Бөтә яңылыҡтар

һәр нәмә сослоҡ талап итә!

«Башҡорт» позывнойлы яугир—Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан. Ул бына инде ике йылдан ашыу наводчик-оператор булып Ватанға хеҙмәт итә.

һәр нәмә сослоҡ талап итә!
һәр нәмә сослоҡ талап итә!

«Башҡорт» позывнойлы яугир—Хәйбулла районы Мәмбәт ауылынан. Ул бына инде ике йылдан ашыу наводчик-оператор булып Ватанға хеҙмәт итә.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Мәскәүҙә эшләй. Армияла хеҙмәте тамамланғас, Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2023 йылдан махсус хәрби операцияла.

«Башҡорт» артынан бер туған ағаһы ла контракт төҙөп бара. Ул «Шутник» позывнойы йөрөтә. Тик ағаһының юғалыуына 19 октябрҙә бер йыл үткән. Уның ғаиләһе ҡалған.

«Ҡурҡманыңмы?» тигән һорауға, «Башҡорт» былай тип яуап бирә:

—2023 йылда Мариуполь ҡалаһына индек. Унда бер аҙнанан беҙгә көслө ут астылар. Командир миңә патрондар артынан складҡа барырға ҡушты. Поста торған дуҫыма: «Хәҙер мин киләм» тип хәбәр иттем дә 100 метр ҙа үтеп өлгөрмәнем, складҡа ракета осоп килде. Мине шартлау тулҡыны алып ырғытты. Дуҫым һәләк булды. Иҫән ҡалыуым үҙе бер мөғжизә. Ошо хәлдән һуң өс көн туҡтамай ут аҫтында тоттолар. Ҡурҡыныс ине. Был көндәрҙә йоҡо ҡапсыҡтарында подвалдарҙа, бетон иҙәндәрҙә йоҡланыҡ. Бала саҡтан сос, шуҡ, хәрәкәтсән инем. Был сифаттар миңә әле юлдаш. Бында һәр нәмә сослоҡ талап итә. Тәүҙә ҡурҡа инем, хәҙер өйрәндем. Беҙ башлыса төнөн эшләйбеҙ. Күк аяҙ, болотһоҙ булһа, эшләп булмай, сөнки дрондар күп. Яуым-төшөм булһа, болотло булһа, улар аҙая. Әлбиттә, көслө ямғырҙар мәлендә аяҡ аҫты бутҡаға әйләнә, окоптарға һыу тула, тик резина итектәрҙә генә йөрөргә мөмкин.

—Ә һин үҙгәрҙеңме?

—Атайым әйтеүенсә, мин тыныс, уйсанға әүерелгәнмен. Ә бит бөтөнләй икенсе инем. Ә ағайым киреһенсә тыныс ине.

«Башҡорт» махсус хәрби операциялағы дуҫлыҡтың ныҡлығына һөйөнә һәм тыуған яҡтан килгән ылауға шатлана.

Үҙе йәш булһа ла, донъяға ҡарашы, фекерләүе менән олпат булған яҡташыбыҙға именлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

 

 

Мәғлүмәт һәм фото  сығанығы: Хәйбулла районы хакимиәте

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас