылда бындай байрам 2017 йылда ойошторолғайны. Быйыл тағы ла йәйҙең иң матур мәлендә ауылдаштарҙы бер урынға йыйып алырға, күрешергә, һөйләшергә, аралашырға булдыҡ.
Киленем, ошо йыйындың бағыусыһы булған Рәмзиә Солтанова тыуған ауылы Иҫке Яҡупта осрашыуҙары хаҡында тәмләп тороп һөйләгәс, ә нишләп беҙгә Иҫке Яҡуптарҙан ҡалышырға, тип сәмләнеп киттем. Хыялымды ирем Юлайға, туғандарыма әйтеүем булды, барыһы ла минең башланғысымды хупланы. Әлбиттә, ойоштороу мәшәҡәттәре күп булды, шулай ҙа беҙ йырып сыҡтыҡ, республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән 200-ҙән ашыу ауылдаштарҙы бер урынға йыйҙыҡ. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов байрам уҙғарырға теләүебеҙгә ҡаршы төшмәне. Матрай ауыл биләмәһе башлығы Руслан Йәрмөхәмәтов осрашыуыбыҙҙың башынан алып аҙағынаса беҙҙең менән ҡуша йөрөнө, тирмә ҡорҙороп, сараға йәм өҫтәне. Ҙур рәхмәт уға!
Байрамдың программаһы ла бик бай була. Башта ҡунаҡтар, ауылдаштар элекке мәктәп урынына йыйыла. Һултантимер ауылынан килгән, сығышы менән Ҡамыш-Үҙәктән булған Һиҙиәт хәҙрәт әрүәхтәргә аят бағышлай. Унан һуң ауылдың урынын билдәләү, мәңгеләштереү маҡсатында «Ҡамыш-Үҙәк», «Ҡамыш-Үҙәк ауылына 1928 йылда нигеҙ һалынған» тигән ике стела асалар. Тау битләүенә таштан «Ҡамыш-Үҙәк» тип яҙып ҡуялар. Стелаларҙы эшләтеүгә сараның бағыусыһы Азамат Солтанов ҙур көс һала. Ул киләсәктә был урынға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исемдәре яҙылған таҡтаташ ҡуйырға иҫәп тота. Байрам тантаналы асылғас, ауыл тарихына байҡау яһала. Унда һәр кем үҙ ғаиләләре тураһында һөйләй, нәҫел-нәсәбе менән таныштыра, хәтирәләр менән уртаҡлаша. Солтановтар һәм Юлгилдиндар ил-йорт тыныслығына, именлеккә бағышлап ҡорбан салдырып, яҡташтарына ашата. Шулай уҡ дөйөм көс менән ауыл халҡы исеменән әрүәхтар рухына 1 һарыҡ һуялар.
Унан инде байрамдың иң күңелле өлөшө—байрам концерты башлана. Унда ауыл һәүәҫкәрҙәре менән бер рәттән профессионалдар--Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева сығыш яһай. Байрам барышында яланда уйындар, төрлө конкурстар гөрләп тора. Осрашыуҙың иң мәртәбәле өлөшө бүләкләү тантанаһы булғандыр. Тантанала Ҡамыш-Үҙәктең иң оло кешеләре, йәш ауылдаштар, өлгөлө күп балалы ғаиләләр, ауыл илһөйәрҙәре, юбилярҙар, иң йәш ғаиләләр, яңы тыуған сабыйҙар бүләкләнә.
Шуныһы ҡыуаныслы: бәләкәй генә ауылдан бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан.
Иң беренсе нәүбәтттә байрамда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҙур ихтирам менән иҫкә алды. Ғәббәсов Нотфулла Ямалетдин улы (II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены кавалеры), Сыңғыҙов Сәлихйән Хәммәт улы (Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала), Ғәббәсов Хөснулла Ямалетдин улы (1942 йылда хәбәрһеҙ юғала), Тусалин Зиннәт Хафиз улы (II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены кавалеры), Атанов Ахтәм Мәхмүт улы, Моратов Ҡәнзәфәр Искәндәр улы (II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены кавалеры), Сөләймәнов Әхмәт Хисаметдин улы (II дәрәжәле Ватан һуғышы ордены кавалеры), Сыңғыҙов Шәрифйән Сәлихйән улы (Совет-япон һуғышында ҡатнашҡан) илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат иткән. Ауылдаштар шулай уҡ хеҙмәт ветерандары--Ғәббәсов Хөрмәтулла Нотфулла улы (Ленин ордены кавалеры, Сараев Әхмәҙи Хәйбулла улы (сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн миҙал менән бүләкләнгән), Солтанов Оморҙаҡ Мотаһар улы (В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» юбилей миҙалы менән бүләкләнгән), Юланов Таһир Тажетдин улы 1938 йылғы, (Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры), Юланова Хәмиҙә Хәмзә ҡыҙы (өлкән уҡытыусы, Тусалин Ғәйзулла Зиннәт улы (Чернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы, II дәрәжәле Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн миҙалы кавалеры), Ғүмәрова Көнһылыу Мәхмәүт ҡыҙы (Социалистик ярышта еңеүсе, Мензеров Урал Юрий улы (комбайнсы, Ленин ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Солтанов Дамир Оморҙаҡ улы (мәғариф алдынғыһы, Сараев Рафаэль Әхмәҙи улы (химия фәндәре кандидаты),Тусалин Фәнил Зиннәт улы (Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре), Аҡҡужина Фәүриә Әхтәм ҡыҙы (педагогия фәндәре кандидаты), Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы Үҙәнбаева (Башҡортостандың атҡаҙанған табибы), Фәйрүзә Оморҙаҡ ҡыҙы Рәжәпова (Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы) һәм башҡалар менән ғорурланыуҙарын белдерҙе.
Бәләкәй генә ауылдан 17 әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүе ҡыуаныслы. Улар: Таҡалова Мәстүрә, Сыңғыҙова Шәмсинур, Сәйетова Әлифә, Солтанова Фәүзиә, Тусалина Хәлимә, Юлгилдина Хәмдениса, Аҡҡужина Яңылбикә, Атанова Фәрхениса, Сөләймәнова Хәнифә, Таҡалова Мәрйәм, Сараева Сәмиғә, Кәримова Мәғәфүрә, Кәримова Роза, Кәримова Хәмиҙә, Юламанова Хәмдиә, Тимерова Фәғилә, Ғәббәсова Кәримә.
2022 йылда Украинала махсус хәрби операция башланыу менән Ҡамыш-Үҙәктә тыуып үҫеп, төрлө ерҙәрҙә йәшәгән ир-егеттәр ил һағына баҫҡан. Сараев Рафаэль, Сыңғыҙов Сәйфетдин, Сыңғыҙов Фәрит, Бохарбаев Шәмсетдин, Бохарбаев Ғәҙел, Иҫәнбаев Ғәзиз, Яҡупов Венер хәҙерге мәлдә алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Тусалин Фаил Фәнил улы яуҙа һәләк булды.
Яугир Сараев Рафаэль Әхмәҙи улы Ҡамыш-Үҙәк ауылы тураһында китап яҙа.
Осрашыуҙа «Ҙур һәм татыу ғаилә йылы» сиктәрендә оҙаҡ бергә йәшәгән ғаиләләр тәбрикләнде. Ауылдын иң өлкән кейәүе, Иҫке Яҡуп ауылынан Буранбай Йәнмырҙа улы Дилмөхәмәтов менән Ҡамыш-Үҙәк ауылы ҡыҙы Әлимә ханым 49 йыл бергә татыу ғүмер итеп, балалар тәрбиәләп үҫтергән. Улар «Иң оҙаҡ бергә йәшәгән ғаилә пары» номинацияһында бүләкләнде. Ауылдың иң өлкән килене быйыл Роза Сәлихйән ҡыҙы Кәримова быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ауылдың иң йәш кешеләре—яңы тыуған сабыйҙарға ла махсус бүләк тапшырылды.
Ауылдың иң өлкән кешеһе--88 йәшлек Таһир Юланов байрамда үҙе ҡатнашыуы йыйынға ҙур йәм өҫтәне. Ул ауыл тарихын бик яҡшы белә. Бынан бер нисә йыл элек ул үҙенең тормош юлына, ауылдаштарына арнап китап баҫтырып сығарған.
-Ҡамыш-Үҙәккә минең атайым менән әсәйем Тажетдин Ғатаулла улы (1901-1941 йылғы) һәм Йәмилә Әбделкәрим ҡыҙы (1913-1978) Юлановтар 1937 йылда күсеп килгән. Тажетдин сығышы менән Үрге Сәлимдән булһа, Йәмилә--Аралбайҙан була. Ике балалары--ҡыҙҙары Фәүзиә 1936 йылда Ташҡурғы ауылында тыуған. Улдары мин--Таһир ошо ауылда 1938 йылдың 15 февралендә яҡты донъяға ауаз һалғанмын. Йәғни, Ҡамыш-Үҙәк ауылында беренсе тыуған сабый мин булғанмын,—тип хәтер йомғағын һүтте Таһир Юланов.
Уның атаһы Тажетдин Юланов 109-сы йылҡы заводы бүлексәһендә бригадир булып эшләгән. 33 кенә йәшендә үпкәһенә һалҡын тейҙереп донъя ҡуйған.
Бер туған апайы--Фәүзиә Тажетдин ҡыҙы (1936-1983) Солтанов Оморҙаҡ Мотаһар улына (1931-1992) кейәүгә сыға.
Фәүзиә менән Оморҙаҡ Солтановтар 9 балаға--6 малай һәм 3 ҡыҙға ғүмер бирә. Әйтергә кәрәк, тап Солтановтар Ҡамыш-Үҙәктә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын ойоштороуға айырым тырышлыҡ һала, күмәк сараны урын еренә еткереп ойоштора.
Шундай дан ғаиләләре, билдәле шәхестәре, тыуған ил ҡеүәтен арттырыу өсөн үҙ көстәрен йәлләмәй тир түккән ул һәм ҡыҙҙары менән дан тота Ҡамыш-Үҙәк ауылы.
Әлбиттә, һуңғы йылдарҙа ауылдар бөтә, халыҡ күпләп ҙурыраҡ урындарға, ҡалаларға күсеп китә. Шулай ҙа улар тамырҙарын онотмай, тыуған, йәшәгән урындарын һағынып, ашҡынып ҡайта һәм шул изге ерҙәрҙә тыуған-тумасалары менән осрашыуҙар уҙғара, хәтирәләр яңырта. Ҡамыш-Үҙәктәр ҙә тыуған ауылын онотмай, Йылайыр районына юлдары төшкән һайын, ҡайтып туған нигеҙҙәрен күреп, ҡоҙоҡтарының тәмле һыуын эсеп, ялан-ҡырҙарын ҡыҙырып, күңелдәренә ял, йән-тәндәренә сихәт алып ҡайта.
Осрашыу һуңында саранаы ойоштороусылар район хакимиәте башлығы Мелкоедов Борис Николаевичҡа, Матрай ауылы биләмәһе башлығы Йәрмөхәмәтов Руслан Ислам улына, шәхси эшҡыуар Аптиков Бүләк Сәғәҙей улына, әүҙемселәр Тәлғәт Сәйетовка, Рәмил һәм Йәмил Ишбулатовтарға, Йәүҙәт Моратовҡа, Миңлеәхәт һәм Райхана Юлгилдиндарға, Рәмзилә Юлгилдина, Урал Байгужинға, Рәйлә, Рафаэль, Миңлегөл Сараевтарға, Рәсимә Сәйетоваға, Кәримова Рәзиләгә, Кәримова Гөлнараға, ике яҡлап һуҙылған өҫтәлдәргә аш-һыу әҙерләүсе ашнаҡсыларға ҙур рәхмәт белдерҙе.
-Шулай уҡ бағыусылар--Азамат һәм Рәмзиә Солтановтарға,
сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе Юлай Үҙәнбаевка һәм башҡаларға оло рәхмәт. Барығыҙға ла эштәрегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Бергә булһаҡ, ауылыбыҙҙы, тыуған нигеҙебеҙҙе лә онотмаҫбыҙ, туған телебеҙ ҙә йәшәр, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә юғалмаҫ!—тип хушлашыу һүҙҙәре менән сығыш яһаны Рәмилә Оморҙаҡ ҡыҙы.-Осрашыуҙан алған яҡшы, ыңғай кәйеф, рух күтәренкелеге күңелдәребеҙҙе бик оҙаҡ йылытыр тигән өмөттәбеҙ. Иң мөһиме—илдә барған низағтар туҡталып, донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау булайыҡ! Тыуған яҡты, ауылдаштар, онотмайыҡ! Йөрәктәрҙең ялҡындарын һыуытмайыҡ!
Гөлдәр Ҡадаева.
Һағындым ауылымды
Ҡарағас тауҙа шаулаймы икән,
Ҡарағастар, ҡайындар?
Яҙын йәшел күлдәк кейеп,
Беҙҙе көтәләрме икән?
Эй, һағынам ауылымды,
Яҙам шиғыр юлдары.
Күҙ йәштәремде сығарып
Бушатам күңелемде.
Йырлаймы икән ҡамыштарым
Талғын елгә ҡушылып?
Һаҡлаймы икән яңғыҙ ҡайын
Ғашиҡтарҙың серҙәрен?
Эй, һағындым ауылымды,
Күңелем тағы тулды.
Иламайса шиғырымды
Яҙып бөтә алһам ине.
Күҙ йәшемде һөртөп алып,
Ҡәләмем тағы алам...
Бер ҡасан да онотмағыҙ,
Ҡамышты, ауылдаштар!
Самат Ҡамыш.
27.02.2020 йыл.