АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор

Берҙәмлеккә ни етә?

Йәрмөхәмәт ауылы халҡы берҙәмлек күрһәтте.

Берҙәмлеккә ни етә?Берҙәмлеккә ни етә?
Берҙәмлеккә ни етә?

Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында ауыл зыяратын тәртипкә килтереү буйынса уҙған йылда аҡса йыйыу башланғайны. Изге эште башлап, ойоштороп, халыҡты үҙҙәре артынан эйәртеп йөрөүсе Хәлиуллин Мирғәле Мөхәрләм улына ауылдаштары рәхмәтле. Урындағы халыҡ, шулай уҡ Йәрмөхәмәт ауылында тыуып ситтә йәшәүселәр ойоштороусыларҙы дәррәү күтәреп алып, зыяраттың кәртәһен алмаштырыу һәм уның биләмәһен тәртипкә килтереү өсөн тиҙ арала кәрәкле сумма йыйҙы һәм кәрәкле материалдар алды. Барлыҡ ир-егеттәрҙең көсө менән заманса материал менән зыярат кәртәләнде.Ҡалған материал менән Мағаш йылғаһы буйындағы ҡәберлек ҡоймаһы яңыртылған.
« Күмәкләп тотонғас, ҙур эште атҡарып сыға алдыҡ. Тик берҙәмлек менән генә бындай ҙур эштәр башҡарыла. Зыяратты тәртипкә килтереүҙә ярҙам күрһәткән—кемдер техника, кемдер аҡса, кемдер үҙ көсө менән ярҙам итте—барыһына ла, шулай уҡ район хакимиәте етәксеһе Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улына рәхмәтебеҙ сикһеҙ,—ти ойоштороусыларҙың береһе Мирғәле Хәлиуллин.
Тыуған ауылының йәшәйешенә битараф булмаған яҡташтар маҡтауға лайыҡ. Улар кесе Ватанының үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй. Яҡташлыҡ көсө бер ваҡытта ла юғалмаһын, тип теләге килә. Изге эштә ҡатнашыусылар үҙҙәренә ҙур сауап алып, әруахтар рухы ла шатланғандыр.

 

Сығанаҡ: Ярат ауылы биләмәһе хакимиәте.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас