Һағындырған салғы сыңы...

Эй, бесәнлек юлдары, Атайымдың йырҙары. Шул моңда тирбәлеп үтте Бала сағым йылдары… Бесән…Сабынлыҡ… Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән оло һәм урта быуын салғы сыңын, атай моңон иҫенә төшөрәлер. Бөгөн йәйге мәшәҡәтле эш техника менән башҡарыла. Ҡыуыш ҡороп, усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, баҡырса ҡайнатып, айран эсеп, сөсө икмәк ашап үҫкән быуын иһә салғы сыңын һағына. Ата-әсәйҙәр көнкүрешен иҫкә төшөрөп, матур мәлдәрҙе һағынып, йәштәрҙә хеҙмәткә, тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү уятыу һәм быуындар бәйләнеше нығытыу маҡсатында Йылайыр районы Ҡашҡар һәм Ҡәнзәфәр ауылдары биләмәһе икенсе йыл рәттән “Бесән туйы” уҙғара.

Һағындырған салғы сыңы...Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...



ЯЛАНДА -- САЛҒЫ СЫҢЫ
Бөгөн ике ауыл араһындағы Таллыҡ яланы йәнә салғы сыңына күмелде.
Иртәнән сабынлыҡҡа йыйылған халыҡтың йөҙөнән шатлыҡ, дәрт бөркөлдө. Олоһо ла, кесеһе лә, хатта алыҫтан килгән ҡунаҡтар ҙа бесән сабыу ярышында ҡатнашырға ашыҡты. Ҡулдарына салғы тотоп, оҫталар бер-береһе менән ярышты. Һәр хәрәкәттә тәжрибә, көс һәм оҫталыҡ сағыла ине. Салғыларҙың сыңы, бесәнселәрҙең дәртле тауыштары бесәнлеккә үҙенсәлекле бер моң өҫтәне.

Бигерәк тә ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы иғтибарға лайыҡ булды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байҡусҡаров, Йылайыр районы башлығы Б.Н.Мелкоедов та ҡолас ташлап бесән сапты. Уларҙың халыҡ менән бер рәттән йөрөүе, ябай кешеләр менән аралашыуы байрамға әһәмиәт өҫтәне. Уҙған йыл ярышта 82 йәшлек Сәғирә Солтанова иң олоһо булһа, быйыл Йомағужа ауылынан 92 йәшлек Шәмсинур Ҡолғарина-Таҡалова барыһын да хайран итте. Ир-егеттәр араһында иң олоһо Сәләх ауылынан 79 йәшлек Салауат Солтанов булды.

Бесән сабыу ярышында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Йылайырҙан Миңзифа Кинйәбулатоваға етеүсе булманы, уға Гран-при тапшырылды. Батисова Хәбирә--беренсе, Ҡашҡарова Мәғәсимә--икенсе,  Мостафина Фирҙәүес өсөнсө урын яуланы.

Ир-егеттәр араһында Гран-при Мостафин Иршатҡа бирелде. Сәлмән Һөйөндөков—беренсе, Шамил Ҡотоев—икенсе, Нияз Һөйөндөков--өсөнсө урын яуланы.

Шиғриәт һәм атай моңо

“Бесән туйы”нда тик физик хеҙмәт кенә түгел, рухи байлыҡ та сағылды. Сабынлыҡ темаһына шиғыр яҙыу ярышы ойошторолдо. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙенең бала сағын, салғы сыңын, атай моңон һағыныуын шиғри юлдарға һалды. Был шиғырҙарҙа тыуған ергә һөйөү, ата-бабаларҙың хеҙмәтенә ихтирам, үткәндәргә ностальгия сағыла ине. Һәр шиғри юл йөрәктән сыҡты, ихласлыҡ менән һуғарылды. Уларҙы тыңлағанда күптәр бала сағын, бәхетле мәлен, ата-әсәһен иҫкә төшөрҙө.

Шиғыр яҙыусылар араһында Байғужанан Әлфиә Батисова—беренсе, Ҡашҡарҙан Зилә Байморатова—икенсе, Бөрйән ҡыҙы, Ҡашҡар ауылы килене Илүзә Ҡоҙашева--өсөнсө урын яуланы. “Тыуған ергә һөйөү” номинацияһында Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан килгән Фәүис Исламғолов билдәләнде. Ул үҙе тыуып үҫкән Иҫке Яҡуп ауылын, бала сағын, бесән сапҡан мәлдәрен шиғри юлдарға һалды. Уларға шағирә, журналист Айгөл Айытҡолова үҙенең шиғырҙар китабын тапшырҙы.

Усаҡ янындағы йылылыҡ һәм берҙәмлек

“Бесән туйы”нда усаҡ яғып, таған аҫып, баҡырса ҡайнатып ярыштылар. Был йола ла “Бесән туйы”ның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Бер ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ парлашып старт һыҙығына баҫты. Кемдер атаһы, кемдер ире, кемдер ауылдашы менән бер команданы хасил итте. Сигнал бирелеү менән улар таған әҙерләргә, усаҡ яғыу өсөн туҙ, сыбыҡ йыйырға кереште. Етеҙлекте, сослоҡто һанаған ярышта Ҡашҡаров Сәғәҙәт ағай ҡыҙы Зәлиә менән 8 минутта сәйҙе ҡайнатып та ҡуйҙы. Иршат һәм Фәтихә Мостафиндар 10 минутта быға өлгәште. Ҡудашева Илүзә менән Ҡашҡаров Айрат—12, Һөйөндөков Нияз менән Аҡҡужина Фәнүзә 13 минутта сәй ҡайнатты.

Усаҡтың йылыһы, ҡайнар сәйҙең хуш еҫе кешеләрҙе берләштерҙе, улар араһындағы дуҫлыҡты нығытты. Был мәлдә һәр кем үҙен ҙур, берҙәм ғаиләнең өлөшө итеп тойҙо.

Сөсө икмәк һәм айран – сабынлыҡта хан һыйы

 

Уңған хужабикәләр аш-һыға маһирлығын күрһәтте. Кемдер ойоған һөткә, кемдер айранға, кемдер ҡаймаҡҡа ҡамыр баҫҡан. Берәүҙән киндер, икенселәр кунжут ҡушҡан. Сөсө ҡамыр ҡулланып, ҡаҙғалаҡ бәлеше бешергәндәр. Бәлешкә “Бесән туйы” тип тә яҙғандар. Бер хужабикә дөгө ононан сөсө икмәк бешергән. Һәр береһе тәмле ине.

Айрандың да төрлөһөн тәмләнек. Классик ысул менән эшләүселәр, ҡайын һыуы ҡушыусылар, Ырымбур башҡорттары кеүек укруп, кинза, петрушка ҡушҡандар булды. Бында ла һәр береһенең эсемлеге үҙенсәлекле ине. Хужабикәләргә афарин тиергә генә ҡала!

Айран эшләүселәрҙән Зөлфирә Таҡалова, Зөһрә Ғәниева, Лилиә Иҫәнбаева тәүге өс урынды бүлеште.
Сөсө икмәк бешереүселәр араһында Лилиә Иҫәнбаеваға, Таңсулпан Тотмановаға, Фәтихә Мостафинаға урындар бирелде.

 

“Бесән туйы” – район бренды

Ғөмүмән, Йылайыр халҡының брендына әүерелә бара был туй. Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан ир-егеттәр ҡоро рәйесе Зариф Зәкир улы Байғусҡаров был сараны район-ара, республика кимәленә күтәрергә тәҡдим итте һәм уны ойштороусыларҙың береһе—Ҡәнзәфәр ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотмановҡа үҙенең исемле сәғәтен бүләк итте.

Йылайыр районының мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ауыл таланттары йыр-моң менән биҙәгән күңелле саранан конкурсанттар бүләк менән ҡайтты. Ә көйөрмәндәр яҡшы кәйеф алды.

 

Сара хаҡында “Атайсал” гәзитенең киләһе һанында тулыраҡ уҡырһығыҙ.

 

РЕЗЕДА УСМАНОВА.

Евгений Винидиктов фотолары.


 

Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Һағындырған салғы сыңы...
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас